03.07.2012 Уларҙы онотоу мөмкин түгел
Швейцария диспетчерҙарының хатаһы арҡаһында бынан ун йыл элек Германия күгендә бер ғәйепһеҙ 72 кешенең ғүмере өҙөлдө
2002 йылдың 1 июленән 2-нә ҡараған төндә Германияның Юберлинген ҡалаһы күгендә булған авиаһәләкәттә 72 кеше, шул иҫәптән 52 бала һәләк була. Испаниялағы ЮНЕСКО халыҡ-ара лагерына йүнәлтмә менән бүләкләнгән Башҡортостандың иң һәләтле балаларының ғүмере аяныслы өҙөлдө. Авиаһәләкәт уларҙың саҡ башланып торған тормош һәм ижади юлын юҡ итте. Яҡты өмөттәр, ышаныстар аҡланманы. Бөгөн ни бары әсе үкенес һәм һағыш йөрәктәрҙе өтә…
Ун йыл элек булған хәл-ваҡиғаны ҡайтанан анализлаһаң, фажиғәне булдырмаҫҡа ла мөмкин икәнлеге аңлашыла. Авиаһәләкәткә бик күп аңлашылмаусанлыҡ, иғтибарһыҙлыҡ, хаталар, инструкция һәм ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәү сәбәпсе булған.
Балалар Испанияға 29 июндә үк осорға тейеш булған. Менеджерҙың хатаһы буйынса, төркөмдө Мәскәүҙең «Домодедово» аэропортына килтерәләр. Ә был ваҡыттта уларҙы «Шереметьево» аэропортындағы самолет көтөп торған. Шул мәл менеджерға шылтыратып, рейсты бер аҙ кисектереүҙе һорарға кәрәк булған да бит, әммә был аҙым яһалмай. Балаларға 6 июлдә осорға тәҡдим итәләр, шуға тиклем пенсионатта йәшәргә урын бирәләр. Әммә Испанияла ял итеү путевкаһын оҙонайтыу мөмкинлеге булмай. Һәм шул саҡ «Башҡорт авиалинияһы» ярҙамға килә.
Көньяҡ Германия күгендә, 12000 м бейеклектә «Ту − 154» cамолеты Бахрейндан Брюсселгә юл тотоусы «Боинг – 757» йөк самолеты менән бәрелешә. «Боинг – 757» бортында пилот Пол Филлипс (уның өс балаһы етем ҡала) һәм уның ярҙамсыһы Брант Кампиони була.
Һауала именлекте тәьмин итергә тейеш булған «Скайгайд» компанияһы хеҙмәткәрҙәренең үҙ бурысына етди ҡарамауы оло фажиғәгә килтерә. Һәләкәткә тиклем бер тәүлек алда «Скайгайд» авиадиспетчер хеҙмәте башлығы компанияның банкротлыҡ сигендә тороуын һәм, матди ауырлыҡтар сәбәпле, һәләкәттәр булыу ихтималлығы хаҡында белдергән була. «Мин оптимист булып ҡалам. Әммә был хәлдән сыға алырбыҙмы-юҡмы, ныҡлап әйтеп булмай. Фажиғәләр булыуын инҡар итә алмайым», − ти ул. Был интервью Швейцария гәзитендә 1 июлдә, авиафажиғәгә бер тәүлек ҡалғас, донъя күргән!
«Скайгайд» компанияһы хәүефһеҙлек нормаларының береһен дә үтәмәгән. Мәҫәлән, төндә ике диспетчер дежур итергә тейеш булған. Әммә йәш диспетчер Питер Нильсен бер үҙе ултырған, ә уның хеҙмәттәше йоҡлаған.
Питер Нильсен ике самолеттың маршруттары тап килеүен фажиғәгә һанаулы минуттар ҡалғас ҡына күреп ҡала. Ике самолет та ун ике минут буйы 36 000 фут бейеклегендә осоп барған. Диспетчер «Ту − 154» пилоттарына түбәнәйергә, шунан кире өҫкә менергә команда бирә, ә «Боинг»-ҡа аҫҡа төшөргә ҡуша. Әммә аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында ике осоу аппараты ла түбәнәйә. «Боинг» «Ту − 154»-тең һул яғында 300 градус мөйөштә була. Тик диспетчер, һул менән уңды бутап, яңылыш команда бирә. Шулай ҙа һуңғы 50 секундта ла хәлде үҙгәртергә мөмкин була әле. Тик диспетчер пилоттарҙы һаман бутауын дауам итә. Бәрелешкә тиклем 1,8 секунд ҡалғас ҡына «Ту − 154» пилоты «Боинг»ты күреп ҡала. Әммә бик һуң була… Мәскәү ваҡыты менән төнгө 1.35.55 сәғәттә ике самолет бәрелешә.
Самолеттарҙың өлөштәре яна-яна 30 саҡрым радиусҡа тиклем сәселә. Юберлинген ҡалаһы халҡы ҡот осҡос күренештең шаһиты була − һыныҡтар ҡайһы берҙәренең йорттары алдына килеп төшә. Трагедиянан һуң шундуҡ һәләк булыусылар рухына сиркәү хеҙмәте үткәрелә. Урындағы халыҡ ярҙам итергә ашыға: кемдер аҡса бирә, икенселәр мәрхүм булыусыларҙың туғандарын үҙҙәрендә йәшәргә саҡыра.
Фажиғә урынына иң беренсе булып Төньяҡ Осетия архитекторы Виталий Калоев килеп етә, ул ғаиләһен Испанияла ҡаршы алырға тейеш булған. «Полиция мине тәүҙә индермәне. Унда ҡатыным, улым һәм ҡыҙым булыуын әйткәс, ебәрҙеләр. Диана исемле ҡыҙымды самолет ҡолаған урындан өс саҡрым алыҫлыҡта тапҡандар. Ул ергә фәрештә кеүек төшкән, кәүҙәһе зыян күрмәгән. Янында муйынсаҡтары һибелгәйне», − ти.
Ике йылдан тағы ла фажиғә була. Һәләкәттә бөтә ғаиләһен юғалтҡан Виталий Калоев Питер Нильсенды үлтерә. Суд уны һигеҙ йылға иркенән мәхрүм итә. Әммә 2007 йылда ваҡытынан алда иреккә сығара. Шул уҡ йылда «Скайгайд» компанияһының дүрт хеҙмәткәре (исемдәре йәшерелә) шартлы рәүештә хөкөм ителә, ә берәүһе ни бары штраф менән генә ҡотола.
«Скайгайд» компанияһының радар системаһы Европа стандарттарына тура килмәгән. Уларҙың ғәйебе менән 2000 йылда − 47, 2001 йылда 51 осоу аппараты мөғжизә менән генә бәрелешмәй ҡалған. Был хаталар «Скайгайд» етәкселегенә һабаҡ булырға тейеш ине лә бит. Әммә байлыҡ туплауҙы кеше ғүмеренән өҫтөн ҡуйыусылар уға әһәмиәт бирмәй.
Уҙған йәкшәмбелә Юберлинген ҡалаһында мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу кисәһе уҙғарылды. Балалар рухына арнап ҡуйылған «Өҙөлгән ынйы муйынсаҡ» мемориалы янына йөҙләгән кеше – һәләк булыусыларҙың туғандары һәм яҡындары йыйылды. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла Германияла булды. Ике көн дауамында Башҡортостан хөкүмәте ағзалары Боден һәм Вюртемберг ере етәкселәре менән һөйләшеүҙәр уҙғарҙы, шулай уҡ һәләк булғандарҙың яҡындары менән осрашты. Республиканан хәтер акцияһында 150-гә яҡын кеше ҡатнашты.