«Йәшлек» гәзите » Хәтер » КИРӘЙ МӘРГӘНДӘР ШӘЖӘРӘҺЕ



10.07.2012 КИРӘЙ МӘРГӘНДӘР ШӘЖӘРӘҺЕ

КИРӘЙ МӘРГӘНДӘР ШӘЖӘРӘҺЕ
Кирәй Мәргән (Әхнәф Нурмөхәмәт улы Кирәев) – башҡорт әҙәбиәте классиктарының береһе. Ул 1912 йылдың йәмле йәйендә тап һабан туйы мәлендә донъяға килә. Был ваҡиға 11 июль көнө Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе ҡыйғаҙытамаҡ ауылында була. Әллә халҡыбыҙҙың йола фольклорының иң күркәм күренештәренең береһе иҫәпләнгән шул йола байрамында тыуғанға, әллә Нурмөхәт ибн Шаһиарыҫлан ибн Мөхәмәтзариф әл-Йомрани тип имза һалыусан сәсән ғаиләһендә тыуғанғамы, кесе йәштән үк Әхнәф атаһы яғынан ҡартатаһы Шаһи­арыҫлан һөйләгән риүә­йәттәр­ҙе мауығып тыңлар булған. Мәжлес­тәрҙә атаһы йырлай башлаһа, шунда уҡ дәфтәре менән ҡәләменә тотонорға ғәҙәтләнгән. Тора-бара башҡаларҙан ишеткән бер таҡмаҡты, бәйет, мәҡәлдәрҙе, көләмәс, лаҡаптарҙы шул дәфтәренә теркәй барған.
Кирәйҙәр ғаиләһендә боронғо ҡулъяҙмалар, китап айырыуса ҙур хөрмәт ҡаҙанған ҡәҙерле әйберҙәр иҫәпләнгән. Аҡмулла, Туҡай, Соҡорой шиғырҙарын һәр кем яттан һөйләр булған. Шуға ла үҫмер сағында Әхнәфтең шиғыр сығара башлауы, артабан уларҙы район гәзитендә баҫтырыуына аптырайһы түгел.
Пермь өлкәһендә рус мәктәбендә уҡып ҡайтҡас, тиңдәштәренең уға “урыҫ малайы” тип ҡушамат тағыуы ла, Кирәй Мәргән атлы боронғо бабаһын хәтерләпме, “Кирәй Мәргән” әкиәте шауҡымы буйынсалырмы, иш янына ҡуш булһын тигән кеүек, уны Кирәй Мәргән тип атай башлауҙарында ла ғиллә бар. Тәүгеһе уның рус телен яҡшы үҙләштереүенә, рус мәҙәниәте хаҡында хәбәрҙарлығына баһа хеҙмәтен үтәһә, һуңғыһы уның ижад­ҡа һәләтен таныуға бәрәбәр була.
Аҙаҡ, һәләтле журналист, яралан­ғанға тиклем 112-се Башҡорт атлы дивизияһының данын уртаҡлашҡан яу ветераны, талантлы прозаик, драматург һәм башҡорт фольклор ғилеменең үҫешенә айырыуса тос өлөш индергән тәүге фән докторы, профессор булып таныл­ғас та, бала сағын хәтерләгәнендә, ҡартатаһы Шаһи­арыҫлан бабайҙы йылы тойғо менән иҫкә алыр булған. Риүәйәттәре менән фольклорҙы үҙ иткән буласаҡ әҙиптә тарихҡа, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләгән шул аҡһаҡал йыш ҡына, уны янына ултыртып, ырыуының шәжәрәһен уҡырға яратҡан. Уҡығанын ейәненән ҡабатлаттырған. Был да кескәй Әхнәф өсөн тарих дәресе, ҡартатаһы өсөн иһә тарих менән тәрбиәләү сараһы булған. Түбәндә, Кирәй Мәргәндең хәтирәһе буйынса, шул дәрестең тасуирламаһы тәҡдим ителә.
ҡатнашалар:
Шаһиарыҫлан мулла – Әхнәф Нури улының (Кирәй Мәргәндең) ҡартатаһы, аҡ һаҡаллы, еләнле, сәлләле ҡарт,
Нурмөхәмәт сәсән – Әхнәфтең атаһы, ауыл хәлфәһе, 35 – 40 йәштәрҙәге ҡара мыйыҡлы уҙаман.
Әхнәф – 6 – 7 йәштәрҙә.
Ауыл өйөнөң эсе. ҡаршы яҡта ике тәҙрә. Өй боронғоса йыйыштырыл­ған: тәҙрә башына һөлгөләр эленеп, тәҙрәләрҙең ике яғынан һалынып тора. Ағас урҙала – кейем-һалым. Кухня хеҙмәтен үтәүсе һул яҡта – мейес, һауыт-һаба шкафы, өҫтәл һымаҡ тумбала самауыр һ.б. Уң яҡ стена янындағы ҙур һандыҡ өҫтөнә кәлләп-кәлләп һалынған ҡаралды (түшәк, юрған), улар өҫтөндә ҡабартылған мендәрҙәр – барыһы ла сигеүле ҡаралды тотҡос менән тарттырылған. Ике тәҙрә яҡлап киң урындыҡ (һике), уға балаҫ йәйелгән, ике тәҙрә тапҡырлап сергетыштар түшәлгән.
Шаршау асылғанда, Шаһиарыҫ­лан ҡарт тәҙрәгә яҡын Аҡмулланың китап һалғысына оҡшаш нәмәгә һалынған иҫке яҙыуҙы ҡарап ултыра. Еләне эсенән суҡлы эңербауы салып бәйләнгән ап-аҡ күлдәк. Танауына күҙлек атландырған. Аҫтында мендәр. Ул ҡараған яҙма эт тиреһенә яҙылған.
Урындыҡ ситендә, һыңар аяғын бөкләп, һыңарын һалындырып, Нурмөхәмәт ултыра. Уның өҫтөндә ҡайтарма яғалы аҡ күлдәк, Туҡай галстугына оҡшатыңҡырап төйнәлгән нәҙек шарф, текә яғалы ҡара кәзәкей. Башына, ҡырын һалып, тирмәгә оҡшаш башҡорт түбәтәйе кейгән, аяғында штиблет.
Аталы-уллы ҡул болғай-болғай ниҙер һөйләшеп ултырған саҡта (тауыштары ишетелмәй), сыбыҡ атҡа атланып, үрле-ҡырлы һикерәнләп, һамаҡлай-һамаҡлай, асыҡ ишектән Әхнәф килеп инә.
Ә х н ә ф.
Кирәй Мәргән өйҙәме?
Кир тураты бәйҙәме?
Уҡ-һаҙағы сөйҙәме?
Бурҙайҙары бәйҙәме?
(Шаһиарыҫлан, күҙлеге һыртынан һөҙөп кенә ейәненә ҡарап, йылмайып ултыра).
Н у р м ө х ә м ә т.
Кир тураты бәйҙә юҡ,
Уҡ-һаҙағы сөйҙә юҡ,
Бурҙайҙары бәйҙә юҡ,
Сөнки, сөнки, сөнки, сөнки
Кирәй Мәргән өйҙә юҡ…
Әхнәф (атаһының һамағы ыңғайына иҙән буйлап сабып йөрөй. Шунан “атын ” туҡтата). Т-р-р! Кир туратымды бәйләп ҡуяйым әле (ат бәйләгәндәй итә лә атаһының алдына башын һала). ҡартай, Кирәй Мәргән булған кешеме ул? Әллә әкиәттә генә әйтеләме?
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Булған, булған. Ул булмаһа, беҙ ҙә булмаҫ инек. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең Йомран ырыуының ҡанбабаһы, йәғни мәҫәлән, шул булыр. Был турала бына мин ҡарап ултырған шәжәрә һөйләй.
Ә х н ә ф. Нимә була ул шәжәрә?
Н у р м ө х ә м ә т. ҡартатайың әйтә, шәжәрә кеше үҙенең ата-бабаһын, нәҫел-нәсәбен онотмаһын өсөн шуларҙы быуын-быуын теркәп бара торған яҙма була. Уны эт тиреһенә яҙыр булғандар.
(Әхнәф ихлас тыңлап тора, ара-тирә башын һелкә, шунан һорай ҡуя).
Ә х н ә ф. Эт тиреһенә? Нишләп уға яҙалар?
Н у р м ө х ә м ә т. ҡартатайҙан – атайға, шунан уның улына, артабан унан ҡалған быуындарға күсә килә, таушалып, туҙмаһын өсөн…
Ә х н ә ф. Быныһын белдем дә ул. ҡартатай, “шәжәрә һөйләй”, тине. Һин әйткәнсә, ул эт тиреһендәге яҙыу… Яҙыу һөйләшә беләме ни?
Ш а һ и а р ы ҫ л а н (аталы-уллының һөйләшеүен йылмайып тыңлап ултыра ла һүҙ ҡата). Һай-һай, төпсөр ҙә инде минең ейәнем. Афарин! Былай булғас, йүн сығыр был баланан.
Н у р м ө х ә м ә т.
Яҙманың да
төрлөһө бар, бәндә кеүек,
Бар аҫылы, бәғзеләре –
йәнгә көйөк.
Аҫылдары һөйләшәлер әҙәм
кеүек,
Һөйләме – тел, хәрефтәре –
теше кеүек…
Шәжәрә лә һөйләй шул. Ул ҡартатаңдың теле менән һөйләй. Йә әле, атай, әле генә миңә ишеттергәнеңде ейәнеңә лә ҡабатла.
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Кил әле, улым, бирерәк. Кил. Бына ошонда ҡаршыма ғына ултыр. Мин уҡыйым. Һин, доға ятлағаныңдағы һымаҡ, отоп алып ултыр, йәме! (Арҡаһынан ҡағып ҡуя).
Ә х н ә ф. Ярар, ҡартатай (аяғын бөкләп, күрһәтелгән урынға ултыра).
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Әйткәндәй, һин яҙа беләһең бит әле.
Ә х н ә ф. Беләм, ҡартатай, беләм. Атайым өйрәтте. Үткәнендә һин өйрәткән доғаны ла яҙып алып ятланым…
Ш а һ и а р ы ҫ л а н. Улай булғас, әле лә ҡағыҙ, ҡәләм ал (Нурмөхәмәт ҡағыҙ менән ҡәләм алып бирә).
Н у р м ө х ә м ә т. ҡағыҙыңдың аҫтына һалып яҙ (улына таҡта киҫәге йә ҡалын дәфтәр бирә).
Ш а һ и а р ы ҫ л а н (күҙлеген рәтләп). Тыңла, балам. Күңелеңә һеңдер, балам. Күңелеңә һеңһә, зиһенеңә һеңер (тамағын ҡырып, уҡый башлай). Безем нәселемез Кирәй атлы мәшһүр уҙаман-ирдән таралмыштыр. Уны Мәргән дейүп әйтер булғанлар… (Әхнәф, тәүҙә туңҡайып, шунан урындыҡҡа һуҙылып ятып, яҙырға әҙерләнә).

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.
(Дауамы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға