«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Әҫәрҙәре ҡалды…



29.03.2013 Әҫәрҙәре ҡалды…

Әҫәрҙәре ҡалды…
Кисә атаҡлы башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев (Николай Васильевич Асанбаев) вафат булды.
Нәжиб Асанбаев 1921 йылдың 7 ноябрендә Баҡалы районының Ахман ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Мәктәпте тамамлағас, Өфө финанс-экономика техникумында белем ала, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, ләкин уны тамамларға насип булмай, армияға алына. Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарын үтә.
Нәжиб Асанбаевтың әҫәрҙәре күтәрелгән проблемаларҙың ак­туаллеге, конфликттың үткерлеге һәм жанр төрлөлөгө менән айырыла. Уның байтаҡ әҫәре Баш­ҡорт дәүләт академия драма театры, Сибай, Салауат, Ырым­бур, Әлмәт театрҙарында ҡуйылды һәм бөгөн дә уңыш менән бара.
Әҙиптең арабыҙҙан китеүе – республика өсөн ҙур юғалтыу.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға