«Йәшлек» гәзите » Хәтер » УЛ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫНЫҢ БӘҪЕН ЯҠШЫ БЕЛГӘН



19.06.2012 УЛ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫНЫҢ БӘҪЕН ЯҠШЫ БЕЛГӘН

(Ғабдулла Туҡайҙың Өфөгә килеүенә 100 йыл тулыу уңайы менән)
Татар халҡының бөйөк шағиры, башҡорттар һәм тотош төрки донъяһы үҙ иткән Ғабдулла Туҡай “Шәреҡ” клубында халыҡтың ауыҙ-тел ижады буйынса лекциялар уҡый. Ул лекциялар 1910 йылдың 29 апрелендә ҡаҙандағы “Сабах” китапханаһының “Милли баҫмаһы”нда тәүләп донъя күрә. Үҙенең лекцияларында Ғ. Туҡай “Саҡ-Суҡ” (“Һаҡ менән Суҡ”) бәйетенә бәйле легенданы, “Тәфтиләү көйө”, “Ашҡаҙар”, “Касимский Ибрай”, “Еҙнәкәй”, “Башмаҡ көйе” тигән йырҙарҙың риүәйәттәрен бәйән иткән. Был ҡыҫҡа ғына исемлектәге әҫәрҙәр­ҙең ҡап яртыһы башҡорт фольклорына мөнәсәбәтле. Шул яҙмалары һәм башҡорт йырҙарына ҡағылышлы башҡа фекерҙәре менән Ғабдулла Туҡай башҡорт фольклор ғилеменең ХХ быуат башына тиклемге тарихында Әхмәт ибн Фаҙлан, И. Лепехин, А. Пушкин, В. Даль, С. Рыбаков, А. Бессонов, М. Өмөтбаев, Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтша Буранғоловтар менән бер рәттән лайыҡлы урын алған.
Туҡай телгә алған һәр фольклор әҫәре башҡорттарға ла мәғлүм. Мәҫәлән “Саҡ-суҡ” бәйете беҙҙә бөгөн дә популяр. Һәр хәлдә, фольклор экспедицияһы һайын уны осрата торабыҙ. Уның сюжеты шулай уҡ нәсихәти (ғибрәтле) әкиәт рәүешендә таралғаны ла мәғлүм. “Еҙнәкәй”, “Башмаҡ көйө” күренекле башҡорт драматургы һәм композиторы Хәбибулла Ибраһимовтың “Еҙнә­кәй” һәм “Башмағым” комедияларында икенсе йәшлеген кисер­ҙе лә, яңынан фольклорлашты. Уны татарҙарҙан ғына түгел, башҡорттарҙан да ишетергә була.
“Тәфтиләү көйө” тигән риүәйәт һәм уның йырының ерлеге иһә – Башҡортостан. Быныһы бер булһа, икенсенән, башҡорт фольклорында уның менән аҙаш, әммә оҙон көйлө бер йыр бар. Татарҙың “Тәфтиләү”е мөфтөй ҡыҙы менән француз егетенең мөхәббәтенә бағышланған лирик йырҙан ғибәрәт. Быға Ғ. Туҡай килтергән риүәйәттән дә яҡшы төшөнөргә була. Бына ул риүәйәт:
“Борынгы Тәфкилев фамилияле бер мөфтинең урысча укый торган бик матур бер кызы бер француз жегетенә гашыйк булган була. Кыз француз жегетен, ата-анасы күрмәгән чакта, өенә дә китерә.
Бер вакыт шулай, мөфти хәзрәт өендә кыз белән жегет күрешеп торган чагында, өстләренә мөфти хәзрәт үзе килеп керә.
Кыз, аптырауда калып, үзенең мәгъшукын (һөйгәнен – Ә.С.) зур пыяла шкаф эченә яшерә.
Алай да мөфти хәзрәт жегетне күрә. Таягын алып, жегетне кыйнарга килә башлый.
Жегет исә, тиз генә шкафны ватып чыгып, тәрәзәдән сикереп кача.
Шкафны ватканда, жегетнең битенә вә кулына пыялалар керә. Идәнгә жәелгән хәтфә паласлар өстенә каннар тама...
Минем исемдә шулкадәр генә калган.
Аннан сон жегет белән кыз арасында нинди мажаралар булгандыр, миңа мәгълүм түгел. Ләкин Тәфкилев көенең моңлылыгына караганда, жегет белән кыз арасында мотлак бер фажига булгандыр дип фекергә килә” (5, 168).
Башҡорт “Тәфтиләү”е, асылда ҡарғыш йырынан ғибәрәт. Уның тарихы шуны бәйән итә. Үҙ теләге менән сәлләһен (салмаһын) фуражкаға алмаштырған, йәғни суҡынып, муллалығын ташлап, православие динен ҡабул иткән ҡотләхмәт Тевкелев атлы мишәр мырҙаһы Алексей Ивановичҡа әүерелеп, тәненән йәне сығырҙай булып, батша властарына хеҙмәт итә. Ырымбур крайы башлығының ярҙамсыһы дәрәжәһенә етеп, полковник погоны тағып алған шул әҙәм аҡтығы башҡорттарҙың 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилалын баҫтырыуҙа айырыуса ҡанһыҙлыҡ күрһәтә: Балыҡсы өйәҙе (хәҙерге Асҡын райо­ны) биләмәһенә ингән Һөйәнтүз ауылында 1000 башҡорттоң йәнен ала, 105 кешене (ә улар араһында йәш-елкенсәк тә, бала-саға ла, ҡарт-ҡоро, ҡыҙ-ҡырҡын, әбей-һәбей ҙә була – шуларҙың барыһын да) һарайға бикләп, тереләй яндыра, 500 башҡорт ауылына үрт һала… Нәфсеһен шулар менән ҡандыра алмай ул башкиҫәр. Тора-бара ҡылысын тағы эшкә егә. Һөҙөмтәлә тағы 2000 кешенең йәне ҡыйыла (1, 55 – 57, 322 – 323) . Шуға күрә лә, ҡанлы йәшен түгә-түгә, башҡорт халҡы уға махсус рәүештә ҡәһәр йыры ижад итә. Унда Тәфтиләүҙең Аҡай Күсемов һәм Килмәк Нурушов етәкселегендәге 1735 йылғы күтәрелеште ҡанһыҙ баҫтырыу тәжрибәһенә таяныуы ла (“Аҡай, Килмәктәрҙе бығаулағас, Тәфтиләү ҙә килде, суд-суд, тип”), ҡанһыҙ йәлләт булыуы ла (“Тәфтиләүҙәй ҡанһыҙ булыр микән – Һуйҙы илде ҡырағай йәнлек күк”), уға халыҡтың асыуы ла
(“Полковник Тәфтиләү түккән
ҡандың
Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ”), ҡарғышы ла сағылыш тапҡан.
Һуңғыһына миҫал:
Иҙел буйҡайҙары йәмле ине,
Тәфтиләү ҙә утҡа тотмаһа.
Илкәйҙәрҙең ҡанлы күҙ йәштәре
Төшмәй икән, төшәр булмаһа.

Тәфтиләү ҙә баяр урманында
Аҡ яурынлы бөркөт ояһы.
Утҡа янһын, көлдәр ҙә булһын
Тәфтиләү ҙә баярҙың донъяһы!

ҡара ла ғына урман, ҡая бите
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп, яҙҙым
ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
Яуыз Тәфтиләүҙән яфа сиккән халыҡ уның ҡанлы эшмәкәрлеген килер быуындарҙың онотмаҫына иҫәп тотоуын тарих аҡлай килә. Ул яндырған милләттәштәребеҙ рухына стела ҡуйылған, аяттар уҡытыла, хәтер кисәләре уҙғарыла, әҫәрҙәр ижад ителә. Үҙешмәкәр татар шағиры Ә. Насиров ана ни тип яҙған үҙенең Тәфтиләүгә бағышланған “ҡарғыш” тигән шиғырында:
Башкорт халкын кырган өчен,
Алтын пагоннар элгән.
Шул языклылары өчен,
Халыктан каһәрләнгән (4, 5).
Тәфтиләүҙең “подвиг”тарын батша хөкүмәте статусы полковниктан бер баҫҡысҡа юғары, генералдан бер баҫҡысҡа түбән бригадир дәрәжәһе менән билдәләй. Тимәк, властар киләсәктә гитлерсы фашис­тар ғына ҡабул итмәле язалау ысулдарын тулыһынса хуплаған, артабан да шулай итергә дәртләндерергә теләгән. Халыҡ был факттың да мәғәнәһенә яҡшы төшөнгән һәм “аңлағанға – ишара” тигән кеүек кенә итеп уны бына былай тип кенә образлаштырған:
Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ –
Полковник Тәфтиләү яу урыны.
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.
Халыҡ Тәфтиләүҙең яуызлығын асып һалыу, ул ҡылған ҡанһыҙ ғәмәлдәрҙе констатациялап, уға асыуын, ҡарғышын белдереү менән генә сикләнеп ҡалмаған:
ҡайнап ҡына сыҡҡан Иҙел аша
Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
Ир-егеткәйҙәрҙең өмөткәйен
Тәфтиләүҙәр мәңге быуа алмаҫ, –
тип, ундайҙарға сик ҡуйылырына өмөтөн өҙмәгән.
Шулай итеп, аҙаш һәм яҡташ татар йырынан, башҡорт халҡының “Тәфтиләү” йыры үҙенең тарихы, йөкмәткеһе яғынан, баштан аяҡ асыу һәм ҡарғыш йыры булыуы менән сағыштырғыһыҙ ныҡ айырыла. Көйөнөң оҙон һәм һағышлы һәм тетрәндергес булыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
“Халыҡ әҙәбиәте” тигән хеҙмәтендә Ғабдулла Туҡай шулай уҡ башҡорт халҡының оҙон көйлө “Ашҡаҙар” тигән йырына бәйле риүәйәттең бер вариантын биргән. Бының өсөн беҙ бөгөн булһын Туҡайға рәхмәтлебеҙ.

“Ашказар” көе

Гыйшык вә мәхәббәт сәбәпле кияүгә барган бер башкорт түрәсе кызының кияве, Ашказар дигән суның буена ау ауларга китеп, шунда суга батып үлә. Моның вафат хәбәре мәгъшукасына ишетелгәч, ул бик кайгыра. Хәсрәтен ничек иҙһар игәргә дә (баҫырға, тышҡа сығарырға – Ә. С.) аптырый.
Бep көнне бу кыз, башкорт кызлары арасындагы барча жырчы кызларны чакырып, алардан вафат булган кияве хатирәсенә бик моңлы бер көй чыгаруларын үтенә. Әгәр дә күңеленә муафикъ (ятышлы – Ә. С.) бер моңлы көй чыгара алсалар, аларга әллә ничә баш дөяләр һәдия (бүләк – Ә. С.) итмәкче була. Кызлар төрлечә көйләр чыгарып карыйлар, ләкин берсе дә түрә кызының күңеленә охшамыйлар. Бу жырчы кызлардан бернәрсә дә чыкмагач, түрә кызы, бер төрле рух вә илһам белән рухланып, хәҙерге Ашказар көен жырлап жибәрә. Жырчы кызлар хәйран калалар” (5, 168 – 170).
Бөгөнгө көндә лә был йыр һәм риүәйәт башҡорттар араһында бик популяр. Телдән таралған версияһының йөкмәткеһе Ғ. Туҡай баҫтырған варианттыҡы менән тап килә. Тик, әгәр Туҡай яҙмаһы буйынса, егет балыҡҡа барғанында боҙ уйылып, һәләк булһа, йәнле репертуарҙағыса, ул, шәшкегә һунарға барғанында, һыуға бата. Был хаҡта йырҙа ла әйтелә:
Йәнкәй-йәнеш китте, ай, һунарға,
Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә,
Э-эй… Ашҡаҙарҡай буйы
шәшкегә.
Шәшкеләргә китеп, вафат
булды –
Башҡынайым ҡалды ла йәш кенә,
Э-эй… Башҡынайым
ҡалды ла йәш кенә.
Риүәйәттең йәнле репертуарҙан мәғлүм варианттарында ҡыҙҙың атаһы түрә булғанмы-юҡмы, егет кем балаһы, был хаҡта мәғлүмәт осрамай. Күрәһең, халыҡ, ике йәш йөрәктең бергә тибеүе мөһим, тип белә. Ә уларҙың кем балаһы булыуы, социаль сығышы иғтибарҙы ситкә тартыусы мәғлүмәт кеүек баһаланған. Уның ҡарауы “Башҡорт халыҡ ижады” тупламаһына ингән версияла егет менән ҡыҙҙың сығышы иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Уның буйынса, ҡыҙҙың атаһы, Туҡай версияһындағыса, түрә кеше. ҡыҙы таңда тыуғанға, уға Таңһылыу тип исем биргәндәр. Риүәйәттең Туҡай яҙып ҡалдырған версияһынан һәм уның бөгөн булһын халыҡҡа мәғлүм варианттарынан айырмалы рәүештә, егет бай улы. Түрә ҡыҙы кеүек үк, ул да исемләп бирелгән. Уны Йомағол тип йөрөтәләр. Был версияла тағы шундай аныҡлыҡтар бар: Йомағол Таңһылыуҙан ике йәшкә өлкән була. Ә уның көндөҙ тыуған, шуға күрә Көнһылыу тип исемләнгән бер туған ҡәрендәше Таңһылыуҙың тиңдәше була. Шул өсәү гел бергә уйнап, бергә үҫә.
Һүҙ барған версияла тағы шундай аныҡлыҡтар ҙа бар: йәше етеүгә “Йомағол менән Таңһылыуҙың күңелендә мөхәббәт уяна”. ҡыҙҙың моңайып йырлап йөрөүенән һиҙенеп, был хаҡта егеттең атаһына әшкәртәләр. Никах, туй үткәндән һуң, күп тә тормай, Туҡай версияһының йәнле репертуарҙағы варианттарындағыса, Йомағол шәшкегә һунарға барғанында, һәләк була. Ошо айҡанлы Таңһылыуҙың кисерештәрен биргәндә, риүәйәттә психологизацияға иғтибар ителгән. Һөйгәненең һәләк булыуын белгәс, йәш кәләш иҫтән яҙа, ҡайғынан тамам хәлһеҙләнеп, ахырҙа вафат була.
Был версия буйынса ла, Йомағолға бағышлап, башҡа ҡыҙҙар сығарған йыр Таңһылыуҙы ҡәнәғәтләндермәй. “Шунан һуң Таңһылыу, күҙҙәренән ҡайнар йәштәр тамыҙып, уй һәм илһам менән хәҙерге “Ашҡаҙар” көйөнә ошо йырҙы йырлап, иптәштәрен таң ҡалдыра:
Иртәнсәккәй тороп, сығып киткән
Ашҡаҙарҡай буйы шәшкегә.
Һыуға ғына батып, вафат булғас,
Башҡынайым ҡалды йәш кенә” (2, 320).
Көнһылыу ойошторған “йыр сығарыу бәйгеһендә” ҡатнашыусыларға приз билдәләнеү хаҡында һүҙ юҡ. Туҡай версияһы буйынса, һөйгәнен юғалтыу хәсрәтенә тарыған йәш кәләш шәп йыр сығарыусыға “бер нисә баш дөйәләр һәҙиә итмәксе була”. Йәнле репертуарҙан мәғлүм варианттарҙа ла приз билдәләнә. Йырсылар төрлө-төрлө йыр сығарып ҡарай, тик береһе лә йәш тол ҡатындың күңеленә ятмай. Ни өсөн? Сөнки, ни тиклем генә оҫта йырау булмаһындар, йәш ҡатынға ни тиклем яҡын булмаһындар, улар – барыбер сит кеше. Уларҙың береһе лә һөйөклө ирен юғалтҡан йәш ҡатын кисергәнде кисерә алмай. Үҙенең йөрәгендә көтөлмәгән ҡайғы нисек ҡайнағанын ул ҡатын үҙе генә аңлай, үҙенсә генә кисерә. Шуға ла йыр бәйгеһендә үҙе еңеүсе була ла инде.
“Ашҡаҙар” риүәйәтен лекцияларында файҙаланып, Ғабдулла Туҡай уның йырының ижад ителешен, йөкмәткеһен тәрәндән аңларға форсат биргән.
«Ашҡаҙар» риүәйәтенең “Баш­ҡорт халыҡ ижады” тупламаһы томына ингән версияһын 1915 йылда Мөхәмәтша сәсән Буран­ғолов “Шура” журналында баҫтырған булған. Ошо версияға нигеҙләнеп, ул драма әҫәре лә яҙған. 1919 йылдың 19 декабрендә ул әҫәр беренсе тапҡыр Стәрлетамаҡта сәхнәгә сығарыла. Шул көн хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының тыуған көнө иҫәпләнә.
Мәғлүм булыуынса, ҡымыҙ менән дауаланыу маҡсатында, 1912 йылдың яҙында Троицкиға барышлай Ғабдулла Туҡай Өфөгә һуғыла. Шағир ҡунаҡханаға барып тормай, “Сабах” китапханаһы магазинында туҡтала. Был хаҡта үҙе шулай тип яҙған: “… күрҙем ки, магазинға тоташ шундай киң вә яҡшы бер квартир бар. Бында мин түгел, миңә тағы 19 кеше ҡушһаң да, һыйырлыҡ ине. Етмәһә, уның аҫты кухня булып, һәр ваҡыт аҫтан йылы бәргәнлеге беленде. Бына рәхәт! Бына икенсе эләүкә! Бында китап тейәлеп килгән ғәйре мөтәнаһи (самаһыҙ күп – Ә. С.) йәшниктәрҙән карауат яһау вафли шикелле тиҙ. Аҫта йәшник булһа ла, өҫтөнә йомшаҡ вә матур нәмәләр ҡаплағас, ярай ул: өҫтөңә һәйбәт кейемдәр кейгәс, һинең бәрәңге генә ашағаныңды кем белә?” Үҙе ятып-тороп йөрөр урынды ирония менән маҡтаған Туҡай ошонда уҡ ҡунаҡтар ҡабул итә. Шул уҡ ироник рухта был хаҡта ана ни тип яҙған: “Квартир, ғөмүмән, күңелле. Кеше күп килә. Эс бошорлоҡ түгел”(5, 53). Ысынлап та, ошонда ул Мәжит Ғафури менән осраша. Скрипкала, Туҡай әйтмешләй, бары “маташтыра” алыуҙан ары китә алмаған Әхмәт Фәиз Дауытов башҡарған башҡорт халыҡ йырҙарын да ошонда тыңлап кинәнә. Кинәнә, тим, сөнки, әгәр шундай хис кисермәһә, шағир ул йырсы хаҡында: “Скрипкала маташтыра, әлегә яҡшы уйнай алмай. Ләкин йырлаһа, мин ундай йырауҙы бөтә ғүмеремдә тыңлар инем. Уның ғаҙи һөйләшеүе лә, металлический вә музыкальный тауышы йырлау ваҡытында бөтә көсөн вә голүвиятын мизһар итә (бөйөклөгөн асып бирә – Ә. С.)”, ‒ тип яҙыр инеме ни (5, 53).
Ғабдулла Туҡай башҡорт ҡурайын да үҙ күргән тип уйларға ерлек бар. Мәғлүм булыуынса, уның әсәһенең атаһы, йәғни олатаһы Зиннәтулла хәҙрәт Зәйнелбәшир улы Әмиров башҡорт булған. Ә Туҡай башҡорттар араһында ҡурай культы бик юғары заманда тыуған. Моғайын да, Зиннәтулла олатаһы йәшәгән мөхиттә лә ҡурай яңғырар булғандыр. Шулай була торған булһа, инә ҡарынында уҡ һәм донъяға килгәс тә, бик иртә етем ҡалыуына ҡарамаҫтан, был зирәк малайҙың ҡурай моңон күңеленә һалмай ҡалыуы мөмкин түгел. ҡурай моңо хаҡында хәбәрҙар булмаһа һәм һәр башҡортто ҡурай уйнай алыусы тип белмәһә, Өфө “ҡала баҡсаһында өҫтөнә жөббә, башҡа фәс, күҙгә күҙлек, аяҡҡа “ботинка”, ауыҙына ҡош ҡанаты төшөрлөк дәрәжәлә моронон күтәреп барған мәғбүр шәкертте туҡтатып, юрый “вәҡәр (һауаланыуын – Ә. С.) вә мәһабәтен боҙор өсөн: “Һин ҡурай уйнай беләһеңме?” – тип һорағым килде”, – тип әйтер инеме ни (5, 56).
Хәйер, бөйөк шағир башҡорт халыҡ йырҙарына баһаһын, ҡурайға мөнәсәбәтен әле әйтелгәндәр менән генә сикләмәгән. Ул башҡорт халҡының “ғәҙәт вә әхлаҡтарын яҙып, кейем вә зиннәттәрен музей өсөн” тикшереп, был халыҡтың “тиҙҙән монҡариз буласағына (бөтәсәгенә – Ә. С.) иман” итеп ятыусы Петербург ғалимдарынан айырмалы рәүештә, милли йыр-моңо һаҡланһа, башҡорттоң юғалмауына ышаныуын белдерә. Һәр хәлдә, ул: “Әгәр Фәиз әфәнде кеүек ысын башҡорт рухы вә башҡорт моңо менән йырланған йырҙар ҙа граммофондарға алынып ҡалһа. Бының башҡорт инҡыйразынан һуң аҙмы әһәмиәте булыр ине”, – тигән (5, 53). Шағирҙың “башҡорт инҡыйразынан һуң” тигәнде туранан-тура “башҡорттар бөткәндән һуң” тип аңларға ярамай. Был осраҡта ла Туҡайҙың әсе теле үҙенекен итә. Шул һүҙҙәре менән ул, эш боҙған балаға әсәһенең:”Яҡшы иткән икәнһең!” – тигәне кеүек, башҡорттоң бөтәсәген юраусыларҙы сатирик юҫыҡта ирониялаған. Шуның ярҙамында, милли моңо, милли йыры һаҡланған сүрәттә, халыҡ юҡҡа сыҡмаясағына инаныуын белдергән. Ә был ‒ Петербург күрәҙәселәренең яман юрауы аҡланмаясағын раҫлау менән бер.

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.
(Дауамы бар).








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға