«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Сәскә булып үҙе ҡараймы?..



31.07.2012 Сәскә булып үҙе ҡараймы?..

Сәскә   булып үҙе ҡараймы?..
Йәйҙең һутлы йәшеллеккә төрөнгән, сәскә-гөлгә күмелгән, емеш-еләк өлгөргән иң хозур мәлендә бынан алтмыш йыл элек Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Мәтәл ауылында тыуған Динә Азат ҡыҙы Талхина (Хафизова). Иҫән булһа, уға 60 йәш тулған булыр ине. Эйе, 1952 йылдың 27 июлендә яҡты донъяға килеп, 2007 йылдың 27 февралендә арабыҙҙан китеп тә барҙы – уға 55 йәш тулырға күп тә ҡалмағайны...
Ни эшләйһең – донъяның үкенесле мәлдәре күп. Динә Азат ҡыҙы менән аҙна-ун көн элгәре генә шылтыратып һөйләшкәйнем. “Китап” нәшриәтендә ҡатырға (картон) китап сығарырға ниәтләнеүебеҙ күптәнге хыялыбыҙ булғанға күрә, тәүге китапты һеҙҙең шиғырҙарҙан төҙөргә булдыҡ, тигәс, бик шатланғайны. Уға аҙ ғына ваҡыт бирҙем. Тормош иптәше Ринат Сәлим улы 27 февралдә эшкә барышлай нәшриәткә индереп сығырға тейеш ине. Көтәм – юҡ. Иртәнге сәғәт 10 тулып килгәндә өйҙәренә шылтыраттым. Ринат Сәлим улы трубканы алды, тауышы тоноҡ, төшөнкө. “Һеҙ беҙгә ҡулъяҙма килтерергә тейеш инегеҙ, Динә апай әйткәйне, көтөп ултырам”, – тим. Бер аҙ өндәшмәй торҙо ла: “Динә апайың китте бит”, – ти. Аңламаным. “Динә апай беҙгә ҡулъяҙманы үҙе алып киттеме ни?” – тип ҡабат һорайым. “Юҡ, вафат булды”, – тигән яуап ишеткәс, йығыла яҙҙым, шаңҡыным, оҙаҡ йылдар һаулыҡҡа туймаһа ла, Динә апай йәшәр ҙә йәшәр кеүек ине...
Күҙ йәштәренә мансылып, шунда уҡ шиғыр юлдары тыуҙы:
Быйыл килгән яҙҙар һине күрмәҫ,
Быйыл ҡарҙар һыҡтап ағырҙар.
Һағыштарҙан күктә болот иреп,
Күҙ йәшеләй тойолор ямғырҙар.

Һин етмәҫһең беҙгә – йылы һүҙең,
Күҙҙәреңдән наҙлы нур түгеп,
ҡулыңдағы ҡаурый ҡәләмеңдән
Аҫыл һүҙҙең сәсеп бөртөгөн
Һин етмәҫһең беҙгә...

Бөтә нәмә булыр үҙ яйына,
Үҙ урынын биләр һәр нәмә.
Күңелдәрҙе ихласлыҡҡа өндәр
Һин булмаҫһың бары эргәлә...
Юҡһынырбыҙ һине...
Эйе, Динә Азат ҡыҙын һағынам, арабыҙҙа уның юҡлығына һаман булһа күнегеп булмай. Бергә эшләгән йылдар матур төш кенә булып ҡалды.
Мин 1982 йылдың авгусында Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә корректор булып эш башланым. Ул саҡта нәшриәт Совет майҙанындағы 18-се һанлы бинала урынлашҡайны. Кеше ғүмерен ағын һыуға тиңләүҙәре дөрөҫ икән. Йәш саҡта ул хаҡта бик уйламайһың. Өлкәндәр үҙҙәре ҡартайғанға шулай һөйләй­ҙер кеүек тойола. Бына хәҙер үҙем дә аптырап ултырам. Өс тиҫтә йыл бер урында эшләү өсөн башҡарған эшеңде яратырға кәрәк, эргә-тирәңдәгеләрҙән дә күп нәмә тора.
Динә Азат ҡыҙы менән тәүге тапҡыр коридорҙа осраштыҡ. Бейек үксәле туфлийын тыҡылдатып атлап, сыңғырлатып көлөшөп, кем менәндер эргәмдән үттеләр. Ул саҡта, 1981 йылдан дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары редакцияһында эшләгән һөйкөмлө аҡ йөҙлө, шатлыҡ нурҙары сәселеп торған зәңгәрһыу күҙле был ҡатындың шағирә Динә Талхина икәнен белмәй инем әле. Һуңынан инде, минең йомош төшөп тә, хәл-әхүәл белешеп тә һөйләшкеләп торҙоҡ. Динә апай байтаҡ йылдар профком рәйесе булды, уға ниндәй генә үтенестәр, һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәйҙәр ине.
1992 йылда китап нәшриәтендә балалар әҙәбиәте секторы ойошторолғас, мине шунда димләне. “Күптән күреп-һынап йөрөйөм, үҙемдең эргәлә һинең шикелле сабыр ғына, тыныс кешенең эшләүен теләйем”, – тине. Тәүге китабымдың “Шарлама” исемле дөйөм йыйынтыҡҡа инеп китеүендә лә Динә апай­ҙың тел ярҙамы тейҙе. Ун йәшлек сағымдан яҙышып, төрлө гәзит-журналдарҙа шиғырҙарым баҫылып торһа ла, китап сығарыу тураһында уйларға ла ҡыймай инем. Ә үҙем 10 йыл инде нәшриәттә эшләп йөрөйөм. Әлбиттә, 1981 һәм 1983 йылдарҙа сыҡҡан “Йәш көстәр” альманахтарында шиғырҙарым баҫылған ине, уларын һуңынан ғына күрҙем, ҡыҫылышым булманы.
Динә Азат ҡыҙының урынлы, файҙалы кәңәштәре артабан тормошомдоң ағышында туҡтауһыҙ ярҙам итте. Берәй нәмәгә эсем бошоп, болоҡһоп торһам да, “үлем хәле булмаһын, ул тиклем өҙгөләнмә, һинең ғаиләң, балаларың бар, улар өсөн йәшәргә һиңә көс кәрәк”, – тиер ине. Йылдар үтә килә Динә апайҙың һүҙҙәре йыш иҫкә төшә, ул миңә төрлө мәлдәрҙә ярҙам иткәндәй, ҡурсалағандай...
2001 йылдың яҙында эшкә күк төҫтәге миләүшә гөлөнөң тамырын килтерҙе: “ҡыҙым Линда күсереп ултыртты ла, быныһын ташлар­ға йәл булды, ултырт үҙеңдә”, – ти. Ул гөл, ни ҡөҙрәт менәндер, йыл әйләнәһенә сәскәнән өҙөлмәй, ғәжәп итәм. Ун йыл буйы өйҙә сәскә атып ултырҙы, хәҙер үҙем эшләгән балалар редакцияһын биҙәй. Динә Азат ҡыҙын белгән һәр кемгә күрһәтеп ҡалам, тамыры күп тармаҡланып, сәскә атып тик ултыра. Әллә Динә апайҙың рухы көс бирәме, тип тә ҡуям, әллә сәскә булып уның күҙҙәре ҡараймы...
Үҙе лә шул гөлдәй кешеләр күңеленә сафлыҡ, матурлыҡ өләшеп йәшәне бит ул. Ихласлығы менән үҙенә йәлеп итте. Яҙыусылар араһында уға рәхмәтле кешеләр күптер. Бөтөнләй яҙышмаған кешеләргә лә: “Һин булдыраһың, бына яҙып ҡара әле”, – тип темаһын әйтеп, заказ биреүҙәре иҫтә.
1992 йылдың көҙөнән беҙ бер бүлмәлә ултырып эшләй башланыҡ, ул, балалар әҙәбиәте секторы мөдире булараҡ, нимә генә эшләмәһен: “Өйрән, Әлфиә, кәрәге тейер, гел генә эргәңдә мин булмам”, – тип әйтер ине. Ә минең ул турала уйлағы ла килмәй, ошондай һәйбәт күңелле коллегам менән оҙаҡ йылдар бергә эшләһәк ине, тим. Бәлки, күңеле һиҙгәндер...
Сирләгәс тә, ауыр операциянан һуң көскә аяҡҡа баҫҡас та, ынтылып, көсөргәнеп эшкә килергә тырышыр ине. “Әлфиә, беҙ балалар әҙәбиәтен күтәрергә тейешбеҙ”, – ти торғайны. Үҙенең хәлен һораһаң, ҡулын һелтәп йылмайыр ҙа, берәй ҡыҙыҡлы көләмәс һөйләп көлдөрөр ине.
Динә Азат ҡыҙының ғүмере ҡыҫҡа булды, бик үкенесле, тик ул үҙенең эргә-тирәһендәгеләргә лә, балалар әҙәбиәтенә лә, халҡына ла изгелек сәсеп, ҡулынан килгәнсә яҡшылыҡтар ҡылып, йөрәгенең ярһыуҙары, борсолоу-һағыштары, шатлыҡ-ҡыуаныстары, һөйөү-көйөүҙәре, яҡты донъяны яратып йәшәү ауаздары менән семәрләп үрелгән матур шиғырҙарын, әкиәттәрен ҡалдырып китте. ҡыҙы Линданың ике улы – Динә апай­ҙың ейәндәре – Арыҫлан менән Асҡар ҙа бер-бер артлы, ҡушмунсаҡтай үҫеп килә. Тәүге ейәне Арыҫландың тыуыуын ишетеп, белеп бик шатланғандыр – ул вафат булғанда Линда бала табыу йортонда ҡалды. Йәл, үҫеүҙәрен күреү насип булмаған икән шул. Ниндәй ҡыуаныр ине ул, күпме әкиәт, шиғырҙарын уларға арнап ижад итер ине.
Динә Азат ҡыҙы Талхинаның беҙҙең арала булмауына биш йыл да тулып үтте. Һаман да рухы донъяны яҡтыртып, йәмләп, ярҙам итеп торғандай тойола миңә...

Әлфиә Әсәҙуллина, шағирә, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт
саралары хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға