«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Ҡайҙа ерләнде икән?



26.04.2013 Ҡайҙа ерләнде икән?

1943 йылдың 23 февралендә бер туған ағайым Фәхрей Арыҫлан улы Уразбахтин (1925 йылдың 12 февралендә тыуған) армияға алынды. Мәләүез районының Бо­һорман ауыл советына ҡа­раған (хәҙер Әбет ауыл хакимиәте) Ҡотлобулат ауылынан 18 йәше тулыу менән хәрби бурысын үтәргә китте. Көслө ҡар яуған, буранлы көн ине. Беҙҙең бәләкәй генә ауылдың иң һуңғы һалдаты булды ул.
Ул ваҡытта ауылда һалдат оҙатырлыҡ та кеше ҡалманы. Мин, ике туғаны, әсәйем ҡапҡа төбөндә оҙатып тороп ҡалдыҡ. Туғандары алты, өс йәшлек кенә ине. Урамда шул тиклем көслө буран ҡотороу­ға ҡарамаҫтан, атайым санаға ултыртып, Мәләүезгә ҡарай юл тотто. Ағайым ат артынан йәйәү атланы. Ауылдан сығып киткәнсе, күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдыҡ. Хәҙер уны белгән кеше лә ҡалмағандыр. Туғандары, бәлки, һөйләү буйынса ғына беләлер.
Яҡыныбыҙ Йомағужа баш­ҡорт урта мәктәбенең 10-сы класын да тамамлай алманы. Уның беренсе хаты Аҡтүбә­нән килде.
Аҡтүбә пехота училищеһында һуғыш һөнәренә уҡыта башлайҙар. Фәхрей ағайым ярты йыл уҡып, август аҙағында һуғышҡа барып инә. Фронттан бер нисә генә хаты килде. «Беҙ хәҙер немецтарҙы ҡы­уабыҙ. Мин − йәш командир. «Ур-р-ра» ҡысҡырып алдан күтәрелеп, һалдаттарҙы эйәртеп, алдан йүгерәм. Бөтә донъя төтөн, ут эсендә, немецтар тиҙ генә бирешмәй. Ауыл­дарҙы утҡа тотоп, көлгә әйләндереп китәләр. Донъя­ны ҡырып-емереп баралар. Күҙгә аҡ-ҡара күренмәй. Немецтарҙы ҡыуабыҙ ҙа ҡыуабыҙ. Һәр бер өйҙө, һәр бер подвалды һуғышып алырға тура килә», − тип яҙғандары хәтерҙә ҡалған.
Һуңғы хатын: «Украинаға барып еттек. Запорожье өлкәһенең Чернигов районына еттек, тиҙ генә хат яҙа алмаһам, мине көтөгөҙ, хуш, иҫән-һау булығыҙ. Улығыҙ Фәхерразый», − тип тамамланғайны. Ул оҙаҡ һуғыша алманы. Ни бары өс кенә хатын алып өлгөрҙөк. Һуңы­нан улары ла туҡталды. Бик күп ваҡыттан һуң «ҡара ҡағыҙ»ын алдыҡ. «Запорожье өлкәһенең Чернигов райо­нында һеҙҙең улығыҙ герой­ҙарса һәләк булды», − тип яҙылғайны унда.
Эҙәрмәндәр отряды, бәлки, туғаныбыҙҙың һәләк булған урынын, ҡәберен табышырға ярҙам итер.
Миңә хәҙер 86 йәш. Һаман да, өмөтләнеп, туғаным хаҡында хәбәр көтәм.

Гөлсөм УРАЗБАХТИНА.
Ишембай ҡалаһы.
Р. S. РФ Оборона министрлығы архивының «ОБД – Ме­мориал» сайты мәғлүмәттәре буйынса, Башҡорт АССР-ның Йомағужа районы хәрби комиссариатынан һуғышҡа алынған 1925 йылғы Фәхрей Уразбахтин 88-се гвардия уҡсылар дивизияһының 271-се гвардия уҡсылар полкында хеҙмәт иткән. Ошо дивизияның кесе етәкселек составы юғалтыуҙары документтары буйынса, ул 1943 йылдың 30 сентябрендә һәләк була. Украинаның Запорожье өл­кәһе Чер­ноармейский районының Софиевка ауылынан 200 метр­ҙа көнбайыштараҡ ерләнгән. Был ауылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар ерләнгән өс туғандар ҡәберлеге бар. Әммә таш плита­лар­ҙа Уразбахтин фамилия­һын тапманыҡ. Үке­нескә күрә, туғанығыҙҙың исеме Ук­раи­наның Хәтер китабына инмәгән. Гөлсөм апай, һеҙгә Украинаның эҙәр­мәндәр отряды менән бәйләнешкә инергә кәңәш итер инек. Сөнки туғандар ҡәберлегендә ерләнгәндәр­ҙең исемлектәре ауыл советтарында, яугирҙар ҡәберлеге исемлектәрендә бар. Укра­ина­ның Запорожье ҡала­һында «Бастион» Запорожье тарихи-патриотик үҙәге эшләй. Адресы: Украина, 69104, г. Запорожье, ул. Чуманенко, 28 – 36.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға