«Йәшлек» гәзите » Хәтер » КИРӘЙ МӘРГӘНДӘР ШӘЖӘРӘҺЕ



13.07.2012 КИРӘЙ МӘРГӘНДӘР ШӘЖӘРӘҺЕ

КИРӘЙ МӘРГӘНДӘР ШӘЖӘРӘҺЕ
Ә х н ә ф. Әкиәттәге Кирәй Мәргәнме? Улайһа, Кир турат уныҡы булғандыр…
Кирәй Мәргән өйҙәме?
Кир тураты бәйҙәме?..
Н у р м ө х ә м ә т. ҡартатаңды бүлдермәй генә тыңла. Һорауҙар булһа, дәрес бөткәс, әй, ҡартатаң һөйләп бөткәс, бирерһең. Бында әкиәт батырының ҡыҫылышы юҡ. Һүҙ нәҫелебеҙҙе башлап ебәргән олонан да оло, ҡартынан да ҡартыраҡ ҡартатайыбыҙ хаҡында бара. Төшөндөңмө?
Ә х н ә ф. Ы-ы! Төшөндөм. (ҡа­ғы­ҙына яҙып ҡуя). Уҡы, ҡартатай!
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Безем бабаларымыз ерләре ҡариҙел нәһере, Төй, Этәр вә Ирән нәһере тарафларында ултырмыштыр…
Ә х н ә ф (aтаһына ялт итеп ҡарап ала ла ҡартатаһына һорау бирә). “Нәһере” тигән һүҙ нимәне аңлата ул?
Н у р м ө х ә м ә т. Ғәрәп һүҙе ул. Башҡортса “йылға” тигәнде аңлата…
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Кирәй уруғындан Мозафар уғлан Сәрмәсән буйларында ултырмыштыр. Вә урман булмадығы илә, ошбу илемеҙгә кире ҡайтмыштыр. Тушҡар нәһере ҡыйғаҙы ауылында дәфен ителмештер…
Н у р м ө х ә м ә т. “дәфен ителмештер” тигәнен аңланыңмы?
Ә х н ә ф. Юҡ. Аңламаным…
Н у р м ө х ә м ә т. “Гүр эйәһе булды, йәғни ерләнде” тигән һүҙ булыр…
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Кирәй Мәргәндең уғлы – Дусай, аның уғлы – Асай, аның уғлы – Айсыуаҡ, аның уғлы – Нурсыуаҡ, аның уғлы – Моза­фар, аның уғлы – Мортаза, аның уғлы – атамыз Мөхәмәтзарифтыр… Аның уғлы кем була инде, Әхнәф улым?
Ә х н ә ф. (йылмайып, тороп ултырған килеш). Аның уғлымы? Аның уғлы – Шаһиарыҫлан тигән ҡартатайым булыр…
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Һин тағы шул һүҙеңде яҙып ҡуйма.
(Әхнәф ҡәләмен ауыҙына ҡабып ала ла яҙа башлай. Атаһы уның яҙғанына күҙ һала ла әйтеп ҡуя).
Н у р м ө х ә м ә т. Эй, эй! “Арыҫлан” ғына түгел. Шаһи­арыҫлан.
Ә х н ә ф (төҙәтеп яҙа). Ша-һи-ар-ы-ы-ы-ҫ-ҫ-ҫ- лан.
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Артабан ни тип яҙырһың?
Ә х н ә ф. Ну-у- р- р-мөхәмәт.
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Афарин! Артабан кемде яҙырһың?
Ә х н ә ф. Артабанмы, артабанмы? Ым-м-м... Әхнәф тип яҙырмын.
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Афарин! Шәжәрәне шулай дауам итәбеҙ. (Мут йылмайып). Шунан? (Әхнәф аптыраған ҡиәфәттә берсә атаһына, берсә ҡартатаһына ҡарай). Бына һин ир етерһең… Атай булып китер­һең… Артабан үҙеңдең уландарыңды яҙырһың… Минең һымаҡ ҡартатай булып, минең һымаҡ, һаҡал һыйпап, түрҙә ултырып, ейәндәреңә шәжәрәнең дауамын яҙҙырырһың…
Ә х н ә ф (тороп ултырып, түбәтәйен рәтләп, нәҡ атаһы һымаҡ уны ҡырын шылдырып ҡуя).ҡартатай, ысынлап та, шулай булырмы икән?
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Нишләп шулай булмаһын? Хоҙай һаулыҡ бирһен дә оҙон ғүмерле, түлле итһен!
Ә х н ә ф. Түлле итеү нимә була, ҡартатай?
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Нәҫел ебе өҙөлмәһен өсөн бала-сағалы булыу кәрәк.
Бала-сағаң күп булһа,
Артыр булыр ырыуың.
Артыр булһа ырыуың,
Артыр халҡыңдың һаны,
Бары ла таныр аны;
Бәҫе артыр илеңдең,
ҡулы етмәҫ бер кемдең,
Уны яңғыҙламаҫтар,
Һәр бере уны маҡтар,
Дуҫтар ҙа, ете яттар…
Ә х н ә ф (ҡартатаһын йотлоғоп тыңлап ултыра ла уның әйткәнен һүҙмә-һүҙ ҡабатлай).
Бала-сағаң күп булһа,
Артыр булыр ырыуың.
Артыр булһа ырыуың,
Артыр халҡыңдың һаны,
Бары ла таныр аны;
Бәҫе артыр илеңдең,
ҡулы етмәҫ бер кемдең,
Уны яңғыҙламаҫтар,
Һәр бере уны маҡтар,
Дуҫтар ҙа, ете яттар…
Әхнәф һис тә онотмаҫ,
ҡартатай һүҙен һаҡлар.
ҡартатай һүҙен һаҡлар ҙа
Теләк, юрауын аҡлар…
Ш а һ и а р ы ҫ л а н, Н у р м ө х ә- мәт (бер юлы). Һай, афарин! Һай, афарин!
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Нурмөхәмәт улым, рәт сығыр был баланан. ҡартатаһы әйткәнде ота һалып алған (Әхнәфтең арҡаһынан ҡағып, башын һыйпай).
Н у р м ө х ә м ә т. Үҙенән өҫтәй һалып ебәргән бит әле…
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Ата балаһы бит. Атаһы сәсәнгә күрә шулай итәлер…
Н у р м ө х ә м ә т. Шәйехзада сәсән Бабич бабаһына тартҡанға ла оҡшай.
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Булыр, булыр. ҡан уртаҡ бит! Әйткәнемсә, рәт сығыр был баланан. Бабич бабаһына ла тартҡан. Заманында батша тәхетен тетрәткән башҡорт ихтилалдарында дан алған баш бабабыҙға ла иш янына ҡуш булырҙай был бала. Зиһене камил, аҡылы уяу, отҡор…
Н у р м ө х ә м ә т. Юрағаның, атай, юш килһен! (Иман тота: уҡынып, аллаһыәкбәр итә). Амин! Аллаһы Тәғәлә ят күҙҙәрҙән һаҡлап, ғүмер байлығы менән иман байлығы бирһен.
Ш а һ и а р ы ҫ л а н, Ну р м ө х ә м ә т (бер юлы). Амин!
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Яр-рар быныһы. Инде, улым, кил әле. Кил, йәнекәйем-ейәнкәйем! (Китап һалғысын ситкәрәк ҡуйып, Әхнәфте тубығына ултырта). Йә әле, әйт, атайың кем?
Ә х н ә ф. Бәй, бына ултыра ла инде…
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Исеме?
Ә х н ә ф. Нурмөхәмәт…
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Уның атаһы?
Ә х н ә ф (ҡартатаһына иркәләнеп). ҡарт-а-там!
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Исеме?
Ә х н ә ф. Арыҫлан…
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Әле мин һине маҡтап ултырған булам тағы. Тулы исеме?
Ә х н ә ф. Ша-һи-арыҫлан!
Шаһиарыҫлан. Артабан?
Ә х н ә ф. Артабанмы? Мөхәмәтзариф. Уның атаһы – Мортаза, уның атаһы – Мозафар, уның атаһы – Нурсыуаҡ, уның атаһы – Айсыуаҡ, уның атаһы – Асай, уның атаһы – Дусай, Дусайҙың атаһы Кирәй Мәргән булған.
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Һәр башҡорт­ҡа үҙ нәҫел-нәсәбен кәмендә ете быуынға тиклем белеү фарыз.
Ә х н ә ф. “Фарыз” нимә була ул?
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. “Фарыз” теләй­һеңме-юҡмы, мотлаҡ үтәлергә тейеш бурысты аңлата. Йә әле, ете быуыныңды кирегә табан һанап ҡара.
Ә х н ә ф (бармаҡтарын бөгә-бөгә, эстән генә һанай ҙа әйтә). Әхнәф – Нурмөхәмәт – Шаһи­арыҫлан – Мөхәмәтзариф – Морта­за – Мозафар – Нурсыуаҡ…
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Йә, шунан шә­жә­рә нимә булыуына төшөндөңмө?
Ә х н ә ф. Ы-ы.
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Төшөнһәң, ана, ишек янында элеүле торған ҡайыш ҡамсыны әпир әле (Әхнәф килтереп бирә).
Затын белгән – ятын белгән.
Манҡорттан ятып көлгән.
Шәжәрә белгән – ҡәҙерен
белгән,
Урыны булыр түрҙән…
Шәжәрәбеҙҙе белгәнең өсөн был ҡамсыны һиңә бирәм. Ана тегендә бер һыҙғыртҡыс яталыр. йүкәнән ҡуптырып, һиңә тип эшләгәйнем. Уны ла ал.
(Малай, сыбыртҡыһын тәңкләп тотоп, сыбыҡ атҡа атланып сығып китә. Артта уның әсе итеп һыҙғырт­ҡаны ишетелә).
Н у р м ө х ә м ә т (aлғы планға баҫып, улы сығып киткән яҡҡа ҡарап тора. Уйсан). Эй, бала! ҡамсы – ни, һыҙғыртҡыс – ни. Асылын белмәйһең шул әле һин.
Теләмәһәң ҡамсы менән
Һырт буйыңды һыҙырғанды,
Күралмаған бәндәләрҙең
Арттарыңдан һыҙғырғанды,
ҡамсы менән үҙ-үҙеңде
Барыу кәрәк сыбыртҡылап,
Башың эймәү бәндәләргә,
Була күрмәү йыбытҡылай.

Бабаң Кирәй, батыр, тигән,
Мәргән, тигән ат ҡаҙанған.
Иш янына ҡуш булырһың,
Ил эсендә, балам, ал дан.
Һыҙғырырға иткәндәрҙең
ҡотон алып, һыҙғыр алдан.
ҡамсың төшмәһен һис ҡулдан –
Дошман ҡулын күтәргәнсе,
ҡамсың менән һыҙыр алдан.

Дошман, тамғалы ағастай,
Һинән әллә ҡайҙа ҡасмай.
Шуға уны тиҙ танырһың.
Дуҫ тигәнең дошман булһа,
Таный алмай ныҡ янырһың:
Дуҫың дошман булып сыҡһа,
Бөтә серең сығыр юҡҡа.

Һайыҫҡандай, һаҡ бул дуҫтан,
Яһай күрмә унан дошман.
Яһамаһаң унан дошман,
Һин булырһың барын отҡан.
Ошо булһын тормош тотҡаң!
Амин, Улым! Амин!
Шаршау.

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.

(Дауамы. Башы 53-сө һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға