23.03.2012 УЛ ҮҘЕНӘ РУХИ ҺӘЙКӘЛ ҠОЙҘО
5. Сәсмәүерҙе Байымовтың сәнғәтсә үҙләштергәне
Һуңғы йылдарҙа беҙ зарланырға өйрәнеп киттек. Зарланыу, "торғонлоҡ" дәүерен һәм, ғөмүмән, посынан киткән һәр хакимды ҡарғау ҡайһы берәүҙәр өсөн ниндәйҙер кимәлдә "рухи капитал"ға ла, тамаҡ туйҙырыуға бер өләм булмалы шөғөлгә лә әүерелде: йәнәһе лә, яҙырға, сығыш яһарға бирмәгәндәр (әйтерһең, ҡулдарын бәйләп ҡуйғандар ҙа ауыҙҙарына сүбәк тыҡҡандар), йәнәһе лә, яҙылғанын баҫтырырға рөхсәт итмәгәндәр (әйтерһең, том-том ҡулъяҙмаһы йыйылған да, хәҙер генә китап артынан китап сығара башлаған). Ошо хаҡта уйлайым да: "Юҡ, уңға, һулға ҡарамай эшләгәндәр ул заманда ла әүҙем булды. Ә ул "зарҙар", "ҡәһәрҙәр" үҙеңдең һәлкәүлегеңде (бәлки булдыҡһыҙлығыңдылыр ҙа) аҡларға маташыу ғына түгелме икән?" – тип ҡуям. Шулай тим дә яҡындан белгәндәремдең үткәненә күҙ ташлайым. Ә уларҙың береһе әлеге лә баяғы – Роберт Байымов.
Ун туғыҙ йыл бер кафедрала эшләү дәүерендәге һәм матбуғатты күҙәтеүҙәремдән бер миҫал. 60 – 70-се йылдарҙа гәзит, журнал биттәрендә, төрлө йыйынтыҡтарҙа иң әүҙем сығыш яһаған тәнҡитсе Р. Байымов булды, тиһәм, бер ҙә хаталанмамдыр. Берәйһенең күҙгә сағылырҙай повесы сыҡтымы – уға мотлаҡ "Р. Байымов" имзаһы менән баһалама баҫыла. Романдарға ла, хикәйәләр йыйынтыҡтарына ла тәтей килде бындай бәхет (бында Ә. Вахитов, Ғ. Хөсәйенов, Р. Бикбаев, Ә. Рамазанов, С. Сафуановтарҙың да йылдамлығын инҡар итергә йыйынмайым). Мин йыш ҡына: "Университетта "Хәҙерге осор әҙәбиәте" курсын алып барыу, яҙыусылар берлегендә тәүҙә әҙәби тәнҡит, унан сәсмәүер секцияһын етәкләү шуны талап итә торғандыр", – тип уйлай ҙа уның өлгөрөмлөгөнә хайран ҡала инем. Тора-бара бер-бер артлы "Өлгөргәнлеккә аҙым", "Ижади биҙәктәр" (1977), "Поискам нет конца” (М., 1980) исемле хеҙмәттәре донъя күрә башлағас: "Бына нисек була ул. Әҙәби барышҡа эҫе мәлендә яһаған күҙәтеүҙәре, баҡтиһәң, китап булып бөрөләнергә торған әҙерләмәләр генә булған икән", – тип ҡуя инем. Ана шуларҙың аҙаҡ докторлыҡ диссертацияһы булып ойошҡанына ла шаһит булғас, Р. Байымовтың эш алымына тағы ла бер төшөнгәндәй иттем.
Үҙен өлгөр сәсмәүер тикшереүсеһе тип танытырға өлгөргән Р. Байымов художестволы ижадта ла ошо алымына таянды. Алыҫҡа китмәй, 1996 йылда "Ағиҙел"дә, оҙаҡламай айырым китап рәүешендә донъя күргән "Сыбар шоңҡар" романын ғына алайыҡ. 1988 йылда уға Венгрияға барыу бәхете тейгәйне. Шунан ҡайтҡас, Әхмәтзәки Вәлиди эҙҙәренә юлығыуын мауығып һөйләп ултырғаны хәтерҙә. Аҙағыраҡ шул да мәғлүм булды: башҡорттарҙан беренсе булып Әхмәтзәки Вәлидиҙең "Хәтирәләр”е менән ул шунда таныша башлаған икән. Үҙен башҡорттарҙың яҡын ҡәрҙәше тип танытҡан арҙаҡлы венгр ғалимы Йожеф Торма хатта шул китаптың бер данаһын уға бүләк иткән була.
Роберт Нурмөхәмәт улының революция, граждандар һуғышы һәм 20-се йылдар башы матбуғаты, архивтар менән ҡыҙыҡһына башлағанына ла шаһит булынылды. Һабаҡташым Вафа Әхмәҙиевтың тыуыуына – 60 йыл, Ноғман Мусиндың 75 йәше тулыу уңайы менән Ишембай яҡтарында йөрөгәндә, әйтерһең, ошо яҡта тыуып үҫкән, һәр тау, йылғаның исемен әйтеп, шуларға бәйле риүәйәттәрҙе һөйләй-һөйләй йөрөгәйне. Баҡтиһәң, Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған яҡтарын махсус ҡыҙырып сыҡҡан. Бына шул архив һәм матбуғат яҙмаларында соҡсоноп, таныш булмаған тарафтарҙы шунда тыуған үҙ кешеләй ҡыҙыра-ҡыҙыра яҙыласаҡ әлеге романына әкренләп материал туплай йөрөгән булған икән.
Тема менән бер ҡыҙыҡһына башлағас, электән таныш документтарҙы, хеҙмәттәрҙе шул күҙлектән яңынан ҡарап сығарыу ҙа яҙыусыға күп нәмә бирә. Яңыларына мөрәжәғәт иткәне хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Әхмәтзәки Вәлиди ҡасандыр Д. Юлтый тарафынан "Сыбар шоңҡар" тигән ҡушамат алған, Афзал Таһиров, Имай Насыриҙар тарфынан "әбейҙәр күҙлеге кейгән", "ҡарпыш ҡолаҡлы", "шаҙра битле", итеге ҡыҫҡанда, кеше нисек сирыла, шундай уҡ сирыҡ йөҙлө, кеҫәләренең япмалары ҡапсайып торған френч кейгән кәрлә тип хурланған. Уларҙан күрмәксе, Фәрит Иҫәнғолов, Яныбай Хамматовтар ҙа уны карикатур планда һүрәтләгәйне. Р. Байымовтың романында милләт юлбашсыһы Әхмәтзәки Вәлидиҙең тәүге объектив әҙәби образы менән осрашабыҙ һәм ирекһеҙҙән: "Юҡ, донъяла хәҡиҡәт бар ул. Бар!" – тип, шөкөр ҡылып ҡуябыҙ.
"Сыбар шоңҡар" романы Ырымбурҙа ҡоролтай үткәреп, Башҡортостан мөхтәриәтен раҫлауҙан башлана ла, Үҙәк хөкүмәт менән мөнәсәбәттәр ҡырҡыулашыу, ике аралағы килешеүҙең боҙолоуы, республиканың хоҡуҡтары сикләнеүе арҡаһында Әхмәтзәки Вәлидиҙең илде ташлап, ҡаҙаҡ далаларына юлланыуын бәйән итеү менән тамамлана. Шул ике аралыҡта ғына ла асыҡ аудиторияларҙа, сәйәсәт кулисалары артында; далала һәм тау-таш араһында барған бәхәс һәм баталь күренештәргә юлығаһың. Шул ваҡиғаларға мөнәсәбәтле Әхмәтзәки Вәлидовтан тыш, Ғәлимйән Таған, Әмир ҡарамышев, Фәтхелҡадир Сөләймәнов, Муса Мортазин, Шәриф Манатов, Ғәли Шәмиғолов, Мулланур Вахитов, Сталин, Ленин, Хоҙайбирҙин, Фрунзе кеүек тарихи шәхестәр менән танышып өлгөрәһең, үҙеңде граждандар һуғышы, унан һуңғы дәүерҙә Башҡортостанда барған ҡатмарлы ваҡиғалар эсендә ҡайнағандай тоя башлайһың.
ҡарамаҡҡа, роман Әхмәтзәки Вәлидовтың "Хәтирәләр"е туҡымаһын һүтеп, шуның һүрендеһенән яңынан туҡылғандай тойола. Әммә был тәүге тойғо ғына. Асылда иһә, автор ваҡиғалар булған арауыҡты (пространствоны) ныҡ ҡына киңәйтә, осор сәйәсәтен, шуның атмосфераһын төбө-тамырынаса асырға тырыша. Бының өсөн, "Хәтирәләр"ҙән тыш, бик күп башҡа документ, факттарҙы, фольклор мотивтарын файҙалана, ижади фантазияһы тыуҙырған ваҡиғаларҙы ла өҫтәй, кәрәк урында шәхестәрҙең исемдәрен алмаштырып, уларҙы әҫәрҙең уйланышы (замыселы) талап иткәнсә "үҙгәртеп ҡора", уйҙырма персонаждар ҙа индерә.
Әгәр Р. Байымовтың яҙыусылыҡ ижадын бер юлы күҙҙән кисерергә мөмкинлек булһа, шул иғтибарға ташланыр ине. Эпопея булыуға дәғүә итеүсе "Сыбар шоңҡар"ҙы яҙырға тотонғансы, ул ярайһы ғына ижади тәжрибә туплап өлгөргәйне. "Бикле хазина", "Сарсау" (1982, 1984), "ҡайтырбыҙ һалдат булып" (1986), "Һуңлаған тәүбә" (М., 1988) тигән китаптарынан күренеүенсә, ҡәләмен ул тәүҙә хикәйәлә һынап ҡарай, унан повесҡа тотона, торараҡ "Яуап бирер көн" (1988) романын ижад итә. Шуларҙан "Сыбар шоңҡар"ға күпер ташлай. "Күпер ташлай" һүҙенә был осраҡта жанрҙан жанрға, бер жанрҙың бер төрөнән икенсе төрөнә күсеүҙе генә түгел, герой характерын асыу маһирлығының үҫә килеүен дә, проблемалар күсәгилешен дә, башҡаһын да күҙ уңында тотам.
Остазы Р. Бикмөхәмәтов билдәләгәнсә, башҡорт прозаһында йыш ҡына психологизациялауҙы сентиментализм менән, актуаллекте проблеманы атап үтеү менән, анализды ҡылыҡһырлауҙа ваҡлап һүрәтләү менән алмаштырыу күҙәтелһә, Р. Байымов ошо кәмселектәрҙе ҡабатламаҫҡа тырыша. Был йәһәттән "ҡуҙғатылған намыҫ" хикәйәһе бик үҙенсәлекле. Уның геройы Хәлил ағай ауыр ситуацияға юлыға, дөрөҫөрәге, үҙен шундай шартҡа эләккәндәй тоя. Әммә шул да уға үҙ булмышын анализларға, намыҫы алдында хөкөмгә баҫырға, ҡылған ҡырын эштәре өсөн тәүбә итергә үҙен психологик яҡтан әҙерләргә форсат бирә. ҡалған хикәйә һәм повестарының образдары ла уҡыусыны психологик яҡтан нигеҙле асылыуы менән ылыҡтыра.
Алдымда Роберт Байымовтың "Яуап бирер көн" романы ята. Сит-ситтәренә ҡәләм төртә-төртә, уҡып сыҡҡайным. Заманында уны Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим иткәйнеләр. Шул тәҡдимгә ҡушылыуымды белдереп, премия комиссияһына хат яҙғандан ҡалған билдәләр ине улар. Әле ошо әҫәр хаҡындағы фекеремде бер епкә теҙеп, ос-осон төйнәп ҡуйырға тип, ҡулыма ҡәләм алдым. Шул саҡ ике осрашыу хәтергә төштө. БДУ юлының сатында философ, украин егете Василий Панасенко менән һөйләшеп торғайным, шул ерҙә татар егете, үҙемдең элекке уҡытыусым, политолог Расфар Төхфәтуллинға тап булдым.
"Быуындар бәйләнеше өҙөлә. Яуҙа булған өлкәндәр, беҙҙең быуын нисектер бәйләнештә булдыҡ. Уртаҡ идеалдар бар ине. Бөгөнгө йәштәр ниндәй идеалдар менән рухлана? Билдәһеҙ! Бына бит эш нисек тора, дуҫ", – тигәйне тәүгеһе. Икенсеһе, әйтерһең, уның һүҙен тыңлап торған: "Дай!" – тип дауайлаша яңы быуын. Үҙе бер ҙә үҙгәрештә ҡатнашырға теләп бармай. Бөтәһен инҡар итә, үҙе яңыһын тәҡдим итмәй. Хәйер, беҙҙең быуын етәкселәре һуң?! Үҙгәртеп ҡороу идеяһы шәп! Әммә һәр изге идея ла эшләһен, ғәмәлгә ашһын өсөн, нигеҙ әҙерләргә кәрәклеген тәүҙә ҡайғыртманы..."
"Романға ни ҡыҫылышы бар инде быларҙың?" – тип әйтер ҡайһы берәү. Мин үҙемә лә шул һорауҙы бирәм. Әммә тиктәҫкә генә ул осрашыуҙы хәтерләмәүемде лә беләм. Ысынлап та, Роберт Байымовтың был әҫәрен уҡып сыҡҡас, һәр темаһын, һәр персонажын берәмтекләп өр-яңынан күҙҙән кисергәндә, тәү ҡарашта уны йәш кенә көйө "камсамун" булып, колхоз төҙөйөм, тип һәр бер хәлле крәҫтиәнде кулак тип белгән, аҙаҡ оло яуҙа еңеү яулашып ҡайтып төшкәс, үҙе төҙөшкән шул колхозды аяҡҡа баҫтырған, Сталин осорона хас тәртиптәр ҡорбаны булыуы арҡаһында, шәхси бәхетенән ваз кискән быуын тураһындағы роман тип ҡабул итәһең. Беҙҙең күҙ алдыбыҙҙан 30-сы йылдарҙағы ауыл тормошо ла, уның 50 – 70-се йылдарҙағы үҙгәреш кисереүҙәре лә йәнле кадрҙар булып үткәндәй була. Тик автор "перестройка" тип ҡаңғыртыу кампанияһы башланыр-башланмаҫтан, ауыл темаһына яҙылған бүтән әҫәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, ярлыларҙың барыһын да яңы тормош төҙөүгә атлығып тороусы, ә органдар ҡулға алған һәр кемде – кулак, совет власын дошман итеп күрһәтеүҙән һаҡ булды. Ана бит ауыл "камсамун"дарын башлап йөрөүсе Ниғмәт: "Тауышҡа ҡуям, йәмәғәт: кем дә кем совет власы яҡлы, шул кеше ҡулын күтәрә!" – тигәс, сходҡа йыйылыусыларҙың бөтәһе лә дәррәү ҡулын күтәрә, мәгәр, колхозға өндәп ауыҙ асыуы була – ҡулдар һәленеп төшә... Йәки: "Һалабаш һатҡанмы? Һатҡан. Тимәк, ул сауҙагәр, эксплуататор!" – тип, ғүмер буйы йүкә һуйып, шуны серетеп, кешегә бәлә һалмай, балыҡ тотоп ҡына, үҙ йүнен үҙе күреп көн иткән Әхсәндең хәрәм мал йыйған Сәйфетдингә тиңләнеүе, "раскулачивать ителеүе" – үҙе бер фәһем.
Яҙыусы үткәндәргә роман яҙылған үҙгәреш дәүерен кимәленән ҡарау менән генә сикләнмәй. Үткәндәр – уға бөгөнгөнө аңлау һәм аңлатыу сараһы ла. Йәштәрҙең ауылдан ҡалаға олағырға ынтылып тороуын яҙыусы, мәҫәлән, уларҙың тәрбиәһеҙлеге, ауыл хеҙмәтен яратмауы менән генә аңлатмай. Ә уның бер сәбәбен Үҙәктең ауылға һаман да һауын һыйыры кеүек ҡарауында, ауылда йәшәүселәрҙең хаҡ яҙмышы ерҙә, тиҙәктә соҡонорға ҡушҡан эш көсө тип кенә белеүҙә, һәр кемдең шәхес булыуы, уның рухи, социаль, иҡтисади ихтыяждары менән иҫәпләшмәүҙә, тимәксе.
Өсөнсө яҡтан, яңы тормош ҡорабыҙ тип, үҙгәрештәрҙең уртаһында ҡайнап, уны яу ҡырында яҡлашып ҡайтҡан быуын менән балалығын шул яу урлаған быуындар үҙҙәренә алмаш әҙерләнеләрме? Үҙҙәрен рухландырған, ауыҙға ҡапҡанды ла күп ваҡыт шул идеалдар хаҡына кире тартып алырға торған, һәр төрлө уңайһыҙлыҡтарға, етешһеҙлектәргә түҙемле булып сыныҡҡан быуындарҙың өмөттәре аҡланырмы? Шундайыраҡ һорауҙарҙы ла уҡығандай булаһың роман юлдары араһынан. Бына ни өсөн, роман хаҡында уйланғанда, философ һәм политолог менән һөйләшеү хәтерҙән китмәгән икән!
Ғәлиәхмәт нахаҡтан төрмәгә юлыҡҡас, уның ҡатыны Әминә йыйылған активистарға: "Яңылышты яуызлыҡтан айыра алмайһығыҙ!" – тип реплика ташлай. Был реплика ла һорау кеүек яңғырай. Ысынлап та, Ғәлиәхмәт яуыз түгел, яңылыштан хаталар ебәрә – кешеләргә ҡаты бәрелә. Уға дипломатлыҡ, нескәлек, күңел йылылығы етмәй. Ләкин ул үҙенсә колхоз эше өсөн яна. ҡылығы ҡырыҫ икән – уныһы ҡырыҫлыҡта тәрбиәләнеүҙән. Ә ҡулға алынғас, ул да колхоздың хас дошманы Сәйфетдин бай хөкөмөндәге кеше иҫәпләнә.
Изге күңеллеләр яҡлаусыһыҙ була шул ул. Сөнки улар башҡаларҙы ла үҙ бизмәненә һала. Хәйер, яуыздар ҙа барыһын да үҙ бизмәненә һала. Ә инде яҡлаусыларҙы ул таба белә. Кулак кейәүе Мырҙабай шуға ла үҙенсә хаҡлы. Ул рисуай булһа – юғалтыр нәмәһе юҡ, ә "балланған" яҡлаусылар донъя. Ғәлиәхмәт кеүектәргә иһә намыҫ ҡиммәт. Тап шуға ла романда бөтәһенә лә алыпһатар күҙлегенән ҡараусан Мырҙабай, ялтас демагог Харрасовтар өҫкә сыға, донъя хужаһына әүерелә, намыҫлыларҙың йөҙө йыртыла. Әҫәрҙең ул биттәрендә беҙ торғонлоҡ заманына хас шарттар менән дә осрашабыҙ. Әминә ауыҙынан әйттерелгән "Яңылышты яуызлыҡтан айыра алмайһығыҙ!" – тигән реплика Сталин дәүеренә генә түгел, шул заманға ла ҡағыла. Ә беҙҙең бөгөнгө заманға? Уҡыусыла шундай һорау тыуһа ла, ғәжәп түгел. Яҙыусы тел төбө менән шуға ла ишара яһай, минеңсә.
Һәр кем бер мәл яуап бирер көнөн кисерә. Башҡалар алдында ғына түгел, намыҫы алдында яуап бирер көнөн. Тере саҡта өлгөрмәһә, үлгәс тә...
Романда ошо хәҡиҡәтте лә аныҡ тояһың. Шуға ла әҫәрҙә күтәрелгән һорауҙарға ла яуап бирер көн тыуырына ышанаһың. Әҫәр хронологик яҡтан оҙайлы ғына дәүерҙе иңләй, әммә композиция йәһәтенән тарҡау түгел. Автор кире сигенеү (ретроспектив) алымы менән оҫта эш итеү иҫәбенә ваҡиғаларҙы тығыҙлауға һәм күп һүҙлелектән еңел ҡотолоуға, сюжет йәһәтенән тар майҙанда күпте аңлатыуға ирешә. Үткәндәр менән бөгөнгө шуға ла романда, тығыҙ туҡымалай туҡылып, бүленгеһеҙ бер бөтөндө хасил итә. Романдың төп фәлсәфәүи айышы бына ошо диалектик берҙәмлекте раҫлауға ҡайтып ҡала ла, минеңсә. Автор уға тел нәфислеге менән генә түгел, үҙе үҙ иткән композиция алымы ярҙамында ла өлгәшә.
Сәсмәүерсе булараҡ, Р. Байымов, минең ҡарамаҡҡа, шәхес яҙмышын үҙәккә ҡуя белә. Әммә уны (шәхесте) ситуация ҡоло итмәй. Ситуация уның характерын асыуға ғына булыша. Күләмле әҫәрҙәрендә ошо бәйләнеш шәхес һәм ил, халыҡ яҙмышы бәйләнеше кимәленә күтәрелә, һөҙөмтәлә геройҙың һынланышынан уҡ улар йәшәгән дәүер әллә ҡайҙан таныулы була. Был иһә авторҙың ҡасандыр ғилем юлына аяҡ баҫҡан сағында теоретик яҡтан үҙе тикшергән тарихилыҡ принцибын үҙ ижадында ғәмәлдә һынап ҡарауы кеүек аңлашыла.
Ғөмүмән, Р.Байымов – сәсмәүер жанрҙарын ике остан ҡамап, ике остан яулаусы – теоретик һәм ижади – үҙләштереүсе феномен.
Ошо хаҡта уйлағанда, ни өсөндөр яҙыусы, ғалимдың биографияһының шундай бер дәүере хәтергә килә. Физика менән математикаға маһир егетте армияла артразведкаға тәғәйенләйҙәр. Ә армияла Роберт бер яҡтан – НАТО, икенсе яҡтан – СЕАТО, өсөнсө тарафтан СЭНТО тигән хәрби блоктар Ватаныбыҙға хафа һалып, һәр һалдаттың дарыны ҡоро тотоуы талап ителгән дәүерҙә, 1957 – 1959 йылдарҙа хеҙмәт итә. Шуға ла, шул дәүерҙә һалдат хеҙмәтен атҡарыусылар хәтерләй торғандыр әле, сиреналар, үҙәкте өҙөрҙәй итеп, өйрәнсек (учебный) тревога сигналын яңғырата башлаһа, уны һуғышсан (боевая) тревоганан, һуғыш уйындарын ысын һуғыштан айырыу ҡыйын булғылай ине. Бына бер саҡ Байымовтар гарнизонында ла төндә сирена үкерергә тотона. Өйрәнсек тревогалыр тиһәләр, ысын һуғыш тревогаһындай күреп, быларҙы ашыҡтыра башлайҙар. Баҡтиһәң, һуғыш шарттарына яҡынлаштырылған учениеға күтәргәндәр икән. Хәрби һөнәре буйынса үҙенең ярҙамсылары менән сержант Байымов, туптары йәшерен ут нөктәһенән мәргән атһын өсөн, бөтәһенән алда сопкаға менеп өлгөрөп, ҡайҙа нисек тоҫҡар өсөн иҫәп-хисап яһарға тейеш була. "һин сопканың иң түбәһендә тораһың (был хәл Алыҫ Көнсығышта була – Ә. С.), тирә-яҡ аҡ томан, болоттар аяғыңа һарылырҙай булып йөҙә”, – тип хәтерләгәйне үҙе ул саҡты бер мәл.
Әңгәмәләшем артразведчик хәлен һөйләй, ә миндә ул һөйләгәндәр яҙыусы-ғалим, профессор Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовтың ижади яҙмышы менән ассоциялаша. Гүйә ки ул фантазия һәм рациональ фекерләү түбәһенә баҫҡан һәм әлегә аҡ томанға төрөнгән киләсәккә хыял буссолен төбәгән дә яңы ижади һөжүм башлар алдынан артәҙерлек яһарға йыйына, һәм мин: "Иншалла, ғәмәлдә лә шулай булһын: ижади иҫәптәрең ижади хисаптарыңа тап килһен; атҡаның сәпкә тейгәндәй, әйтер һүҙең мәргән булһын – күңелдәрҙе яулаһын!" – тигәйнем уға 60 йәш тулыр алдынан әңгәмәләшеп ултырғанымда.
…Профессор Кирәй Мәргән кафедрабыҙ мөдире булған дәүерҙә уның ҡулы аҫтында беҙ дүрт егет бер төптән ҡуҙғалып, берҙәм эшләнек, бик тә татыу йәшәнек. Беҙ тигәнем Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Миҙхәт Мәмбәтов һәм мин фәҡирегеҙ ине. Беҙҙең бөтәбеҙҙе бергә телгә алыр булһалар, бүтән кафедраныҡылар һис тә фамилияларыбыҙҙы әйтеп, һүҙҙе оҙонға һуҙып тормаҫтар ине, дөйөмләштереп: “Кирәй гвардеецтары”, – тип әйтеү менән генә сикләнерҙәр ине.
Беҙҙең кафедрала башҡаларҙа булмаған үҙ йола һәм ғәҙәттәр бар ине. Шуларҙың береһе һәр байрам, тыуған көн айҡанлы шарждар эшләп элеү, кафедра мохтаж булған мәсьәләләрҙе лә етәкселәргә юмористик һүрәт менән аңлатыу ине. Әле иҫкә төштө. Роберт Байымов М. Ломоносов исемендәге МДУ-ның филология факультетындағы талапсан ғилми советта докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап ҡайтып, кафедраға мөдир итеп һайланғас, уның фотопортретын файҙаланып, тыуған көнөнә шарж эшләп элдек. Китаптарын кәлләп һалыуҙан хасил булған өйөм – йәнәһе, постамент, шуның өҫтөнә йәбештерелгән фотопортреты – бюст. Ә ошо "һәйкәл" аҫтына, Пушкиндан сәлдереп, шулай тип яҙырға ғына ҡалды:
Я памятник себе воздвиг
нерукотворный,
К нему не зарастет народная тропа.
Тағы ниндәй үрҙәр бар икән, тип,
ҡарап торам алыҫ-алыҫҡа…
Шаяртыуын шаяртҡанбыҙ. Әммә, йылдар үткәс, шуға төшөндөм: шаяртыуыбыҙ күрәҙәлек итеүебеҙ ҙә булған, имеш. Эйе, Роберт Байымов, алыҫ-алыҫҡа ҡарап эш итте, яңынан-яңы үрҙәр яуланы һәм, тиҙҙән арабыҙҙан китерен һиҙенгәндәй, көнөн төнгә ялғап, китаптары, уҡыу ҡулланмалары һәм дәреслектәренән, бөйөк Пушкин әйтмешләй, үҙенә үҙе рухи һәйкәл ҡойорға ашыҡты.
Үлән менән һис ҡапланмаҫ
Ул һәйкәлгә илткән һуҡмаҡ –
Быуын-быуын, ҡарты, йәше
Китер унда туҡтап-туҡтап.
(Аҙағы. Башы 21, 22-се һандарҙа).