28.09.2012 Исеме мәңгеләштерелде
Күренекле рәссам Михаил Нестеровтың ижады – беҙҙең уртаҡ хазинабыҙ. 1913 йылда ул ҡалаға рус рәссамдарының 102 эшен, шул иҫәптән үҙенең 30 эшен бүләк иткән. Был ҡала өсөн ҙур ваҡиғаға әүерелгән һәм музей асыуға этәргес булған. Шулай итеп, 1920 йылда музей үҙ ишектәрен аса.
М. Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә баш ҡалала төрлө саралар ҡаралғайны. Рәссамдың исемен йөрөткән асыҡ республика балаларҙың художестволы ижады конкурсына йомғаҡ яһалды. Өс көн дауамында барған юбилей тантаналарында «М. Нестеровтың эштәре Рәсәйҙең музейҙарында, галереяларында һәм шәхси коллекцияларҙа» тип аталған күргәҙмә, «Тәүге Нестеров уҡыуҙары» конференцияһы, Кирилл һәм Мефодий сиркәүенең хоры ҡатнашлығында концерт ойошторолдо һәм Ленин урамында буласаҡ Михаил Нестеров скверына ағастар ултыртылды.
Нестеров – һынлы сәнғәт өлкәһендә Өфөнө данлаған кешеләрҙең береһе. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күренекле рәссам тыуып үҫкән йорт һаҡланмаған, уның урынында «Ағиҙел» ҡунаҡханаһы төҙөлгән. Әммә был сквер бөйөк рәссамдың исемен мәңгеләштереүгә оло аҙым булып тора.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.