«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ



01.03.2013 Батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ

Батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ
Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ Шәкирйән Мө­хәмәтйәнов (Александр Мат­росов) бынан 70 йыл элек һәләк булған көндә, йәғни 27 февралдә, батырҙың исеме хөрмәт менән хәтергә алынды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Өфөлә, Ленин исемендәге паркта ҡуйылған һәйкәленә сәскәләр һалды.
“Бындай батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Улар киләһе быуындарға өлгө булып ҡалһын өсөн беҙгә бөгөн шәхестәр исемен онотмаҫҡа кәрәк, тәү сиратта данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙы, милләттәштәребеҙҙе”, – тине һәйкәл янына йыйылыусылар.
Тарихсылар мәғлүмәте буйынса, Шәкирйән Мөхә­мәтйәновтың батырлығын Бө­йөк Ватан һуғышы йылдарында тағы ла бер нисә йөҙ һалдат ҡабатлаған.
Әлеге бронза һәйкәл 1951 йылдың 9 майында ҡуйылған, парк та Матросов исеме менән аталған. Үҙәк аллеяла торған һынды 1970 – 1980 йылдарҙа Эске эштәр министрлығы мәктәбе биләмәһенә күсергән булғандар, шул осор­ҙа Еңеү паркында Александр Матросов – Шәкир­йән Мөхә­мәт­йәнов һәм шундай уҡ батырлыҡ эшләгән Миңлеғәле Ғөбәй­ҙуллинға яңы һәйкәл ҡуйылған. Аҙаҡ­таныраҡ тәүге һәйкәлде кире Ленин паркына (Матросов исеме ниңәлер үҙгәртелә) ҡайтарып, төпкәрәк урынлаштыр­ғандар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға