«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Ейәндәргә ҡалһын иҫтәлек



23.04.2013 Ейәндәргә ҡалһын иҫтәлек

Ейәндәргә ҡалһын иҫтәлек Быйыл йәй ошо фотоға 60 йыл тула. Беҙҙең йәш саҡты ейәндәребеҙ ҙә лә күрһен әле тип, һарғайып бөткән бәләкәй генә фотоһүрәтте ҙурайтып, яратҡан гәзитемә ебәрергә булдым. Беҙ, һу­ғыш балалары, әсәйҙәребеҙ менән ауыр­лыҡтар­ҙы бергә күтәрҙек.
Етешһеҙ тормош булһа ла, улар беҙҙе ошолай матур итеп кейендереп үҫтерҙе. Ҡарағыҙ, һәр бере­беҙ­ҙең өҫтөндә – матур милли кейем, сәстәребеҙ йыйылған, баштарыбыҙҙа яулыҡ. Беребеҙ ҙә яһалма көлмәгәнбеҙ. Тыйнаҡ йылмайыуыбыҙ, асыҡ йөҙҙәребеҙ, оҙон күлдәктәребеҙ инсафлы, тәрбиәле ҡыҙ­ҙар булып үҫеүебеҙ тураһында һөйләй түгелме? Беҙгә хәҙер инде 80 йәш тула. Ошо ҡыҙҙар араһында күп бала табып үҫтергән Герой -әсәләр ҙә булды. Алда ултырған һылыу­ҙарҙың урталағыһы − йәндәш дуҫым, йырсы Римма Амангилдина­ның әсәһе. Бәләкәй саҡта әсәйҙәр­ҙе һағынып илаша башлаһаҡ, «Таш­туғай»ҙы йырлап, беҙҙе йыуата торғайны. Фотолағы әхирәттәремдең күбеһе ситтә йәшәй. Өсөһө был яҡты донъяла күптән юҡ инде. Бәләкәй генә Һәмән ауылында утыҙға яҡын тиҫтер ҡыҙ бул­дыҡ. Шөкөр, бөтәбеҙ ҙә бәхетле йәшәйбеҙ, тормошҡа сығып, матур итеп балалар үҫтерҙек.
Балалары әсәләренең, өләсәләренең йәш саҡтарындағы ошо һүрәтте күрһә, иҫтәлек итеп һаҡлаһын ине.
P.S. «Йәшлек»те яратып уҡыйым, алдырмаған йылым юҡ. Әсәйем 90 йәшкә тиклем гәзитте алдырып уҡыны.

Маһира АЙЫТБАЕВА.

Баймаҡ районы,
Билал ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға