«Йәшлек» гәзите » Хәтер » БАТЫР ИСЕМЕ ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘ



16.04.2013 БАТЫР ИСЕМЕ ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘ

БАТЫР ИСЕМЕ ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘБатырҙарын хөрмәтләй белгән халыҡ үҙе лә хөрмәткә лайыҡ, тигән боронғолар. Милләттәштәребеҙ үҙенең ил азатлығы өсөн ҡандарын түккән ҡаһармандарын ҡәҙерләй белә, шөкөр. Апрель башында Мәләүез районы Юлдаш ауылының Зөбәй Үтәғолов исемендәге мәктәбендә үткәрелгән Батырлыҡ дәресе – быға асыҡ дәлил.
Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловтың 100 йыллығына арнал­ған хәтер кисәһенә “Ағиҙел” журналының бүлек мөдире, яҙыусы Сабир Шәрипов, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, шағир, прозаик Мөнир Ҡунафин, Мә­ләүез районы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Рәзилә Ҡотло­гилдина, ауылдың өлкән йәштәге кешеләре саҡырылғайны. Шулай уҡ Ишембай районының Маҡар мәктәбенән бер төркөм уҡыусы һәм уҡытыусы ла килде.
Батырлыҡ дәресен сараны ойоштороусылар мәктәп музейы менән таныштырыуҙан башлап ебәрҙе. Бында Зөбәй Үтәғоловҡа арналған байтаҡ экспонат ҡәҙерләп һаҡлана. Артабан тулҡынландырғыс сәғәттәр йыйылыштар залында дауам итте. Сарала ҡатна­шыу­сы­лар Юлдаш һәм Маҡар мәктәптәре уҡыу­сылары әҙерләгән йәнле концертты ҡарағандан һуң һүҙ осрашыуға килгән ҡунаҡтарға бирелде.
− Минең тамыр­ҙарымда ла батыр­ҙың ҡаны ағыуы менән сикһеҙ ғорурланам, − тип башланы сығышын Сабир Шәрипов. – Зөбәй Үтәғолов – өләсәйемдең бер туған ҡустыһы. Беҙҙең нәҫелдә тыуған илебеҙ азатлығы өсөн һуңғы тамсы ҡанын да йәлләмәгән ошондай герой булғаны менән сикһеҙ ғорурлыҡ кисерәм.
Әҙиптең Зөбәй Үтәғоловтың тамырҙары береккән Белорет райо­ны, уның бала сағы, үҫмер йылдары, студент тормошондағы булған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһындағы хәтирәләре бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Мөнир Ҡуна­финдың да сығышы зал­да ултырыусылар өсөн фәһемле һәм ҡы­ҙыҡ­лы булды. Мөнир Сәхиулла улы үзбәк халҡы миҫалында тыуған илгә, милләткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү хаҡында бәйән итте. Ул шулай уҡ һуғыш ветерандарына арнап яҙған шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе.
− Телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалайыҡ тиһәк, меңәр йылдар буйы формалашҡан ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, изге йолаларыбыҙҙы, Баш­ҡор­тос­таныбыҙҙы данлаған батыр­ҙарыбыҙҙың исемдәрен йәштәргә еткереү йәмәғәтселек иңенә ята. Тәүлек әйләнәһенә радио, телевидение аша, социаль селтәрҙәр биттәренән төрлө әшәкелектәр, бысраҡлыҡтар рекламаланған осорҙа үҫеп килеүсе быуынды хәстәрләү, уларға дөрөҫ юл күрһәтеү – беҙҙең изге бурысыбыҙ, − тине “Йәшлек” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе Сибәғәт Рахманғолов.
Батырлыҡ дәресенән һуң йәнле һөйләшеү сәй өҫтәле артында ла оҙаҡ ҡына дауам итте.

С. ҒИБАТОВ.
Мәләүез районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға