26.04.2013 Һеҙҙең атайығыҙ булыуы ихтимал
Минең атайым Фәйзрахман Хөснөтдин улы Ишморатов Әбйәлил районы хәрби комиссариатынан 1941 йылдың 14 майында фронтҡа киткән. Ул 1909 йылда Ишҡол ауылында тыуған.
Район архивынан «1942 йылда хәбәрһеҙ юғалған» тигән белешмә генә алдым. Бүтән бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Миңә 4 йәш тирәһендә Сталинградтан яҙылған хаты килгән булған. Әсәйемдең уны уҡығаны хәтеремдә. Башҡаса был хатты күрмәнем. Әсәйем үҙе менән алып йөрөттө (1990 йылда үлеп ҡалды). Бүтәнсә атайым тураһында бер нәмә лә белмәйем.
Яуап һәм яңылыҡ көтөп хат яҙыусы − Зәбир Фәйзрахман улы ИШМОРАТОВ.
Р. S. Һеҙҙең атайығыҙ Фәйзрахман Хөснөтдин улы Ишморатов, архив мәғлүмәттәре буйынса, 1942 йылдың сентябрендә хәбәрһеҙ юғалған. «ОБД − Мемориал» сайтында «рядовой Ишморатов Ф. Х.» тип яҙылған медицина документы ла бар. 1941 йылдың 5 авгусынан 1941 йылдың декабренә тиклем госпиталдә яраларынан вафат булғандарҙың алфавит китабына уның фамилияһы ла ингән. Бәлки, был яугир һеҙҙең атайығыҙҙыр. Был кеше 1941 йылдың октябрендә 3087-се эвакогоспиталгә эләгә. Ҡыҙыл Армия госпиталдәре белешмәһе буйынса, был дауалау учреждениеһы 1941 йылда Владимир өлкәһенең Вязники ҡалаһында урынлашҡан. Ҡалала туғыҙ эвакогоспиталь урынлаштырыла. Яраларынан үлгәндәр Покров һәм Крестовоздвиженский зыяраттарында ерләнгән.