«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Төштәремә инә Кандагар



15.02.2013 Төштәремә инә Кандагар

Төштәремә инә Кандагар
Һуғыш бөтөп күпме йылдар үткән,
Әле һаман һыҙлай яралар.
Һөйгәндәрен көтә тоғро ҡыҙҙар,
Ә улдарын көтә әсәләр.

Әсе афған еле яҙмыштарҙы
Телеп үтте, ҡалды яралар.
Төштәремә инә ҡәһәр һуғaыш,
Төштәремә инә Кандагар.

Әле беҙгә бары ун туғыҙ йәш,
Тышта матур, тышта йәмле яҙ.
ҡурғаш ямғырҙары яуып үтә,
Ә күктәр һуң, күктәр салт аяҙ.

Әсе афған еле яҙмыштарҙы
Телеп үтте, ҡалды яралар.
Төштәремә инә ҡәһәр һуғыш,
Төштәремә инә Кандагар.

Илдар ШӘРИПОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға