«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Яҡташ яугирҙар эҙенән



15.01.2013 Яҡташ яугирҙар эҙенән

Корея Халыҡ Демократик Рес­публикаһының (КНДР) көньяғында урынлашҡан Чхонджин ҡалаһындағы хәрби мемориалда Башҡортостандан ике һалдат ерләнеүе тураһында хәбәр итәләр. Был турала Владивостоктан «Назвать поимённо!» проекты етәксеһе Галина Шайкова белдергән.
Һүҙ Икенсе бөтә донъя һуғышы яугирҙары хаҡында бара. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, Саҡ­мағош районынан 1938 йылда хеҙмәткә алынып, 1945 йылдың 15 авгусында Сейсин десант операцияһы барышында взводын ҡамауҙан алып сыҡҡан 355-се айырым диңгеҙ пехотаһы гвардия батальонының взвод командиры, лейтенант Закуан Абдуллин тураһында. Йәнә лә уның яҡташы, шул уҡ батальондың уҡсы-минометсыһы Иҫке Уҙмаш ауылынан Фәйзулат Рафиҡов та (фамилияһы Рахиев тип яҙылыуы ла ихтимал) туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Ул да үрҙә телгә алған хәрби операция ваҡытында ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Ике яҡташыбыҙ ҙа үлгәндән һуң наградаға тәҡдим ителгән.
Әле Саҡмағошта яугирҙарҙың туғандары аша биографиялары теүәл өйрәнелә, киләсәктә мәғлүмәттәр 355-се батальондың Хәтер китабына индереләсәк.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға