15.02.2013 Әсәләрҙең мәңге йәше кипмәҫ, Аҫыл улдар ҡалды Афғанда...
Хат ташыусы ауылға килгән сираттағы почтаны бүлгәндә иң тәүҙә “Красная звезда” гәзитен алып, Нуретдиновтарҙың гәзит-журналын бер урынға тупланы. Борай районының Ваныш-Алпауыт ауылында тик бер генә ғаилә был хәрбиҙәр өсөн гәзитте алдыра, сөнки уларҙың улдары Марат хәрби училищеға барырға хыяллана.
Хәрби училищеға физик яҡтан ныҡ, яҡшы уҡыған, һәр яҡлап белемле егеттәрҙе генә уҡырға алалар. Марат та быны яҡшы аңлай. Спортҡа килгәндә, ул саңғыла уҙышҡанда бер кемгә лә үҙен уҙырға ирек бирмәй, районда чемпион. Үҙен төрлө яҡлап үҫтереү өсөн китаптарҙы күп уҡырға тырыша. Синыф сәғәтендәге политинформациялар ҙа – Марат иңендә. Донъяла ҡайҙа ниндәй ваҡиғалар булған – ул барыһын да белә, синыфташтарына сәбәптәрен аңлата.
Һигеҙенсене тамамлағас, Ваныш-Алпауыт егете хыялын тормошҡа ашырырға була − Суворов училищеһына документтарын тапшыра. Тик хәрби булырға теләге булған егетте комиссия ағзалары: “Күҙҙәрең насар күрә, беҙҙең уҡыу йорто курсанты талаптарына тура килмәйһең”, − тип кире бороп ҡайтара. “Их, олатайым ниңә генә һуғыш ветераны түгел икән (оло йәштә булғас, уны һуғышҡа алмайҙар), ветерандарҙың ейәндәрен конкурсһыҙ уҡырға алалар”, − тип уҡырға инә алмауына оҙаҡ борсолоп йөрөй.
Бала саҡ хыялына хыянат итеп буламы инде, артҡа сигенеү юҡ. Унынсыны тамамлағас, егет тағы бәхетен һынап ҡарамаҡсы булды. Был юлы Новосибирск хәрби училищеһына йырлап тигәндәй уҡырға инеп китә. Тырышып ҡына уҡырға кәрәк хәҙер, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерергә ярамай. Уҡыуҙан ҡыуылып ҡайтһаң, уҡытыусыларыңдың йөҙөнә нисек ҡарамаҡ кәрәк?! Белемгә ынтылыусан, уҡыуға һәләтле егет ҡырҡ ата балаһы йыйылған ерҙә лә юғалып ҡалмай – училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Афғанстанда был ваҡытта ҡыҙыу һуғыштар бара − Советтар Союзы был республикаға ярҙам итеү, тыныслыҡ урынлаштырыу маҡсатында унда үҙенең ғәскәрен индергән. Хәрби училищены тик яҡшы билдәләргә тамамлаған кесе лейтенант Марат Нуретдиновтың илебеҙҙең теләгән бер тыныс хәрби округына барырға мөмкинлеге булһа ла, ул үҙен Төркостан округына ебәреүҙәрен һорай. Хеҙмәтен башлар алдынан туғандарын күрер өсөн ауылға ҡайтып китә лә, Афғанға юллана. Ысын хәрби тормоштоң ниндәй булғанын күрергә кәрәк, әҙерәк тәжрибә туплағас, Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академияға ла уҡырға инер.
Бына Афғанстан... Күккә олғашҡан бейек, өҫтөндә ҡар япмаһы ятҡан тауҙары, тарлауыҡтарҙан шашынып-шашынып аҡҡан шаулы йылғалары менән ҡайһы саҡ уға Башҡортостанды ла хәтерләтеп ҡуйғандай. Әммә аяҡ аҫтында ҡара тупраҡ түгел, тау-таш араһында эҫе ҡояш нурҙарынан тының ҡурылып бара. Тәү ҡарағанда тыныс ҡына күренһә лә, был сүллек, тарлауыҡтар аша бандиттар төркөмдәре ҡорал, боеприпастар, наркотиктар тейәлгән каруандары менән үтә. Мөжәһиттәр уяу − һәр ерҙә һине дошман ҡуйып киткән миналар һағалай, көтмәгәндә белмәгән урындан ут асыуҙары ла ихтимал. Яңы ғына хеҙмәт урынына килгән йәш хәрби офицерҙы десантсылар ротаһы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бер аҙ хеҙмәт иткәс, лейтенант Нуретдиновты тағы ла яуаплыраҡ урынға − разведка ротаһына замполит итеп ҡуялар. Һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған ябай һәм ғәҙел командирҙы һалдаттар ҙа яратып өлгөрә. Шаяртып, Башҡортостандан булғаны өсөн “Замполит “Башҡорт” ҡушаматы ла тағып өлгөрәләр.
Бер көндө разведротаға ташландыҡ ҡышлаҡты тикшерергә тигән бойороҡ була. Унда инер алдынан разведчиктар мотлаҡ шартлатырға әҙерләнгән граната менән инә. Хәүеф юҡ икән, группаға отбой биргәс, гранатаның дүңгәләгендәге тимерен хәүефһеҙ хәленә ҡайтарып, кире бөгөп ҡуяһың. Шунан тағы “Алға!” тигән команда яңғырай. Тағы ла шартлатҡыс эш хәленә инә, бер нисә минуттан ҡабаттан “Отставить!” тигән команда яңғырай. РГД гранатаһының дүңгәләгендәге алюмин тимер йыш бөгөлөүҙән һына, ләкин әле генә ҡышлаҡты ҡарап сыҡҡан тәжрибәһеҙ һалдат уны абайламай. Марат, һалдаттарҙың сафҡа теҙелгәнендә бына-бына шартларға әҙерләнгән гранатаның сыртлаған тауышын ишетеп, һалдаттың өҫтөнә ташлана һәм көслө шартлау яңғырай. Шартлау тулҡынынан тирә-яҡҡа алып ташланған һалдаттар командир менән дуҫтарының ҡанһырап ятҡан кәүҙәһен генә күрә. Иң мөһиме − ротаныҡылар иҫән, командирҙары уларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
Был ни бары дүрт ай ғына хеҙмәт иткән Мараттың Алихейлдағы тәүге һәм һуңғы хәрби операцияһы була.
Мәңгелек алдында әҙәм балаһының ғүмеренең ҡыҫҡа булыуын өс көн менән генә сағыштырған бер аҡыл эйәһе. Мараттың булмышына ҡарап өмөтлө киләсәк юраһалар ҙа, тормошо яңы ғына башланып торған, ҡыҙҙарға һөйөү серен асырға ла өлгөрмәгән егеттең ғүмере атылған йондоҙ кеүек ҡыҫҡа ғына була. Һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡарған өсөн уяу командирға үлгәндән һуң ҡыҙыл йондоҙ ордены бирелә.
Нәҫел сылбыры өҙөлмәй, осраҡлыҡмы был, әллә Хоҙайҙың тормоштоң дауам итеүен аңғартырға тырышыуымы, егет үлгән көндә − 1984 йылдың 22 декабрендә уның бер туған апаһының ғаиләһендә тағы бер баһадир малай донъяға килә. ҡустыларының иҫтәлеге итеп уға Марат тип исем ҡушалар.
Йәшләй генә дүрт бала менән тол ҡалған Әнисә инәйҙе яҙмыш тағы ла һынай − бәғер ите − ғәзиз балаһын юғалтыу ҡайғыһынан ул бөтөнләй тормош мәғәнәһен юғалтҡан төҫлө ине. Башҡа балаларына, ейәндәренә күңелен баҫып, рухын һындырмай йәшәргә көс таба үҙендә. Йәшләй генә гүр эйәһе булған улы бер генә көн дә иҫенән сыҡмай уның, мәңгелеккә бөтәшмәҫ яра булып, мәңгелеккә йөрәгенә уйылған.
Инде нисә йыл өй түрендә, Мараттың төҫө булып, хәрби формаһы эленеп тора. Әйтерһең дә , ул әле лә иҫән, ғәзиз улыҡайы ҡайҙалыр йәшәп ята, бер көн ҡайтып инер ҙә шат йылмайып әсәһен ҡосоп алыр кеүек. ләкин ысынбарлыҡ аяуһыҙ – был мөмкин түгел. Ғүмере ҡыҫҡа булмаһа икән...
“Мәғәнәһеҙ һуғыш минең синыфымдағы иң һәләтле, тырыш балаларҙың береһе булған Мараттың ғүмерен бик йәшләй генә өҙҙө. Әгәр ҙә ул һәләк булмаһа, бөгөн ауылым өлкән лейтенант Марат Нуретдинов менән генә түгел, ә генерал Марат Нуретдинов менән ғорурланыр ине, тип һис икеләнмәйенсә әйтәм”, – тип уҡыусыһы хаҡында хәтирәләрендә яҙа уның синыф етәксеһе Зөһрә Рәшитова. Өмөтлө хыялдарын әжәл өҙмәһә, ауылдаштары ғына түгел, барлыҡ борайҙар ҙа ғорурланыр ине... Тик ни эшләйһең, тәҡдир...