09.04.2013 Мосолманлыҡ мәҙәниәте мөхитенә алып инеүсе лә ул
Һуңғы егерме йыл эсендә Рәсәйҙә халыҡтың милли һәм дини үҙаңы уяныуын билдәләп үтергә мөмкин. Башҡорт әҙәбиәтендә лә ислам дине ҡиммәттәренең кеше тормошондағы роле, уның әһәмиәте хаҡындағы фекерҙәр, инаныуҙарҙың әүҙемләшеп китеүе күҙәтелә. Был йүнәлеш айырыуса прозала Ғ. Хөсәйенов, Ә. Хәкимов, М. Ямалетдинов, Т. Ғарипова, Ғ. Хисамов, М. Әбсәләмов, Л. Яҡшыбаева, Ә.-Ғ. Үтәбай ижадында асыҡ һыҙатлана.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең совет осорондағы 70-се йылдарҙа ижад ителгән “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, 80-се йылдар аҙағында баҫылып сыҡҡан “Ауыл адвокаттары” повестарында ла мосолманлыҡ эҙен инҡар итеп булмай.
Халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов үҙе хаҡында: “Мин үҙем, мәҫәлән, үтә диндар ҙа, кирегә бөткән дәһри әҙәм дә түгелмен шикелле“ [2, с. 385], − тиһә лә, уның ижадында ислам дине ҡиммәттәренә байтаҡ урын бирелгән һәм быны аңлар өсөн академик Ғайса Батыргәрәй улының яҙғандарына мөрәжәғәт итеү ҙә етә.
“Уҡып, фән, белем эше менән шөғөлләнә башлағас, миңә дин, ислам нигеҙҙәрен белмәк фарыз ине − шуны үҙләштерҙем. Ислам тәғлимәтен, мосолман мәҙәниәтен белеү мөһимдер, тип уйлайым. Иман тотмағы, инанмағы − икенсе эш. Исламда, Ҡөрьәндең үҙендә рухыбыҙҙың, мәҙәниәтебеҙҙең, әҙәп-әхлағыбыҙҙың, ғибәҙәт-йолаларыбыҙҙың байтаҡ баҙыҡ тамырҙары ята ла баһа” [2, с. 385 – 386].
Ғ. Хөсәйенов үҙенең парсаларында динде түбәндәгесә күҙаллай. “Дин − меңәр-меңәр йылдар, миллион-миллиард халыҡтар тарафынан һыналған бөйөк тәғлимәт”, “унар-йөҙәр быуаттар һынауын үткән баҙыҡ әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, матур ғибәҙәт-йолалар йыйылмаһы”, “халыҡтарҙың ғүмер баҡый аңына һенгән, күңелен биҙәгән иманы”, “халыҡтарҙың рухи донъяһын, әҙәбиәтен, сәнғәтен биҙәгән мәҙәниәте”, “халыҡтарҙың ныҡлы рухи, мәҙәни тарихы” [2, с. 386].
Әгәр дин “халыҡтарҙың рухи тарихы”, “әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, йолалар йыйылмаһы, халыҡтың иманы” икән − унан баш тартһаҡ, тимәк, беҙ рухи йәһәттән ярлыланабыҙ, әхлаҡтан яҙабыҙ, кешелегебеҙҙе юғалтабыҙ. Әҙәбиәт тә шул иҫәптән. Халыҡ яҙыусыһы Ғайса Батыргәрәй улының парсаларын уҡығас, шундай һығымтаға киләһең. Уның ижадында ислам дине “халыҡтың ныҡлы рухи, мәҙәни тарихы” булараҡ һыҙатлана.
Әҙиптең тарихи портреттар серияһында ла мосолманлыҡ мәҙәниәте ҙур урын алған. “Абдулла ахун − сәлләле кантон”, “Морат дәғей изге зат”, “Шәйех Зәйнулла хәҙрәт”, “Ҡараһаҡал хан”, “Батырша мулла” исемле портреттары быға асыҡ миҫал. Ғ. Хөсәйенов “Шәйех Зәйнулла хәҙрәт” әҫәрендә “ислам донъяһының дин белгесе, философы, мәғрифәтсеһе, табибы”, “олуғ аҡыл эйәләренең атаҡлыһы” [1, с. 506] Зәйнулла Рәсүлиҙең тәржемәи хәле, шәжәрәһе хаҡында мәғлүмәт бирә. Шәйехтең белемле, уҡымышлы булыуы яҙыусы тарафынан индерелгән бәләкәй генә эпизодтарҙа ла асыҡ сағыла. Троицкиҙа “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе китапханаһынан ҡала иң ҙур китапхананың мөҙәрис хәҙрәттең үҙ йортонда” булыуын, “шәхси китапханаһы һирәк осрар ғилми, фәлсәфәүи, дини, әҙәби” [1, с. 520] китаптар байлығы менән айырылып тороуын, уның китапханаһы менән күптәрҙең файҙаланыуы хаҡында яҙып үтә халыҡ яҙыусыһы. “Шәйех Зәйнулла бин Хәбибулла Нәҡшбәндиҙең халҡына ҡалдырған иң ҙур байлығы − уның рухи мираҫы, мәғрифәтселек, ғилми-философик эшмәкәрлеге” [1, с. 321] икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
И. Гвоздикова менән берлектә яҙылған “Морат дәғей изге зат” исемле тарихи портреты Ырымбур губернаһы Ҡазан юлы Надир улусы уҡымышлыһы, ислам дине тураһында яңы китап яҙған Морат Ишғәле улына бағышланған. Был тарихнамәлә Морат мулланың Болғарға барып, өс төн әүлиә ҡәбере янында ҡуныуы, уның изге төштәр күреүе, тыуған яғына ҡайтып, китап яҙыуы; ауыл аҡһаҡалдары, шәкерттәр “ғилем, дин шишмәһе” тип баһалаған был китапты “Ырымбур янындағы Ҡарғалы-Сәйет биҫтәһе ахундары һәм муллалары”ның “ислам дине ҡанундарына ҡаршы килә торған көфөр китап, мосолмандар башын бутай торған ҡотҡоло нәмә, батшаларҙы, батша закондарын танымаҫҡа саҡырыусы зарарлы яҙма” тип ғәйеп ташлап, Морат мулла өҫтөнән ялыу яҙып, ҡулға алдыртыуҙары, “һәм бығаулатып китабы, төрлө яҙмалары менән бергә Санкт-Петербургка ҡаты хөкөмгә” [1, с. 297] оҙатыуҙары бәйән ителә.
“Абдулла ахун − сәлләле кантон” исемле портретында һүҙ сығышы менән рухани ғаиләнән булған, “Бохарала мәшһүр шәйех Әбелсалих әл-Төркмәни мөршит тәриҡәтендә тәрбиәләнгән мөрит, “Нышҡар, Ҡурса, Стәрлебаш ауылдарында имам, мөҙәрис булған”, “күпселек ғүмерен Себенлелә, Стәрлебашта имаматлыҡ ҡылған, мәҙрәсәлә һабаҡ биргән” [1, с. 437] Дәүләтша бин Ғәделша исемле атаҡлы ишандың улы Абдулла ахун хәрби йүнәлеште һайлап, кантон булып китеүе хаҡында бара.
“Ҡараһаҡал хан”да Ҡараһаҡал үҙенең ҡасандыр мәжүси булыуын, Аллаһы Тәғәлә вә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм бәйғәмбәребеҙ ҡөҙрәте менән Мәккә вә Мәҙинәгә хаж ҡылыуын, бөгөнгө көндә мөьминдәрҙең ауыр хәлен яҡлап, мосолман хөрлөгө өсөн яуға сығыуы хаҡында сығыш яһау эпизоды аша уның хаҡ юлда йөрөүе һөйләнелә.
“Батырша мулла”ла “Урал-Иҙел буйҙарында мәшһүр мулла булып танылған, ахун дәрәжәһенә күтәрелгән, Ҡөрьәнде яттан белгән һәм һәр сүрәһен, аятын ентекле тәфсирләй, шәрехләй алған, ислам өсөн йәнен фиҙа итергә әҙер” [1, с. 293] Батыршаның (Абдулла Ғәли улы Әлиевтың) тәржемәи хәле, уның иҙелгән халыҡты яҡларға “ҡауырый ҡәләм алып көрәш майҙанына” [1, с. 277] сығыуы тасуирлана.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновтың тарихи портреттарында Морат дәғей, шәйех Зәйнулла хәҙрәт, Ҡараһаҡал хажи, Батырша мулла кеүек изге заттар халыҡты инсафлы булырға өндәп, ғүмерҙәрен ислам диненә хеҙмәт итеүгә бағышлаусылар менән бер рәттән, карьера өсөн ахунлығын ҡалдырып, хәрби баҫҡыс буйлап үрләүҙе ҡулай тип тапҡан Абдулла кантон кеүектәр ҙә бар.
“Әҙәмдә иман китһә, унда әҙәмилек бөтә, ти халыҡ” [1, с. 441]. Быға Ғайса Хөсәйеновтың тарихи портреттары, ҡиссалары, романдары геройҙары яҙмышы менән танышҡандан һуң инанаһың. “Алдар батыр ҡиссаһы”нда мосолманлыҡ мәҙәниәтенә Кириллов менән Тевкелевтың ҡанһыҙлыҡтары ҡаршы ҡуйыла. “Яман иҫерек баштарынанмы, нисек, кем ҡалай итеп күберәк ҡыра, язалай ала − шул өҫтөн тигәнгә ярыш асып, шуны ҡулдарын йәрәхәтләй ҡан үбеп ант та иттеләр шикелле” [1, с. 99]. Айырыуса үҙ иманына хыянат иткән керәшен Тевкелевтың яуызлығы быуаттар, халыҡ хәтере аша бөгөнгө көнгәсә килеп еткән.
Шулай итеп, халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов үҙенең әҫәрҙәре аша уҡыусыларын, тарих, тарихи шәхестәр, кантондар, ил азаматтары менән таныштырыу менән бер рәттән, тәүфиҡ вә иман, дини-донъяуи рухлы, халыҡсан тәрбиә орлоҡтарын кешелек донъяһы күңеленә сәсеп ҡалдырған изге аҡыллы диндар заттар образдары аша быуаттар һынауын үткән мосолманлыҡ мәҙәниәте мөхитенә алып инә. Был мөхиттең кеше формалашыуындағы әһәмиәтен “йәнде һауыҡтырыу һәм сыныҡтырыу”ҙа икәнлеген айырым асыҡ итеп билдәләй.
Г. НӘБИУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.