«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Мираҫын киләһе быуындар ҙа өйрәнер



16.04.2013 Мираҫын киләһе быуындар ҙа өйрәнер

Мираҫын киләһе быуындар ҙа өйрәнер“Башинформ” агентлығында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, БР Фәндәр академияһы академигы, профессор Ғайса Хөсәйеновтың 85 йәшлек юбилейы уңайынан матбуғат конференцияһы үтте. Халыҡ ижады, әҙәбиәт ғилеме проблемалары хаҡында фекер алышынды.
Тел, тарих һәм әҙәбиәт институты директоры Фир­ҙәүес Хисамитдинова, Ғайса Батыргәрәй улының күп ҡыр­лы хеҙмәтен билдәләп, ға­лим­дың мәҙәни мираҫты һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүен телгә алды:
– Бөгөн уның айырыуса текстолог булараҡ мөһим эштәр атҡарып сығыуы әһәмиәтле. Ҡулъяҙмалар фондында һаҡланған текстарҙың күпселек өлөшө Ғайса Хөсә­йенов тарафынан тупланған.
Совет заманында мәғлүмәт йыйып йөрөүе еңелдән булманы, тип хәтерләй Ғайса Батыргәрәй улы. Ғәрәп яҙмалары дини йөкмәткеле тип иҫәпләнеп, юҡҡа сығарылыуы бер кемгә лә сер түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, академиктың үҙ эшенә тоғролоғо ҡабатланмаҫ рухи ынйыларҙы һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итте.
Әзербайжан Милли фәндәр академияһының архитектура һәм сәнғәт институтынан килгән ғалимдар Са­бир Тагиев, Имаш Гаджиев билдәләүенсә, башҡорт һәм әзербайжан халыҡтары ара­һында ныҡлы бәйләнеш булдырыл­ған. Шуға күрә башҡорт ғалимын үҙҙәренеке кеүек хөрмәт итәләр.
Ғайса Хөсәйеновтың уҡыу­сыһы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире Миң­леғәле Нәҙерғолов әйтеүенсә, академигыбыҙҙың башланғыстары фундаменталь эштәргә нигеҙ булып ятты. Әле башҡорт әҙәбиәте тарихының 7-се томы нәшер ителеүгә әҙерләнә. Бынан тыш, күптән түгел Екатеринбург ғалимдары менән берлектә Урал әҙәбиәте тарихының тәүге томы баҫтырылды. Шулай уҡ Ғайса Хөсәйенов тарафынан йыйылған фонд каталогҡа туплана. Әлегә фондтың 20 проценты ғына өйрәнелгән. Шуға күрә киләһе быуындарға эш буласаҡ әле.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә Ғайса Хөсәйеновтың юбилейы айҡанлы Өфөлә “Хәҙерге әҙәбиәт ғилеменең һәм әҙәбиәттең, фольклористика­һының, археографияһының актуаль проблемалары: БР Фән­дәр академияһы академигы, профессор Ғайса Хөсәйеновтың 85 йыллығына” тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды.

М. Иҡсанов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға