29.06.2012 Күктә батырлыҡтар яһаһа ла, исемен ерҙә яҙҙы...
Республиканың Хәрби дан музейында легендар осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата „Муса Гәрәевтың тормошо һәм батырлыҡ юлы” тип аталған күргәҙмә асылды.
Унда республиканың Хәрби дан музейынан, Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивынан, батырҙың тыуған яғы – Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы музейынан, ДОСААФ-тан, дуҫтарынан алынған материалдар ҡуйылған. Стендтарҙа Муса Ғайса улының тыуған яғындағы, Бөйөк Ватан һуғышындағы фотоһүрәттәре, юғары наградаларға эйә булыу тураһындағы документтары, шәхси әйберҙәре урын алған. Күргәҙмәне асыу тантанаһына ветерандар, уны яҡындан күреп белгән кешеләр, дуҫтары, коллегалары, ейәндәре саҡырылғайны. Улар легендар күк ҡаһарманы хаҡындағы иҫтәлектәре, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Билдәле булыуынса, Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар республикабыҙҙа йыл буйына барасаҡ. Көҙ Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында рәсми тантана ла үтәсәк. Муса Гәрәевты яҡындан күреп белгәндәр Өфө аэропортына уның исемен биреүҙе юллай.
Күргәҙмә Өфөлә сентябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Артабан ул башҡа музейҙарға күсәсәк.