«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Ҡаһармандар онотолмай



27.11.2012 Ҡаһармандар онотолмай

Салауат районының Малаяҙ ауылында үҙҙәренең хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә стела асылды.
Салауаттар өсөн ул хәтер һәм ҡаһарманлыҡ символы ғына түгел, район полицияһы хеҙмәткәрҙәренең исемен мәңгеләштереү ҙә. Обелискыға Салауат районы буйынса эске эштәр бүлегендә эшләгән биш милиционерҙың исеме яҙылған. Кесе тәфтишсе, милицияның өлкән сержанты Илдус Әхмәҙиев ҡурҡыныс енәйәтсене тотҡанда үлемесле яралана. Үлгәндән һуң уға ҡаһарманлыҡ ордены биреү тураһында ҡарар сығарыла. Енәйәти эҙләү бүлеге начальнигы, милиция капитаны Роберт Шәрипов енәйәтсене ҡулға алыу операцияһында ауыр яралар ала һәм бер нисә көндән вафат була. Уға үлгәндән һуң ҡыҙыл Йондоҙ ордены бирелә. Һаҡтан тыш хеҙмәт милиционеры, милиция сержанты, ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булған Фәнил Ишмөхәмәтов та енәйәтселәр ҡорбаны. Участка инспекторы, өлкән лейтенант Салауат Рәхимов ауылда кеше үлтергән ирҙе ҡулға алғанда үлемесле яралана. Үлгәндән һуң уның батырлығы ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. ҡара исемлек башҡа тулыланмаҫ тип ышанғы килә. Ғүмере ваҡыт­һыҙ өҙөлгән был егеттәр – һөнәри бурыс­ҡа тоғро ҡалыу һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө.
З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға