05.03.2013 Йәшәгәне – бер көнлөк, эшләгәне – быуатлыҡ
Билдәле башҡорт шағиры, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Амантай йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнап йәшәгән
Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың күргәҙмә залында арҙаҡлы башҡорт әҙәбиәтсеһе, фольклорсы, шағир, йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Амантайҙың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе уҙҙы. “Амантай” ижади үҙәге ойошторған сараға билдәле ғалимдар, артистарыбыҙ, студенттар килде.
Ғабдулла Амантайҙың исемен телгә алғанда, күҙ алдына аяуһыҙ, фажиғәле 30-сы йылдар килеп баҫа. Халҡыбыҙҙың ниндәй аҫыл заттары йәш кенә көйөнсә юҡ ителгән! 1938 йылда язалап үлтерелгәндә, Амантайға ни бары 30 йәш кенә була.
“Бөтә башҡорт милләтенең ҡатмарлы дәүерҙәрҙә рухи-ижтимағи эҙләнеүҙәрен һәм асыштарын, тантаналарын һәм фажиғәләрен, шатлыҡтарын һәм һыҙланыуҙарын, осоштарын һәм ҡыйралыштарын, ихлас инаныуҙарын һәм яфа сигеүҙәрен үҙенә ни тиклем тығыҙ туплаған да, ҡайһылай балҡытып сағылдырған. Бәрәкәтле лә, һәләкәтле лә йылдар − тотош ил халҡының бөйөк ҡаҙаныштарын ҡаҡшатҡан бөйөк юғалтыуҙар, ғәйепһеҙ ҡорбандарға әйләнгән ысын ҡаһармандар, әле генә күктәргә сөйөп данлағандарҙы хәҙер килеп хурлау, мәсхәрәләүҙәр, ҡара ҡайғылар менән бергә уҡмашҡан аҡ бәхеттәр…” − тип яҙғайны Ғабдулла Амантайҙың “Көн һәм быуат” исемле китабының баш һүҙендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Хәтер кисәһендә ул Амантайҙың яҡташы булараҡ та сығыш яһаны.
− “Көн һәм быуат” китабындағы фотоһүрәттәр араһында мине айырыуса хайран ҡалдырған бер һүрәт бар. Ул 1921 йылда төшөрөлгән – Ғабдуллаға 14 кенә йәш. Ә ул − хәрби гимнастерка, фуражка кейеп, биленә ҡалын ҡайыш быуып киләсәккә ышаныс менән ҡарап торған комсомол комитетының секретары. Шул уҡ йылда Ғабдулла Стәрлетамаҡта “Беҙ” шиғырын яҙа. 20 йәше тулмаҫ борон уҡ республика матбуғатына етәкселек итә. Ул заманда тиҙ өлгөргән шәхестәр байтаҡ булған, әлбиттә. Әммә тиҙ өлгөрөүҙең сере тәбиғәт биргән талантта ғына түгел. Шул талантты яуаплылыҡ менән бергә ҡушып ҙур маҡсаттар менән йәшәү асылы ята бында. Ҙур шәхестең тыуған яҡтарымдан сығыуы − минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Беҙ Амантай менән бер ауылдан ғына түгелбеҙ, шәжәрәбеҙ ҙә бер тамырға барып тоташа. Данлыҡлы Аҫылгәрәй олатайҙың ике улы – Бикбай һәм Табылды була. Уларҙан Бикбаевтар һәм Амантаевтар таралып китә. Ғабдулланың атаһы Сәхипгәрәй бик аҡыллы хәлфә, уҡытыусы булған. Улына ла тәрән белем биреп өлгөргән, рус мәктәбендә уҡытҡан. Революциянан һуң Сәхипгәрәйҙең йортонан ылау-ылау китап тейәп алып киттеләр, тип һөйләй торғайнылар. Тимәк, Ғабдулла бәләкәстән китап, белем нурына ҡойоноп үҫкән. Бөгөнгө сараның китапханала үтеүе айырыуса ҡыуаныслы, сөнки Амантай бөтә ғүмерен китапҡа арнаған, − тине Рауил Төхфәт улы.
Ғабдулла Амантай 1928 − 1931 йылдарҙа Ленинградта Философия һәм лингвистика институтының Көнсығыш факультетында уҡый һәм Өфөгә ҡайтып, Милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институтында (Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) директор булып эш башлай. Шулай итеп, Амантай башҡорт әҙәбиәте ғилеменә, фольклористикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була.
− 30-сы йылдарҙа халыҡ дошманы мөһөрө тағылып, Өфөгә һөргөнгә Мәскәү университеты ректоры, академик Матвей Любавский ебәрелгән була. Ғабдулла Амантай, уның бөйөк тарихсы булыуын белеп, ғалимды эшкә урынлаштыра. Үҙ ғаиләһе хәлле булмаһа ла, Любавскийҙарға йәшереп кенә картуф та ташый. Бына шундай кешелекле шәхес булған Ғабдулла Амантай, − тип һөйләне Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова.
Институтта яҙылған ғилми хеҙмәттәре Амантайҙы ҡулға алыуға сәбәп була. 1934 йылда Сафуан Яҡшығолов, Шәйехзада Бабич кеүек әҙиптәрҙең ижадын индереп, уҡыусылар өсөн дәреслек сығара. Ошо дәреслектә буржуаз милләтселекте яҡлауҙа һәм аҫтыртын рәүештә совет власын ҡыйратыу эштәрен алып барыуҙа ғәйепләйҙәр Амантайҙы. “Милли әҙәбиәтте билдәләү принциптары” тигән ғилми мәҡәләһендә ул, революцияға тиклем башҡорт әҙәбиәте булмаған, тигән ҡарашты инҡар итә. Был хеҙмәтен иһә Амантайҙы хөкөм иткәндә төп дәлил итеп сығаралар.
Ә бит, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Ғабдулла Амантай күренекле ғалимдар араһында ла ҙур абруй ҡаҙанған була. Хәйер, ошо абруйынан ҡурҡып һәләк иткәндәрҙер ҙә инде. Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, профессор Зәйтүнә Шәрипованың хәтирәләре лә шундай уйҙарға килтерә:
− Ғабдулла Амантай – мәғарифыбыҙға ҙур өлөш индергән шәхес. Төп вазифаһынан тыш, ул Башҡорт дәүләт институтында ла уҡытыусы булып эшләй, башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр, программалар төҙөй. Амантайҙың ауылдашы, һабаҡташы ҡасим Аҙнабаев – 20 − 30-сы йылдарҙағы милли элитабыҙ араһынан хөкөм ителгәндәрҙән берҙән-бер иҫән ҡалған кеше. Заманында ҡасим ағай менән аралашып ҡалырға һәм Амантай тураһында уның хәтирәләрен тыңларға насип булды. “Ике йәшкә оло булһам да, Ғабдулланы остазым тип йөрөттөм, сөнки бәләкәйҙән бергә яҙышып үҫтек, − тип һөйләне ҡасим ағай. – 1917 йылда ауылыбыҙҙа ҙур митинг булды. Ололар ялҡынлы телмәр тотто. ҡараһам, 10 йәшлек Ғабдулла майҙан уртаһына сығып, йәшәһен революция, тип ҡысҡырып, “Марсельеза”ны йырлай башланы”. Тимәк, Амантайға бала сағынан йәмғиәтлек тойғоһо һалынған, ул ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәй торған шәхес булып тыуған. 1936 йылда Сталин әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеп бөткәс, ҡасим Аҙнабаевты рөхсәт алырға Мәскәүгә ебәрәләр. Шунда көтмәгәндә Амантайҙы осрата. “Әле һөйләшергә ваҡыт юҡ, кисен ҡунаҡханалағы бүлмәмә кил, мин һине шәп кешеләр менән таныштырырмын”, − тип Амантай китеп бара. “Кисен бүлмәһенә инһәм, үҙе ҡайтып етмәгән, 15 академик ултыра. 28 йәшлек башҡорт егетенә уның менән аралашыр өсөн бүлмәһенә ҙур-ҙур ғалимдар йыйылыр булған икән, Амантайҙың абруйы бик көслө булған”, − тип һөйләгәйне ҡасим ағай. Ғабдулла Амантай кеүек шәхестәребеҙҙең яҙмышын, мираҫын өйрәнеү эштәре алда әле. Улар тураһында йышыраҡ һөйләргә, яҙырға кәрәк.
Хәтер кисәһендә студенттар Амантайҙың шиғырҙарын уҡыны, йырсы Сәйҙә Ильясова, ҡурайсы Азат Айытҡолов халыҡ көйҙәрен башҡарҙы. Ғабдулла Амантайҙың ейәне, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Рафаэль Амантаев бөгөн олатаһының исемен ҡәҙерләп һаҡлай, мираҫын өйрәнә.
− Хәтер кисәһен үткәреү теләге күптән булды. Әммә билдәләнгән ваҡыты күсерелә килде. Атайым Ғабдулла Амантайҙың исемен һаҡлауҙы миңә васыят итеп ҡалдырғайны. “Амантай” ижади үҙәгенең барлыҡҡа килеүе лә шуға бәйле. Унда, сәхнә костюмдары тегеүҙән тыш, йәмәғәт эштәре лә алып барыла. Олатайым быларҙың барыһын да хуплар ине, тип уйлайым. Сөнки ул үҙе лә бейергә яратҡан, мандолинала уйнаған, – ти Рафаэль Альберт улы.
Ғабдулла Амантай кеүек шәхестәребеҙ шулай һәр саҡ күңел түрендә булһа, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы булыр.
М. ИҡСАНОВ.