«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Мөжәүир хәҙрәтте иҫкә алып



13.11.2012 Мөжәүир хәҙрәтте иҫкә алып

 Мөжәүир хәҙрәтте иҫкә алып
Асҡарҙа йәшәүселәр бөйөк шәхескә арналған кисәне район мәҙәниәт һарайында киңерәк итеп үткәрергә тәҡдим итте
Баймаҡ районының Манһыр ауылы изгеһе, халыҡ табибы, әүлиә һәм дин әһеле Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновҡа арналған хәтер кисәһе ойоштороласағын ишетеп, олоһо ла, кесеһе лә Асҡарҙағы район үҙәк китапханаһына ағылды. ҡайһы ауылдан ғына кеше юҡ ине унда. Кемдер үҙенең хәҙрәт менән бәйле хәтирәһен һөйләргә, кемдер шуларҙы тыңларға, фәһем алырға йыйылды…
Был район китапханаһында күптән түгел эш башлаған Рәхимә Мусина ойошторған тәүге сара ине. Ул барса халыҡты ҡыҙыҡһындырған теманы һайлап, тап өҫтөнә баҫты.
− Эште башҡорт телендәге китап фонды менән танышыуҙан башлап, ҡулыма эләккән бер китапты уҡырға тотонғом килде. Ләкин, һуңғараҡ, тип уларҙы кире урындарына ҡуя барҙым. Ә бына һуңғы “Я” хәрефенә барып еткәс, Лира Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” китабын кире ҡуйырға намыҫым етмәне, уны шунда уҡ астым һәм бер тында йотлоғоп уҡып сыҡтым. Шундай китаптың өр-яңы килеш кәштәлә тороуы өсөн хәҙрәт рухы алдында уңайһыҙ булып китте һәм уның менән халыҡты таныштырыу теләге тыуҙы. Әмәлгә ҡалғандай, ниәтемде район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Фәүҡинур Фәтҡуллина менән уртаҡлаштым. Ә ул ошо көндәрҙә автобус менән әүлиәнең ҡәберенә зыярат ҡылыр­ға йыйыныуҙары хаҡында белдерҙе. Өҫтәүенә, хәҙрәттән ҡалған үҙенең күҙ ҡараһындай һаҡлаған ҡомартҡыларын күрһәтте. Шулай Мөжәүир Уйылдан улының хәтер кисәһен үткәреү идеяһы барлыҡҡа килде, − тигән һүҙҙәр менән асты кисәне Рәхимә Мөхитдин ҡыҙы.
Сара Ишкилде ауылы муллаһы ҡотлобай ағай Шаһивәлиевтың әүлиә рухына аят уҡыуы менән башланды. Унан Р. Мусина Лира Яҡшыбаеваның китабы менән таныштырҙы. Күптәрҙең был китапты ҡайҙан табып булыуын һорашыуы уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуыуы тураһында һөйләй ине. Шулай уҡ китапты өйҙәренән тотоп килеүселәр ҙә аҙ булманы.
Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Шунда Мөжәүир хәҙрәткә бәйле хәтирәләрен һөйләргә теләүселәрҙең ифрат күп булыуы асыҡланды. Хайран ҡалырһың, ә бит ул ярты быуат самаһы элек донъя ҡуйған, хатта беҙҙең район кешеһе лә булмаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәһе, туғандары, йә үҙҙәре Манһыр изгеһенең шифаһын, ярҙамын күргән, һис юғы уның ҡәберенә барып, теге йәки был сирҙән арыныусылар, йәшәү йәмен юғалтҡанда, күңел тыныслығы табып ҡайтыу­сылар арабыҙҙа байтаҡ булып сыҡты. Халыҡ айырыуса Фәүҡинур Нуретдин ҡыҙы күрһәткән әүлиәнең китабын һәм махсус рәүештә үҙенә яҙылған үткәрмәне ҡыҙыҡһынып ҡараны. Уны икенсе төрлө түңәрәк ясин тип йөрөтәләр. “Мин ике йәшемдә ҡыҙылсанан саҡ үлмәй ҡалғанмын. Бәхетемдән шул ваҡытта Әбдрәшкә Мөжәүир хәҙрәт килгән. Мине ул үҙ ҡулдары менән яҙып биргән ошо доғалы түңәрәк аша үткәреп алып ҡалғандар. Әсәйем уны ауырыған беребеҙҙең башы аша үткәрә торғайны. Аҙаҡ мин балаларыма шулай иттем. Алтмыш йыл самаһы үтһә лә, үткәрмәнең тылсымлы көсө кәмемәй. Хәҙрәт әсәйемә ике ғәрәпсә доға китабы ла биргән. Тик, үкенескә күрә, береһе юғалған”, − тип һөйләне ул.
 Мөжәүир хәҙрәтте иҫкә алып
ҡунаҡтар араһында хатта исемен Мөжәүир хәҙрәт үҙе ҡысҡырған кеше лә булып сыҡты. Ул – бөтәбеҙ ҙә яҡшы белгән Роза Таһирова. “Ғаиләлә иң өлкән Маһинур апайым менән минең арала әсәйемдең һигеҙ сабыйы үлгән. Мин яҡты донъяға ауаз һалған мәлдә, атайымды юллап, беҙгә Мөжәүир хәҙрәт килеп ингән. Улар таныш булғандар. Кендек әбейе исемемде Таңсулпан тип һалған булған. Әсәйем хәҙрәттән миңә исем ҡысҡырыуҙы һораған. Балаларым үлеп тик тора, быныһы ла иҫән ҡалмаҫ ул, исмаһам, әхирәткә исемле булып китһен, тигән. Тәнәйгә кем тип ҡушабыҙ, тип һорағас, апайым: “Миңә Роза тигән исем оҡшай”, − тип ҡыҫтырылған. Ә әсәйем уға асыулан­ған. Мулла уны тыйып, бала ожмах сәскәһенең исемен ҡушайыҡ тип һорап торғанда, теләгенә ҡаршы килмәйек, тигән. Етмәһә, был ҡыҙ оҙон ғүмерле, бәхетле, ырыҫлы буласаҡ, тип бетеү яҙып биргән. Мин уны иҫ белгәс тә оҙаҡ тағып йөрөнөм әле. Тере ҡалыуым менән хәҙрәткә бурыслымын. Шуға ҡәберенә барып, рәхмәтемде әйттем, рухына аят уҡытып торам”, − тип һөйләне Роза Вәли ҡыҙы.
Сығыш яһауҙан үҙем дә ситтә ҡала алманым. Сөнки ғүмер буйы хыялланып та, әүлиәнең ҡәберенә быйыл ғына барып ҡайтырға насип булғайны. Хәҙрәттең ейәнсәре, Заһита Ғәбделварис ҡыҙы менән Сибай педучилищеһында бер осорҙа уҡыным һәм бына ҡырҡ йыллап самаһы ғүмер уҙғас яңынан осрашыуыбыҙ. Ул олатаһының йорт-музейын күрһәткәндән һуң алған тәьҫораттарым, хәҙрәт кейгән түбәтәйҙе, ул тотҡан таяҡты тотоп ҡарау бәхетенә ирешеүем тураһында бәйән иттем.
Кисәлә Мөжәүир хәҙрәткә арналған китап авторы хаҡында ла һүҙ күп булды. Баҡһаң, Лира Яҡшыбаеваның үҙенең дә бында ҡатнашыу мөмкинлеге булған икән. Был хаҡта үкенесле һүҙҙәрҙе Асҡарҙан әхирәте Фәтихә Хәкимова еткерҙе. “Был сара буласағын алданыраҡ белһәм, саҡырыу ебәрер инем”, − тине ул. Асыҡланыуынса, Лира Әхмәт ҡыҙы Асҡарға ла килгеләп йөрөй икән. Китап авторы менән яҡшы таныш булған Зөһрә Усманова ла был нурлы, иманлы ханымдан алған йылы тәьҫораттары менән уртаҡлашты, Асҡарҙан Фәниә һәм Салауат Мусиндар Лира Яҡшыбаеваның үҙе тураһындағы “Әҙибәнең әйтер һүҙе” исемле яңы китабы менән таныштырҙы. Уны Фәниә апай­ҙың һеңлеһе, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова яҙған. Мөжәүир хәҙрәт хаҡында иҫтәлектәре менән шулай уҡ Асҡарҙан Йәмилә Итекәева, Еңеү Әхмәтйәнов, Гусевтан Ғәшүрә һәм Мәрүән Моратшиндар, Ишкилденән ҡот­лобай Шаһивәлиев уртаҡлашты. Сараны Клара Абдуллина һәм Резеда Юлдашева йырҙары, Салауат Мусин ҡурай моңдары менән биҙәне.
Хәтер кисәһенә алыҫ тип тормай Байым ауылынан Ғәҙел Моратов һәм Ирис Исламов та килеп еткәйне. Улар дуҫтары Айгиз Ғабдуллиндың башҡорт халҡының арҙаҡлы улы тураһында фильм төшөрөү кәрәклеге хаҡындағы фекерҙәрен еткерҙе. Ысынлап та, беҙ телевизорҙан әллә ҡайҙағы Вольф Мессинг тураһында сериалды ҡарап иҫебеҙ китә. Үҙебеҙҙең әүлиәбеҙ хаҡында кино төшөрөү өсөн аҡса кәрәк. Әммә ул хәл итмәҫтәй мәсьәлә түгел. Әгәр көньяҡ-көнсығыш райондарҙа йәшәгән халыҡҡа саҡырыу ебәрһәң дә, күптәр, шул иҫәптән эшҡыуарҙар ярҙамдан баш тартмаҫ ине. Ил төкөрһә, күл була лабаһа.
Ойоштороусылар баштан уҡ кисәнең барышын алдан күҙаллап булмау арҡаһында уның экспромт рәүештә буласағын иҫкәрткәйне. Ләкин өс сәғәт самаһы барған сара әллә ниндәй сценарийҙар, репетициялар менән ойошторолғандарынан йөкмәткеле һәм фәһемле булды, ойошҡан, ихлас мөхиттә үтте. Гүйә, хәҙрәттең рухы үҙен олуғлап иҫкә алыуҙарын күктән күҙәтеп, фатихаһын биреп торҙо.
Фәрзәнә ХАММАТОВА,
мәғариф ветераны.

Әбйәлил районы,
Ишкилде ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға