«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Шәкирйәндең батырлығы – мәңгелек



26.02.2013 Шәкирйәндең батырлығы – мәңгелек

Шәкирйәндең батырлығы – мәңгелек
Бөйөк Ватан һуғышы батыры Александр Матросовтың исемен белмәгән кеше юҡтыр. Һәр хәлдә, күкрәге менән дошман дзотын ҡаплаған совет һалдаты әлеге өлкән һәм урта быуын өсөн мәңгелеккә ысын герой булып ҡалған.
Ә инде Матросовтың Урал егете, Учалы районының ҡунаҡ­бай ауылында тыуған Шәкирйән Мөхәмәтйәнов булыуы беҙгә, уның милләттәштәренә, айырым ғорурлыҡ өҫтәй. Был хаҡта яҙыу­сы, журналист Рәүеф Насиров ентекле тикшереүҙәр үткәреп, дәлилдәр менән “ҡайҙан һин, Матросов?” исемле китап яҙып сыҡты.
Балалар йортонда тәрбиәләнгән Матросов (Шәкирйән үҙенә ошондай фамилия ала) Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, фронтҡа барырға теләүе тураһында әллә нисәмә тапҡыр үтенес яҙа. Ниһайәт, 1942 йылдың сентябрендә ул армияға алына. Тарихҡа инеп ҡалған батырлығы тап ошо айға, 27 февралгә, тура килә. Был ваҡиғаға 70 йыл ваҡыт үткән.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ошо аҙнала Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ Шәкирйән Мөхә­мәтйәнов – Александр Мат­ро­­совтың иҫтәлегенә арналған сара үткәрә. Был турала гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡыр­һығыҙ.
А. АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға