16.10.2010 Халыҡтың мәңгелек мөхәббәтен яулаған йырсы ине
Арабыҙҙан бөйөк йырсы Фәриҙә ҡудашева китеп барҙы
Тиңдәшһеҙ йырсы Фәриҙә ҡудашева башҡарған йырҙар – уның үҙенең дә, шул уҡ ваҡытта, ХХ быуаттың икенсе яртыһынан ХХI быуатҡа ялғанған халҡыбыҙ тормошоноң эске бер хиссиәтен билдәләгән күренеш булыу менән бергә, милләттең дә йөрәк моңо ул. Хатта яҙмыш моңо. Ут-һыуҙарҙы кискән йылдарҙа быуаттар буйы килгән йыр хазинаһын һаҡлап, уны йән шифаһы, дауаһы итеп кенә ҡалманы, ә халыҡтың, милләттең күңелен, рухын, зауығын ҡурсыны. Был моңдо берәм-бөртөкләп йыйған ер еләгендәй һайлап алынған яңы көйҙәр, заман ауаздары һәм аһәңдәре менән үҫтерҙе, байыҡтырҙы.
Фәриҙә ҡудашева – халыҡтың мәңгелек мөхәббәте ул. Хоҙайҙан бирелгән ҡабатланмаҫ тауыш, даръялай моң менән генә түгел, ә алтмыш йылдан ашыу барған иҫ киткес хеҙмәт менән яуланған ҡаҙаныш был. Ике республика – Башҡортостан һәм Татарстан, башҡорт һәм татар халыҡтары ғына түгел, ә бөтә төрки донъя уны йыр бәйғәмбәре, алиһәһе итте.
Мине шиғыр юлына Фәриҙә ҡудашеваның моңдары ла сихырлап әйҙәне. Йөрәккә бала саҡтан һеңде. Ғүмерем буйы һүнмәне, һүрелмәне. Өфөлә иһә Бәхти Ғайсин, Фәриҙә ҡудашева – аҫыл заттар менән танышыу, яҡындан аралашырға насип булды. Бер туғанымдай, хатта әсәйемдәй күреп, Фәриҙә апайҙарҙың өйөндә уның ҡулдарынан алып сәй эсеүҙәр ҙә, хатта ул да күңелгә байрам ине.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисткаһы, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәриҙә ҡудашева яулаған маҡтаулы исемдең, дәрәжәнең, дандың иң ҙурыһы, иң юғарыһы – халыҡтың сикһеҙ мөхәббәте. Шуның менән дә Фәриҙә ҡудашева, Мәғәфүр Хисмәтуллин – үҙе бер дәүер. Был оҫталыҡ һәм зауыҡ кимәленән үтеүселәр генә түгел, уға етеүселәр тиҙ булырмы әле тағы?! Ошо юғарылыҡты, ошо ҡаҙанышты алдағы йылдар ваҡлай йәки онота ғына күрмәһен ине.
Арабыҙҙан илаһи моң эйәһе китте. Бөйөк йырсыбыҙҙың моңо ла, илһам ғүмере, яҡты иҫтәлеге лә беҙҙең хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланыр. Һаҡланыр! Фәриҙәнең моңо үлемһеҙ!
Фәриҙә ҡудашеваға
Булыр ҙа икән шул ҡәҙәр
Был донъяларҙа һағыш!
Өҙә бит үҙәктәремде
Фиҙакәр, моңло тауыш.
«Сәлимәкәй», «Илсе Ғайса»...
Башҡорт тыны еткән көй.
Татар бәғеренән һарҡый
«Һибелә сәсәк», «Әллүки»...
Милләт мөлкәтлектән өҫтөн,
Мөлкәтле тик һәр милләт.
Күтәрә йырҙы халыҡтың
Үҙ аһәңендә көйләп.
Булмаҫ ҡабат бындай тауыш!
Танһыҡ ихлас йөрәктер.
ҡәрҙәшлекте ҡәҙерләргә
Йәндә сафлыҡ кәрәктер.
Рәхмәт, йырсы! Күңелдәрҙә
Иретеп, гүйә, боҙҙо,
Һаҡлаштың ауыр йылдарҙа
Милли асылыбыҙҙы.
Әле лә бит ғәзиз илем
ҡайғыларһыҙ ил түгел.
Ысын йырҙар, йырсыларҙа
Таяныс таба күңел.
... Һарыла йәнгә, һарыла
Аңлатып булмаҫ һағыш.
Өҙә үҙәктәремде
Фиҙакәр, моңло тауыш!
Хәсән НАЗАР,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.
Йөрәк тауышы
Халыҡ йырсыһы Фәриҙә ҡудашева апайға.
Күрҙем инәйемдең эшен ташлап,
Тыңлауҙарын сабый мәлемдән.
Уның күҙ йәштәрен һөртөп алыу
Һис тә килмәй ине хәлемдән.
Ниңә илағанын, нимә уйлағанын
Аңламай ҙа инем – бисара.
Йыуатырға, туҡтатырға уны
Табып булмай ине бер сара.
Тотош ауыл апайҙары бергә
Йырлашалар ине ҡушылып.
Һинең йырҙы ҡат-ҡат
йырлайҙар ҙа
Илашалар ине ҡушылып.
Үҫә төшкәс күрҙем, күрше ауыл
Шулай йырлап, шулай тыңлауын;
Патефондар һине уйнағанда,
Тәҙрәләрҙең нисек сыңлауын.
Унан күрҙем тирә-яҡта, илдә
Көн дә көткәндәрен йырыңды.
Утыҙ йәштән алып һикһәндә лә
Бирмәүеңде һаман һырыңды.
Нисә быуын һинең моңда үҫте,
Нисә быуын күңел күтәрҙе.
Иңгә төшкән күпме бәләләрҙе,
ҡайғы-шатлыҡтарҙы үткәрҙе.
Һинең моңоң тик шатлыҡтан түгел,
Ул яралған хәсрәт-ҡайғынан.
Унда болот та бар, дауыл да бар,
Унда түгел ҡояш, ай ғына.
Ул моң сыҡҡан халыҡ күңеленән,
Халыҡ йөрәгенән һығылып.
Шуға халыҡ аяҡ үрә тыңлай,
Шуға тыңлай уны йығылып.
Сихри моңоң тыңлап уйға батам,
ҡуя һыуға, утҡа һалып та.
Һинең күңел аша үтеп ҡайта
Халыҡ моңо кире халыҡҡа.
Һинең йырҙы, һинең моңдо
тыңлап,
Заман менән заман ҡауышыр,
Инәйҙәрҙән ейән-ейәнсәргә
Күсә барыр йөрәк тауышың.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.