«Йәшлек» гәзите » Хәтер » «Волга аръяғында беҙгә ер юҡ…»



01.02.2013 «Волга аръяғында беҙгә ер юҡ…»

«Волга аръяғында беҙгә ер юҡ…»
Сталинград йүнәлешендә һөжүм итеү генерал-полковник Фридрих фон Паулюстың 13 дивизиянан торған 270 мең кешелек армияһына тапшырыла. Беҙҙең Юғары баш командование ставкаһы иһә уға ҡаршы 160 мең кешелек 62, 63, 64-се армияларҙы ғына ҡаршы ҡуя ала. 1942 йылдың 17 июлендә Сталинград һуғышы башлана һәм насар ҡоралланған ҡыҙыл Армия Волга ярҙарына табан сигенергә мәжбүр була. 21 августа немец ғәскәрҙәре Донды кисеп сыға, а 23 августа 6-сы армияның танк корпусы Сталинградтың төньяғынан Волга ярҙарына килеп етә, Мамай ҡурғанын ала. Алыштар ҡала урамдарына күсә. Көньяҡтан төньяҡҡа табан 62 саҡрымға һуҙылған ҡаланы ҡулда тотоу совет ғәскәрҙәренә еңелдән булмай. Шулай ҙа улар өҫтәмә көстәр килгәнсе теш-тырнағы менән Волганың яр буйына «йәбешә», дошманды йылғаға яҡын ебәрмәй, уның аша үткәрмәй.
ҡаланы обороналаусылар ара­һында «М − 13» реактив минометы расчеты командиры, Салауат районының Таймый ауылы егете Барый Яруллинда була. Ул ҡазандағы 25-се уҡсылар полкында хәрби әҙерлек үтә. Егеттең әүҙемлеген, тырышлығын, ныҡышмалылығын күреп һәм махсус урта белемен иҫәпкә алып, Мәскәүҙең Измайлов паркында урынлашҡан Л. Красин исемендәге артиллерия училищеһы эргәһенда асылған М − 8 һәм М − 13 реактив минометтарын (уны һалдаттар яратып «Катюша» тип тә йөрөткән) үҙләштереү буйынса ҡыҫҡа сроклы курсҡа уҡырға ебәрәләр.
Уны тамамлағас, Барый М − 13 минометы расчеты командиры итеп тәғәйенләнә, уға сержант звание­һын бирәләр һәм 83-сө полктың 325-се дивизионы менән Ста­линград фронтына ебәрәләр. Яҡташыбыҙ ҡаты алыштың уртаһына барып инә. Полк идара итеү штабынан, ике батареялы өс дивизиондан тора. Һәр батареяла М − 13 тибындағы дүртәр ҡорамал. Тимәк, бер полкта ғына бөтәһе 24 «Катюша».
Ул дәһшәтле көндәр Барый Яруллиндың хәтерендә түбәндәгесә һаҡлана. Американан «ленд-лиз» (үтескә арендаға биреү шарты) системаһы буйынса алын­ған өс үҙәкле «Шеврале» йөк автомашинаһына ултыртылған «Ка­тюша»лар эргәһенә һалдаттар теҙелеү менән землянканан батарея командиры, өлкән лейтенант Юрий Баранюк, ҡайһы расчеттың ҡайҙа залп бирергә тейешлеген аңлатып, 10 минуттан әҙер булырға ҡуша.
Батареяның уң ҡанатындағы 1-се ут взводының 1-се расчеты командиры Барый Яруллин яҡындағы ҡыуаҡ араһына инеп, өҫтәл һымаҡ тигеҙ дала ситендәге ҡал­ҡыу­лыҡ итәгендә ятҡан ауылды бинокль аша күҙәтергә керешә. Ысынлап та, тынды ҡурырлыҡ эҫе ҡояш аҫтындағы ауыл урамдары төндә килеп урынлашҡан дошман танкылары, машиналар, орудиелар менән шығырым тулған. Ауыл кешеләре күренмәй. Тик немец һалдаттары ғына урам буйлап ары-бире йөрөй, ауыҙ гармунын бырҡылдата, көлә, үҙ-ара шаяра.
Шуны ғына көткән батарея командиры сигнал ракетаһын зәңгәр күк йөҙөнә сойорғотоу менән «Катюша»лар телгә килә һәм ауыл өҫтөндә ҡойон ҡуба. Металл һы­ныҡтарына әйләнгән дошман техникаһы бер минут эсендә юҡҡа сыға, әле генә тар урамдарҙы тултырып аҡырып йөрөгән һалдаттар менән бутала, эҫенән ҡороп һар­ғай­ған дала үләнен утлы балаҫ ҡап­лай. ҡот осҡос был мәхшәрҙе ҡа­рап тороу оҙаҡҡа һуҙылмай. ҡапыл ауыл артындағы ваҡытлыса аэродромдан бомбардировщиктар һа­уаға күтәрелә. Әммә был ваҡытта «Катюша»ларҙан елдәр генә иҫә.
Байтаҡ юғалтыуға дусар ител­һә лә, дошман алға барыуын һаман дауам итә. Һөжүмгә авиация килеп ҡушыла. Август урталарында генерал фон Рихтгофендың 4-се һауа армияһы Сталинградтың һауа оборонаһын емереп, ҡаланы утҡа тота башлай. Тәүге көндә үк Волга ярҙарына мең тоннанан ашыу бомба ташлай. Әммә сталинградсылар сигенергә, Волганың һул ярына сығырға уйламай ҙа. «Волга аръяғында беҙгә ер юҡ!» − ти улар. Ғөмүмән, тарихсылар Сталинград һуғышын икегә бүлеп йөрөтә. Тәүгеһе − оборона һуғышы. Ул 1942 йылдың 17 июленән 10 ноябренә тиклем арауыҡты үҙ эсенә алһа, икенсеһе − контрһөжүм, дошмандың 6-сы армияһын ҡамау һәм тар-мар итеү. Ул 1942 йылдың 19 ноябрендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем дауам итә.
ҡаланың төньяҡ-көнбайыш урам­дарын баҫып алғас, дошман ҡалған урамдарын да бүлгеләп юҡ итергә тырыша һәм уның көньяҡ өлөшөн дә, урта өлөшөн дә аяуһыҙ бомбаға тота.
1942 йылдың сентябрендә Сталинград урамдарында һуғы­шыу­сы 62-се армия командующийы итеп генерал-лейтенант (һуңынан Советтар Союзы Геройы, Советтар Союзы маршалы) Васи­лий Иванович Чуйков тәғәйенләнә. Ул ҡала урамдарындағы алыштар­ҙың яңы тактикаһын уйлап таба. Полктар еңелсә ҡоралланған (автомат, хән­йәр, бер нисә граната) 15 – 20 кешелек штурм төркөмдәренә бүленә. Улар көтмәгәндә өй емереклектәренән, подвалдарҙан килеп сыға ла йәшен тиҙлегендәй дошман өҫтөнә ташлана.
ҡул һуғыштары башлана һәм штурм төркөмдәре һәр ваҡыт еңә. Немецтар аңдарына килеп өлгөргәнсе улар йәнә өй араларына инеп юғала ла икенсе яҡтан килтереп бәрә. Дошманға снайперҙар ҙа тынғылыҡ бирмәй. Снайпер, һуңынан Советтар Союзы Геройы Владимир Зайцев үҙе генә меңдән ашыу фашистың башына етә. Уны атып алырға тип хатта Берлиндағы снайперҙар мәктәбе етәксеһе майор Конингс ебәрелә. Ике снайпер өс көн буйы бер-береһен күҙәтә, төрлөсә хәйлә ҡора һәм, ниһайәт, фашист снайперы Зайцев ҡорған тоҙаҡҡа эләгә.
Ошондай уттай ҡыҙыу көндәрҙең береһендә тимер юл вокзалын немец танкыларынан һаҡлау өсөн капитан Александровтың «Катю­ша»­лар дивизионын ебәрәләр. 1-се ут взводынан сержант Барый Яруллиндың расчеты вокзал ҡы­йығы ышығында урынлаша һәм ажғырып килеүсе танкыларға тура наводка менән ут аса. Ике танкыны бер юлы ут ялмап алһа ла, арттан килеүселәре уны урап үтергә маташа. «Катюша» расчеты шунда ук позицияһын үҙгәртә һәм йәнә ҡанатлы реактив снарядтар әсе һыҙғырып немец танкыларын онтай, емерә. «Катюша» расчеты ла байтаҡ яугирын юғалта. Бер мәлде улар икәү генә ҡала: водитель дә Барый үҙе. Көс-хәл менән 40 килограмлыҡ ракетаны йүнәлткес рельс­ҡа һалып, водитель дә ҡаты яралана. Өҫ-башы ҡоромға буялған расчет командиры яралы иптәшен ситкәрәк һала ла, ҡалған ракеталар­ға үҙе тотона һәм тағы ла дошман танкыларын сүпләй башлай. Әммә … ҡапыл сайҡалып китеп арҡаһы менән дошман снаряды соҡоған соҡорға барып төшә. Аңын юғалт­ҡан Барый яртылаш соҡорға күмелеп ҡала, танкылар вокзал янына килеп етә алмай. Тик ҡараңғы төшкәс кенә санитарҙар Яруллинды соҡорҙан ҡаҙып сығара һәм Волга яры аҫтындағы ялан лазаретына алып китә. Операция өҫтәлендә ятҡанда ла аңына килә алмай сержант. Уны башҡа яралылар менән төндә катерға һалып һул ярға алып сығалар. Айға яҡын аунай Барый госпиталь палатаһында һәм тик ноябрь урталарында, йәғни совет ғәскәрҙәренең һөжүменә өс-дүрт көн ҡалғас ҡына госпиталдән сыға һәм дивизионына ашыға.
Һәм бына 1943 йылдың 19 ноябре иртәһендә Сталинград күген ҡеүәтле пушкалар, «Катюша»лар, минометтар тауышы күмеп китә, сәғәт ярымлыҡ артиллерия әҙерлегенән һуң Төньяҡ-Көнбайыш фронты (командующийы генерал-лейтенант Николай Ватутин) һәм Дон фронты (генерал-лейтенант Константин Рокоссовский) ғәскәр­ҙәре һөжүмгә күсә, 20 ноябрҙә улар­ға Сталинград фронты (генерал-полковник Ан­дрей Еременко) ла ҡушыла. Шартлы рәүештә «Уран» тип аталған хәрби операция ана шулай башлана. Генераль штаб һәм Юғары баш командующий ставкаһы планы буйынса уларға тәүге осорҙа Серафимович, Клетск райондарындағы һәм Сталин­град­тан көньяҡтараҡ Сарца күленән Калач ҡалаһына тиклемге аралыҡта тупланған дошман төркөмөн ҡыйратырға кәрәк.
Ер өҫтөнә ҡуйы томан таралып, туҡтауһыҙ яуған ҡар авиацияға осор­ға ирек бирмәһә лә, тәүге эшелондағы уҡсы дивизиялар не­мец һәм румын ғәскәрҙәренең оборонаһын өҙөп, тылға үтә. Ләкин 20 ноябрҙә һөжүмгә күскән Ста­лин­град ғәскәрҙәре өсөн уңыш тиҙ генә баш бирмәй. Һөҙөмтәлә һө­жүм туҡталып ҡала һәм йәнә артиллерия менән гвардия минометтарына көс төшә, дошман позициялары өҫтөнә снарядтар, реактив ракеталар оса, «Катюша»лар йыры тынып та өлгөрмәй, шуны ғына көткән уҡсы дивизиялар окоптарҙан ҡалҡып сығып, ҡышҡы һалҡын һауаны «Ура» тауыштары телеп үтә, тимер бункерҙарҙа, өс-дүрт накатлы блиндаждарҙа боҫоп ҡалған һәм һаман да тештәрен күрһәтеп маташҡан фашистар өҫтөнә ташлана. ҡан ҡойғос алыш ҡыҫҡа һәм киҫкен. Бында бер-береңде йәлләү тойғоһо, әсиргә алыу, әсиргә бирелеү тигән уй башҡа ла килмәй. Кем кемде...
Ул арала булмай һөжүм итеүсе дивизияларҙың уң һәм һул флангыларынан ҡара тәреле үҙйөрөшлө «фердинанд» орудиелары, «Пан­тера», «Носхорн» («Носорог»), аҡрын һәм ауыр ҡуҙғалыусы «Тигр» танкылары ҡалҡып сығып, ҡамауға ала. Йәйәүле уҡсыларға алға ла, артҡа ла юл булмай.
− Ут, ут кәрәк! − тип ялан телефоны трубкаһын ярырҙай итеп һөрән һала штурм төркөмдәре командирҙарының береһе. − Күрмәй­һегеҙме, беҙҙе танкылар урата бит!
− Күрәм, − ти тыныс ҡына гвардия минометы дивизионы командиры, капитан Александров. − Аҙ ғына сабыр итегеҙ. Хәҙер ул «зверинец»тың өнөн тығабыҙ. Ул эргәһендә торған батарея командиры өлкән лейтенант Баранюкка борола:
− «Катюша»ларыңды теге йырт­ҡыс хайуандарға төбәп ут ас та йәшерен позицияға күс.
«Йыртҡыс хайуандар»ҙың ҡал­ҡыу­лыҡҡа күтәрелеүе була, күк йөҙөнә ҡыҙыл ракета оса һәм шул уҡ минутта сержант Барый Яруллиндың:
− Огонь! − тигән көслө та­уы­шы яңғырай. Йүнәлткес рельс­тарға теҙелгән реактив ракеталар арттарынан метеорит ҡойроғондай ҡыҙыл эҙ ҡалдырып шыжылдап сыға ла, ҡолаҡтарҙы ярырлыҡ итеп әсе һыҙғырып, бынан 5 − 6 саҡрымда ер ярып үкереп килгән «зверинец»тар өҫтөнә йомола. Совет ғәскәрҙәренең контрһөжүм баш­лау­ы­ның бишенсе көнөндә, йәғни 23 ноябрҙә, ниһайәт, Көньяҡ-Көнбайыш һәм Сталинград фронты ғәскәрҙәре Советск ҡалаһы эр­гәһендәге ҡарлы далала осраша һәм, шулай итеп, дошмандың Сталинградтағы төркөмө тоҙаҡҡа эләгә. Әммә уның менән генә алыштар туҡталмай һәм улар тағы ла 71 көн һәм төн дауам итә. Тик 1943 йылдың 2 февралендә генә хәҙер инде фельдмаршал звание­һын алған Фридрих Фон Паулюсты Сталинград универмагы баҙынан сығаралар. ҡалын боҙ ҡаплаған Волга аша саҡрымдарға һуҙылған ас һәм яланғас немец әсирҙәре колонналары көнсығыш­ҡа юл ала.
Волга ярҙарындағы ҡаты алыш­тар­ҙа сынығыу алған «Катюша» расчеты командиры, өлкән сержант, Салауат тоҡомо егете Барый Яруллин һәм уның яуҙаштары дошманды тамам дөмөктөрөү өсөн көнбайышҡа юллана...
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Барый Һаҙый улы колхоз рәйесе, мәктәп директоры, «Һарғамыш» совхозының партком секретары, район мәғариф бүлеге мөдире, партия район комитетының икенсе секретары, Салауат район советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.
Ул − ҡыҙыл Байраҡ, ҡыҙыл йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ ордендары, «Ба­тырлыҡ өсөн», «Сталинградты обороналаған өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары кавалеры.

Ризван ХАЖИЕВ.

Һандар һәм факттар

17 июлгә Сталинград фронты составына 12 дивизия (160 мең кеше), 2200 орудие һәм миномет, 400-ләп танк, 450-нән ашыу самолет ингән. Бынан тыш, алыҫ авиацияға ҡараған 150 – 200 бомбардировщик, 60-лап истребитель дә ошонда булған.
Сталиград яуы башланып биш көн үтеүгә был һандар арта – 18 дивизияла 250 меңләп хәрби, 740 самаһы танк, 1200-гә тиклем самолет иҫәпләнә. Әммә дошман яғы ла икеләтә күбәйә.
1942 йылдың 28 июлендә Иосиф Сталин ҡыҙыл Армияға 227-се бойороҡ менән мөрәжәғәт итә. Унда дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе көсәйтеү талап ителә һәм түбәндәге фарман бирелә: ”Сигенеүҙе туҡтатығыҙ, бер аҙым да артҡа баҫмағыҙ!” (“Ни шагу назад!” тигәне ошо бойороҡтоң төп асылы булып ҡала).
Сталинград һуғышында СССР Хәрби Көстәре хәрби сәнғәтенең яңы һыҙаттары барлыҡҡа килә, ҡамау һәм дошманды юҡ итеү тәжрибәһе киңәйә.
Әлеге яуҙа фашистарҙың союздаштары – 3-сө һәм 4-се румын армияһы (22 дивизия), 6-сы, 7-се румын армия корпусы, 8-се итальян армияһы һәм Италия-Альп корпусы (10 дивизия), 2-се венгр армияһы (10 дивизия), хорват полкы һ.б. ҡыйратыла. Ошонан һуң Германия Румыния, Словакия һәм Венгрияның яңы көстәренә өмөт итә алмай.
Сталинград яуында еңгән совет армияһын Бөйөк Британия Премьер-министры У. Черчилль ҡотлай һәм ил батшаһы Георг алтынсы герой-ҡалаға “ҡоростай ныҡ Сталинград граждандарына тәрән һоҡланыу менән, британ халҡы исеменән – король Георг VI” тигән яҙыулы ҡылыс бүләк итә.
Сталинградты обороналауҙа ҡыҙыл Армияның дөйөм юғалтыуы – 643 842 кеше, 1426 танк, 12 137 орудие һәм миномет, 2063 самолет.
Немецтарҙан – 800 меңдән ашыу кеше, ике меңләп танк, 10 мең тирәһе орудие һәм миномет, өс мең хәрби һәм транспорт самолеты, 70 меңләп автомашина.
1993 йылдан алып совет, немец, румын һалдаттары мәйеттәрен Городищенский райо­нының Россошки ауылы янындағы Һалдат ҡәберлегендә ер­ләй­­ҙәр. Унда хәҙер барлығы 48 меңдән ашыу кеше ерләнгән.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға