«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Арыҫланһыҙ етте көҙҙәр ҙә…



28.09.2012 Арыҫланһыҙ етте көҙҙәр ҙә…

Арыҫланһыҙ етте көҙҙәр ҙә…
Ғәҙәттә, сентябрь – театрҙар өсөн мәшәҡәтле, тынғыһыҙ айҙарҙың береһе. Сөнки был мәлдә улар яңы ижад миҙгелен асыуға әҙерләнә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективының да тап шундай эштәр менән янып йәшәгән сағы. “Эдип батша” (Софокл) спектакленең премьераһы, “Бирнәһеҙ ҡыҙ” (А. Островский) драмаһын сәхнәләштереү булһынмы – барыһы ла ал-ял күрмәй тырышып эшләүҙе, әҙерлек талап итә. Әммә ижади эштең һәр сәғәтен файҙалы итеп үткәреү маҡсаты менән янған театр халҡын барыбер ниндәйҙер бер моңһоу һағыш сорнап ала…
Бынан теүәл бер йыл элек театрҙың талантлы артисы, йәш режиссер Арыҫлан Йәнбәков яҡты донъянан китеп барҙы… Бөтөн республика халҡын, үҙенең яратҡан тамашасыларын ауыр ҡайғыға һалып, мәңгелеккә хушлашты ул. Әбейҙәр сыуағының сағыу, ҡояшлы көнөндә бындай хәбәрҙе ишетеү һәм был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инаныу үтә лә ауыр һәм тетрәндергес ине. Сәхнәгә, ижадҡа бар күңелен һалып эшләп йөрөгән һәләтле актерҙың был донъянан китеүе тотош республика театр, йыр сәнғәте өсөн оло юғалтыу булды. Баязит Бикбайҙың “ҡоҙаса” музыкаль комедияһында Арыҫлан тыуҙырған Басир образын башҡа берәү ҙә уның кеүек оҫта, сағыу, үҙенсәлекле, дәртле итеп уйнай алмаҫ кеүек ине… Артур Иҙелбаевтың “Һуңғы Ғәйнә” музыкаль-романтик драмаһындағы Юлдыҡай, Илшат Йомағоловтың “Сәсәндәр” трагедияһындағы Айбағыш, Ибраһим Абдуллиндың “Тиле йәшлек” лирик комедияһындағы Зөлҡәрнәй булып ҡалды ул беҙҙең күңелдәребеҙҙә. Арыҫландың башҡарған ролдәре лә уның үҙе кеүек тәрән хисле, тормошҡа яҡты йөҙ менән баҡҡан асыҡ, мөләйем ине. ҡыҫҡа ғына ижади ғүмерендә ул үҙенең маһирлығы, һөйкөмлөлөгө, ихласлығы, арбағыс моңға эйә тауышы менән меңәрләгән тамашасының йөрәген яулап өлгөрҙө.
Ижад кешеләре ғаиләһендә тыуғанғалырмы, Арыҫлан сәхнәне, үҙ профессияһын яратып йәшәне, уларға тоғро булды. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында профессор Гөлли Мөбәрәкова курсын тамамлап, 2000 йылда А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башланы. Ә 2004 йылдан алып ижад юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында дауам итте. Сәнғәт донъяһында Арыҫлан үҙен йырсы, актер ғына түгел, режиссер булараҡ та танытып өлгөрҙө. Ул ҡуйған “Хыялый” (С. Әбүзәр) спектаклен тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Әле генә Мәскәүҙең Б. Щукин исемендәге театр институтының режиссура бүлеген тамамлап, бына-бына Салауат Әбүзәр пьесаһы буйынса “Хазина” спектакленең премьераһына дәррәү әҙерләнеп йөрөгән сағы ине – Арыҫландың ғүмеренең һуңғы сәғәттәре…
Йәшләй генә, ысын тормоштоң тәмен татый башлаған сағында ғына яҡты донъянан китһә лә, Арыҫланыбыҙ үҙен хәтерҙә уйылырлыҡ итеп ҡалдырҙы. Китерен алдан һиҙгән кеүек йырланы ла, йәшнәне лә ул.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан бер төркөм ижадташы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға