«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!



10.05.2013 Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!Еңеүҙең 68 йыллығына арналған байрам сараһы Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбенең күркәм залында 7 майҙа бик матур билдәләп үтелде. Зал зауыҡ менән биҙәлгәйне, төрлө төҫтәге флажоктар, шарҙар, сәскәләр, плакаттар, үрҙәге теманы үҙ эсенә алған фотостендтар эленгәйне. Бөйөк Еңеүгә арналған көйҙәр яңғырай. Тыл ветерандары Нәғимә инәй Сәйәхова, Нуриман ағай Ишемов, һуғыш осоро балаһы Сәғит ағай Хәсәнов байрам кисәһенә саҡырылды. Тыл һалдаттарының дүртәүһе килә алманы.
Мәктәп директоры Радик Насиров, район хакимиәте вәкиле, «Уралсиб» банкыһының район филиалы етәксеһе Илһам Аҙанғолов, Байназар ауыл хакимиәте ҡарамағындағы йәштәр эше буйынса белгес Илһам Хәсәнов, ауылдың ветерандар советы рәйесе Нурия Сәйәхова ҡунаҡтар­ҙы, уҡыусыларҙы, ауылдаштарҙы Еңеү көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Илһам Аҙанғолов мәктәпкә, ауыл китапханаһына район хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәнов идеяһы буйынса сығарылған «Не забыты их имена...» исемле китапты бүләк итте һәм тыл һалдаттарына Президентыбыҙҙың ҡотлау открыткаларын тапшырҙы. Шулай уҡ байрамдың төп ҡунаҡтары, үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашып, йәштәрҙе һәм ауылдаштарын бөгөнгө матур тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡырҙы.
Уҡыусыларҙың сағыу монтажы байрамды бермә-бер рәүештә йәмләне генә. Ауылыбыҙҙан яуға киткән 35 яугир һәм бөгөн арабыҙҙа булмаған тыл ветерандары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Обелискыға венок һалыу менән кисәнең рәсми өлөшө тамамланды. Байрамды мәктәптең өлкән вожатыйы Фәнүзә Мөхәмәтйәнова бик матур ойошторҙо. Ветерандар тәмле сәй табынынан һуң ҡыуанышып, ил-йортобоҙ именлеген, балалар бәхетен теләп, рәхмәт әйтеп таралышты.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА.
Бөрйән районы,
Мәһәҙей ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға