«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Аҙашҡан бейеүсе



15.03.2013 Аҙашҡан бейеүсе

Аҙашҡан бейеүсе
Мәшһүр балет артисы Рудольф Нуриевтың тыуыуына – 75 йыл
Рудольф Нуриев 1938 йылдың 17 мартында Иркутск ҡалаһынан алыҫ булмаған Раздольное станцияһына юл тотҡан поезда донъяға килә. Әсәһе Фәриҙә Алыҫ Көнсығышҡа, иренең хеҙмәт иткән урынына китеп барғанда бала таба. Тик бөйөк бейеүсе, йылдар уҙғас, үҙенең автобиографик романын Бай­кал ярҙары буйлап елгән поезд вагонында тәүге ауаз һалыуы менән башламай. Юҡ, тәүге тапҡыр С. Киров исемендәге (хәҙерге Ма­рия) театры сәхнәһенә сығыуы хаҡында ла түгел. Ә совет балетының өмөтлө бейеүсеһенең 1961 йылдың июне иртәһендә Париж ҡалаһының Ле Бурже аэропортында “азатлыҡҡа һикереүе” менән башлана был китап.
Францияла совет балет труппаһы сығыштарын тамамлап, бер нисә сәғәттән Лондонға осасаҡ, унда гастролдәрҙең икенсе өлөшө планлаштырылған. Ә Рудольфҡа Мәс­кәүгә билет тотторалар һәм: “Һеҙ Кремлдә Хөкүмәт ҡабул итеүендә бейергә тейешһегеҙ”, − тиҙәр. Бейеүсе шунда уҡ эштең айышына төшөнә – гастролдәр барышында уның баш бирмәҫ холҡо, ҡунаҡханаға бик һуң ҡайтыуы, француз артистары менән яҡындан аралашыуы өсөн тыуған илдә иң ауыр яза көтөлә. Ул үҙенең яҡын дуҫына әйләнгән Клара Сент исемле ҡатынға шылтырата. Егерме минуттан Клара ике полицейский менән аэропортҡа ашығып килеп инә. Дәүләт хәүефһеҙлеге комитеты хеҙмәткәрҙәре, ниҙер һиҙеп, бейеүсене ҡапларға теләй. Балет йондоҙо бер нисә аҙым артҡа сигә һәм… “Мин ирекле булырға теләйем!” − тип полицейскийҙарға ҡаршы һикерә.
Донъя гәзиттәре быны “азатлыҡҡа һикереү” тип атай, ә Ленин­град ҡала суды Рудольф Нуриевты Ватанына хыянат иткән өсөн ете йылға иркенән мәхрүм итергә һәм мөлкәтен конфискацияларға тигән хөкөм ҡарары сығара.
Ғөмүмән, виртуоз “йондоҙ”, актер, хореограф һәм оркестр етәксеһе, миллионер булып бөтә донъяға танылған Нуриев үҙенең ярлылыҡта үткән бала сағын хәтерләргә һис яратмай. Атаһы Хәмит – сығышы менән Өфө янындағы башҡорт ауылынан, әсәһе Фәриҙә татар ҡыҙы була. Рудольф Нуриев, бөтә донъяға рус балетын данлаусы, уның тамырҙарында рус милләтенең бер ҡыҫылышы ла булмауын һәр ваҡыт билдәләргә ярата. Совет власы әҙерләгән кадрҙарҙың береһе булған Хәмит, ярлы ауылдан сығып, политрук вазифаһында ил буйлап гарнизондан гарнизонға күсеп йөрөй. Ғаиләлә инде өс ҡыҙ буй еткергәнлектән, ир малай хаҡында хыяллана. Владивосток ҡалаһына йүнәлеш алғас, Фәриҙә лә иренең артынан ҡуҙғала. Тиҙҙән Хәмиткә тағы күсенергә бойороҡ бирелә, шулай итеп, Нуриевтар һуғыш алдынан Мәскәүгә күсеп килә. Ғаилә башлығы фронтҡа саҡырыла. ҡаланы тәүге тапҡыр бомбаға тотоу менән ҡатыны һәм балалары Башҡортостанға эвакуациялана.
Ғаилә бәләкәй генә башҡорт ауылына күсеп ҡайта, Фәриҙә бында һуғыш килеп етмәҫ тип өмөтләнә. Фронт етеүен-етмәһә лә, ауыр йылдар аҙабы Нуриевтарҙы тирә-яҡлап уратып ала. Дүрт бала менән, бер ниндәй ярҙамһыҙ йәшәү ҡатынға еңел булмай, тиҙҙән ғаилә, ваҡ-төйәк мөлкәтен тейәп, Өфөгә йүнәлә. Рудольфтың бала сағынан ҡал­ған иң ауыр иҫтәлек – аслыҡ тойғоһо, ул ваҡыттағы иң тәмле аҙыҡ – бешкән картуф. Ул Өфөлә Свердлов урамындағы 2-се мәктәптә уҡый. Бында хәҙер Рудольф Нуриев исемендәге Өфө хореография училищеһы урынлашҡан.
Рудик әсәһе ниндәйҙер мөғжизә менән һаҡлап алып ҡалған радиоалғысты тыңларға ярата – музыка тактына ултырғыстан һикереп төшә. Малай мәктәпкә тиклем апайҙарының кейемендә йөрөй, бының өсөн тиңдәштәре унан бик йыш көлә. Беренсе класҡа ла ул апаһының пальтоһында бара, дөрөҫөрәге, бармай, ә аяҡ кейеме булмағанлыҡтан, уны күтәреп алып баралар. Шуға ла ул мәктәптә бик йыш яғалаша, тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел таба алмай, бер ниҙән дә ҡурҡып тормай, уҡытыусыларға ҡаршы йыш ҡына телләшә. Педагогтар Рудольфтың көндәлегенә: ”Тиҙ ярһыусан, класташтары менән һуғыша”, − тип яҙып ҡайтара.
Тиҙҙән ул үҙенә бик оҡшаған шөғөл таба – дәрестәр программаһына башҡорт халыҡ һәм башҡа милли бейеүҙәре индерелә. Рудик бар күңеле менән бейеүҙәрҙе башҡара, әсәһе улының сәнғәткә һөйөүен аңлай һәм төрлө яҡлап уның ҡыҙыҡһыныуын хуплай. Малайҙың һәләтен бик тиҙ күреп ҡалалар, һәм ул, 10 йәше тулғас, Пионерҙар һарайындағы бейеү түңәрәгенә алына.
“Мәктәптә уҡыған тәүге йылымдың Яңы йылында беренсе тапҡыр ысын балетты күрҙем, – тип яҙа Рудольф Нуриев үҙенең “Автобиография”һында. – Һәм бөгөн дә был тамашанан нисек шаҡ ҡатып тороуым һәм тулҡынланыуым хәтерҙә. Өфө милли операһында ойошторолған Яңы йыл спектаклендә милли балерина Насретдинова сығыш яһаны, уны мин бөгөн дә бик талантлы балерина тип иҫәпләйем”.
Уҡыусы Рудольф Нуриев Пионерҙар һарайының балет түңәрәгендә шөғөлләнә, тиктормаҫ малай Уҡытыусылар йорто түңәрәктәрендә лә, паровоз ремонтлау заводы клубында ла бейергә өлгөрә. Хәмит – ялҡынлы большевик-политработник, ҡыҙыл армия майоры, улының был һөнәрен оҡшатмай, киләсәктә Рудикты хәрби итеп күрергә хыяллана. Уның бейеүгә ҡарата һөйөүен бөтөрөү маҡсатында Рудольфҡа йыш ҡына ҡул күтәрә. 1953 йылда Рудольфты башҡорт театры эргәһендәге балет студияһына саҡыралар. Ул талантлы бейеүсе булараҡ билдәлелек яулай башлай. Студия, башлыса, кордебалет артистары әҙерләй, әммә Рудольфҡа айырым партияларҙы ла ышанып тапшыралар. Бер аҙҙан ул балет артисы итеп ҡабул ителә, ҙур булмаған эш хаҡы ала башлай. Унынсы синыфты егет киске мәктәптә тамамлай. Рудольф Нуриевтың Өфө сәхнәһендә башҡарған бейеүҙәре баш ҡаланың балет оҫталары иғтибарынан да ситтә ҡалмай: Рудольфтың А. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһына уҡырға инеү мөмкинлеге тыуа. Училищены тамамлағас, Рудольф Нуриевты Киров театры труппаһына ҡабул итәләр.
Спектаклдәрҙең береһендә залда Рудольфтың ата-әсәһе лә ултыра. “Атайымдың улынан өмөтөн өҙөү тойғоһо ошоға тиклем һаҡланғайны, – тип хәтерләй уның ҡыҙы Рәзидә, – күп йылдар үтеп, Рудольфтың Ленинградта Киров театрындағы сығышын ҡарағас ҡына ул балет Рудиктың яҙмышы икәнлеген аңланы”.
Талантлы артистың холҡо бер ҙә “баллы” булмай. Публика алдында ҙур уңышҡа өлгәшкән Нуриевты театр администрацияһы өнәмәй. Рудольф Нуриев һәр ваҡыт һәр нәмәгә үҙенең ҡарашын белдерә. Тап ошо сифаты ҙур конфликтҡа килтерә лә инде. Һәм, һөҙөмтә булараҡ, 1961 йылда Киров театрының Парижға гастролдәре ваҡытында 23 йәшлек артист тыуған илгә ҡайтыуҙан баш тарта.
Сит илдә яҡташыбыҙҙың таланты бар ҡеүәте менән балҡый башлай. Ул маркиз де Куэвас балет труппаһының күҙ ҡамаштырғыс сағыу “йондоҙ”она әйләнә, “Ковент Гарден”да бейей, Лондонда Король балеты артисы була. Балет яратыусылар Марго Фонтейн исемле бөйөк инглиз балеринаһын һәм Рудольф Нуриевты балет тарихында иң яҡшы бейеүсе пар тип иҫәпләй. Уларҙы тамашасылар 1964 йылда “Аҡҡош күле” балетынан һуң алҡышлап, 89 тапҡыр баш эйергә саҡыра, был һан Гиннесс рекордтар китабына ингән. 1983 йылда Нуриевты “Гранд-Опера”ның художество етәксеһе итеп ҡуялар һәм алты йыл эсендә ул Франция театрының абруйын юғары күтәрә.
Беҙҙең бөйөк бейеүсебеҙ бик алама холоҡло булған, тип тә хәтерләйҙәр. ҡыҙыу, мыжыҡ, үҙенең яҡындары һәм партнерҙарына ҡарата залимдарса мөғәмәләлә булған. “Мин теләйем. Һин эшләргә тейеш”, − инглизсә әйтелгән ошо һүҙҙәре менән Нуриев артистар алдына бурыс ҡуйған.
Бик көслө һәм сәләмәт кеше булараҡ, Рудольф Нуриев йылына 300-әр балетта бейей.
Тыуған ҡалаһында ул бер тапҡыр ғына 1987 йылдың ноябрендә була. Рәйсә Горбачеваның шәхси үтенесе буйынса Нуриевҡа үлем түшәгендә ятҡан әсәһе менән хушлашыр өсөн Өфөгә килергә рөхсәт итәләр. Иң яҡын кешеһенән ғәфү үтенергә өлгөрә ул, әммә әсәһе уны танымай.
Ул ваҡытта Нуриевты өфөләрҙең бик аҙы күреп ҡала. Ул матур оҙон пальтола, муйынына сағыу шарф ураған, бәйләнгән башлыҡ, ҡалын табанлы ботинка кейгән була. ҡунаҡ бер аҙ ҡала буйлап йөрөй, театрҙа, Нестеров исемендәге музейҙа туҡтала. 1992 йылда Рәсәйгә тағы бер тапҡыр килгәндә бейеүсене креслола этеп йөрөтәләр, сөнки был ваҡытта үлемесле СПИД ауырыуы уның һуңғы хәлен ала. Бер енесле мөхәббәт яҡлы һәм бик күп һөйәр алмаштырыусы Рудольф Нуриев көндән-көн хәлһеҙләнә, был донъяла иң яратҡан шөғөлө – бейеү өсөн сәхнәгә сығыу мөмкинлегенән яҙа, ғазаплана. Бейеү Аллаһына тиңләрлек һәләтте бирһә лә, Рудольфтың әхлаҡһыҙ йәшәү рәүешен шулай ҡаты язалай Хоҙай.
1993 йылдың 6 ғинуарында Рудольф Нуриев вафат була. Ул Парижда Сант-Женевьев-де-Буа зыяратында ерләнгән.
Өфөлә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында 1993 йылдың мартында “Был сәхнәлә 1953 − 1955 йыл­дар­ҙа ХХ быуаттың күренекле бейеүсеһе Рудольф Нуриев үҙенең ижади юлын башланы” тигән һүҙҙәр яҙылған таҡтаташ асылды. Йыл да баш ҡалабыҙҙа мәшһүр шәхесебеҙ исемен йөрөткән халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале уҙғарыла, 2012 йылда фестиваль ун һигеҙенсе тапҡыр үтте.

Лилиә ХӘЛИТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға