«Йәшлек» гәзите » Хәтер » УЛ ҮҘЕНӘ РУХИ ҺӘЙКӘЛ ҠОЙҘО



20.03.2012 УЛ ҮҘЕНӘ РУХИ ҺӘЙКӘЛ ҠОЙҘО

4. Уҫал малай
Һүҙ сәнғәтенең тарихи ысынбарлыҡ менән бәйләнеше. Был хаҡта күпме хеҙмәт яҙылмаған да, күпме бәхәс булмаған. Быға ышаныу өсөн йәш башҡорт әҙәбиәт ғилеме үткән юлға күҙ һалыу ҙа етер ине. Мәсьәләне ябайлаштырып алыу һөҙөмтәһендә 30-сы йылдар тәнҡитендә (мәҫәлән, Ш. Шәһәр, Х. Наум кеүек) вульгар-социологизмға, схематизмға юлығыу хәлдәре лә була. Әгәр инде һуңғыраҡ дәүер­ҙәрҙе күҙҙән кисерһәк, әҙәби күренештәрҙе, әҙәби процесты баһалағанда, тикшеренеүселәребеҙҙең нигеҙҙә 50-се йылдар аҙағынан башлап ҡына тарихилыҡ принцибын дөрөҫ баһалар­ға һәм дөрөҫ ҡулланырға ирешеүҙәрен, әммә тотош алғанда, тупланған тәжрибәне дөйөмләштереүсе махсус хеҙмәттең әлегәсә булмауы һаман үҙенекен итеүен күрер инек. Р. Байымовтың "Өлгөргәнлеккә аҙым" тигән китабының инешендә һүҙ ана шунан башлана.
Һәр эстетик принцип кеүек, тарихилыҡ принцибы ла "сәнғәттең объектив ысынбарлыҡҡа яҡын килеүенең билдәле бер законлыҡтарын кәүҙәләндерә" (12-се б.). Шунан сығып, Р. Байымов был принциптың методология өлкәһенә ҡарауын нигеҙләй.
Баштан уҡ аныҡ билдәләнгән позиция авторға оппоненттарының ҡараштарын объектив баһаларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, ул ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең тарихилыҡты "тарихи дөрөҫлөк", "тарихты боҙмай, тик булғанынса ғына һүрәтләү" тип белеүен (Д. Николаев) шик аҫтына ала, художестволы ижадта сағылыш даирәһен тарайтып, уны реализм методының бер билдәһе генә (С. Петров) тип ҡарау менән дә килешмәй. Шуны иҫәпкә алыу зарур: мин йәйәләр менән ҡымтып ҡуйған фамилияларҙың эйәләре СССР күләмендә генә түгел, сит илдәргә лә мәғлүм арҙаҡлы ғалимдар ине. Аспирант сағында уларҙың ҡарашын тәнҡит күҙлегенән баһалау, аңлай торған­һығыҙҙыр, китап авторының (ә ул уның кандидатлыҡ диссертацияһы нигеҙендә әҙерләгәйне) кем икәненең танытмаһы кеүек ҡабул ителә. Унда шулай уҡ Роберт аспирантураға имтихан тотҡан мәлдә мәшһүр яҡташыбыҙ шаяртып әйткән һүҙҙәрҙең асылына мәғәнәүи ишараны ла аңлар үтә зирәк (Н. Чернышевскийса әйткәндә, проницательный) уҡыусы. Ул шәхесебеҙ ни тигән, был хаҡта артабан һүҙ булыр.
Тарихилыҡ принцибын тикшергәндә, яҙыусыларҙың ижади һәләте, ижад процесы хаҡында оноторға ярамай, ти Р. Байымов. һәм үҙенең артабанғы күҙәтеүҙәрендә быны һәр саҡ күҙ уңында тота.
Автор тарихилыҡ принцибы күҙлегенән ХХ быуаттың 20-се, 30-сы йылдары башҡорт прозаһына бер байҡау ғына яһай. "Ғына". Әммә бынан сығып, "Өлгөргәнлеккә аҙым "да проблема бик тар планда ҡарала икән, тип уйлар­ға ярамай. Бының менән мин бары Байымовтың иң етмәҫте иңләргә тырышып, тарҡаулыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн, конкретлыҡҡа ынтылыуына баҫым яһамаҡсымын. Конкретлыҡ иһә, уныңса, күренештәрҙе, фактты "дөйөм үҫеш сылбырынан бер генә быуынды өҙөп алып" тик­шереүҙе аңлатмай, киреһенсә, улар­ҙы бөтә күп яҡлылығында, "бөтә бәйләнештәрендә" тикшереүҙе лә үҙ эсенә ала. Ошо күҙлектән ул, күҙәтеүҙәр яһау өсөн, үҙе айырып алған дәүер прозаһын сағыштырма планда тикшереп, башҡорт яҙыу­сыларының геройҙы характеры үҫешендә күрһәтеүгә, уны "осорҙоң" төп тенденциялары менән диалект берлектә һүрәтләүгә" (60-сы бит) заман темаһын үҙләштерә башлағас ҡына өлгәшеүҙәрен билдәләй.
Әүәлерәк ул дәүерҙәге башҡорт әҙәбиәтендә тарихи теманың мөһим урын алып тороуы "милли тарихи уҙаңлылыҡтың ҡеүәтле күтәрелеше" менән генә аңлатыла ине. Байымов иһә башҡорт әҙәбиәтендә тарихи үткәнде сағылдырыуҙың башка сәбәптәрен дә аса. Уның береһен ул яҙыусыларҙың "ғөмүмән, тарихи үҫештең объектив законлыҡтарына төшөнөргә, үткәнде һүрәтләү тәжрибәһенә эйә булырға" тырышыуҙарында (64-се б.), икенсеһен "егерменсе йылдарҙың ижтимағи-тарихи шарттары йәш әҙәбиәт алдында яңы ысынбарлыҡты художестволы үҙләштереү... бурысын" ҡуйыу­ҙа күрә (65-се б.).
Һуңғы әйтелгәндәр фекер ебенең осон тәбиғи рәүештә традиция һәм новаторлыҡ, форма менән йөкмәтке мәсьәләләренә килтереп ялғай.
Тәүге монографияһында күтәргән мәсьәләләрҙе Р. Байымов үҙенең "Башҡорт сәсмәүеренең эпик формалары системаһында роман жанры" тигән темаға илебеҙҙең М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетындағы иң абруйлы диссертация советында яҡлаған докторлыҡ диссертацияһында (1982) һәм "Судьба жанра" (1984) тигән күләмле хеҙмәтендә артабан үҫтерҙе.
Мәғлүмдер ки, илебеҙҙәге төрки халыҡтары әҙәбиәтендә роман, нигеҙҙә, XX быуаттың тәүге сирегендә генә, күптәрендә унан да һуңыраҡ күренә башлай. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа ғына дәүер эсендә ошо жанр был әҙәбиәттәрҙең өлгөрөүен күрһәтеүсе билдә кимәленә күтәрелә. Әммә уны өйрәнеү 80-се йылдарғаса хәл ителеүҙе талап иткән проблема булып ҡала килде. Айырыуса уның эске торошон, динамикаһын, башҡа сәсмә жанрҙар системаһындағы урынын билдәләү проблемаһы актуалләште. Бының өсөн был жанрға ҡараған әҫәрҙәрҙең үҙ-ара һәм башҡа сәсмә жанрҙар менән мөнәсәбәтен, берҙән, милли әҙәбиәттең – үҙ эсендә; икенсе яҡтан, халыҡ-ара ижади бәйләнештәр күҙлегенән өйрәнеү талап ителә ине. Дөрөҫ, был өлкә менән беҙҙә әҙме-күпме шөғөлләнеүселәр булды (Ғ. Хөсәйенов, Ә. Рамазанов, С. Сафуанов, айырыуса Ә. Вахитов). Әммә мәсьәләгә улар күп осраҡта йә юлайҡан ғына һуғылды, йә проблеманы ҡуйыу менән генә сикләнде, һәр хәлдә, был тәңгәлдә махсус тикшереү алып барыусыбыҙ юҡ ине әле. Ошо бурысты атҡарыу Р. Байымов иңенә төштө.
Юғарыла аталған хеҙмәттәрендә ул романдарыбыҙҙың тыуыу һәм "аяҡҡа баҫыу" процесын, жанр һәм тематика йәһәтенән күп төрлөлөгөн аныҡланы.
Беренсе булып башҡорт романдарының сатирик, тарихи һ.б. төрҙәрен, типологияһын, поэтикаһын өйрәнде.
"Аныҡланы”, “өйрәнде" тип әйтеүе генә еңел. Ә ул һүҙҙәр иңләгән төшөнсә был осраҡта көндө төнгә ялғап, тауҙай китаптар аҡтарып, архив саңын һулай-һулай, хан дәүеренән ҡалған, шул сәбәптән танылыр-танылмаҫ хәлгә килгән, әллә кемдәрҙең ҡулынан үткән, әллә нисәмә төрлө яҙма менән танышыуҙы ла, башҡаһын да үҙ эсенә ала. Етмәһә, эйәреп кенә китерҙәй, өлгө алырҙай хеҙмәттәр, нығынған теоретик ҡанундар ҙа самалы. Үҙегеҙ хисап итегеҙ. Ул замандарҙа тикшеренеүселәр­ҙең берәүҙәре, жанр йәһәтенән романдар, әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, етмеш төргә бүленә, әгәр уларҙың араһында гибрид тибындағыларын да иғтибарға алһаң, был иҫәп туҡһандан ашып китә, ти ине. Сама белгәндәре, тегеләре ваҡлап күрһәткән (тематика, маҡсат ҡуйылыш, сюжет ҡороу алымдары кеүек) билдәләрҙең үҙ-ара бәйләнеш үҙенсәлеге һәм төрҙәренән сығып, психологик, публицистик, философик романдар, роман-эпопеялар бар, тип раҫланы. Йәнә килеп роман-эсселар, роман-поэмалар хасил була башлауын да иҫәпкә алыусылар булды. Ғөмүми алғанда, өйрәнеләһе проблема хаҡында теоретик ҡараштарҙың тотороҡһоҙлоғо, бер үк жанрҙың милли ерлеккә генә хас үҙенсәлектәргә эйә булыу ихтималы асыҡланмауы; айырата әйткәндә, башҡорт әҙәбиәте ғилемендә был өлкәнең әлегә күтәрелмәгән сиҙәмде хәтерләтеүе Р. Байымовтың үҙ өҫтөнә еңел бурыс алмауын төшөндөрә булыр. Талип сағында әҙәбиәтте, имтихан өсөн генә түгел, ә төптән аң­лап, төшөнөп өйрәнергә күнегеүе, ас­пи­рант йылдарында МДУ-ла А. Мет­ченко, М. Храпченко, И. Волков, Г. Пос­пе­лов, яҡташыбыҙ Р. Бикмөхәмәтов ише эстетик фекер өлкәһендә донъя корифейҙары тип танылған ғалимдарҙан – Мәскәү ғилеме мәктәбендә һабаҡ алыуы үҙенекен итте. Алдына алған бурысын Р. Байымов уңышлы атҡарып сыҡты. Әле генә исемдәре телгә алынған ғалимдар ҡатнашҡан ғилми советта иҫәп-хисап биргәндә, уның эше хаҡында Р. Бикмөхәмәтов шулай тигәйне: "Башҡорт романы тарихының иңләнеш тулылығы, авторҙың теоретик һәм методологик позицияһының аныҡлығы уға беренсе тапҡыр башҡорт романын аяҡҡа баҫышында, быуын нығытмышында асырға, уны дөйөм совет әҙәбиәте контексында анализларға форсат биргән. Хеҙ­мәттең яңылығы йәнә шунда: автор жанр үҫешен тикшереүҙе башҡорт әҙәбиәтенең милли ҡануниәтен (законсылыҡтарын) өйрәнеү менән бәйләүгә ирешкән".
Башҡорт сәсмәүере, шул иҫәптән роман яҙмышы хаҡында яҙғанда, ҡайһы бер тикшеренеүселәр уның сығанағын тик фольклорға, ҡарһүҙҙәргә, айырым алғанда, халыҡ сәсмәүеренә генә, уҙа барһа татар, урыҫ, көнбайыш Европа мәҙәниәтенә, ә жанрҙы тикшереүҙе тарихи-әҙәби фактты, дөйөм контекстан ҡайырып алып, анализлау­ға ҡайтарып ҡалдырыр булдылар. Бындай ҡараш, бер яҡтан, жанрҙың инештәрен асыҡлауҙы сикләһә, икенсе яҡтан, уның, тәпәй баҫып, быуынын нығытып, артабан ни рәүештә хәрәкәт итеүен тулыраҡ күҙалларға форсат биреп бөтмәй ине. Үҙенең хеҙмәттәрендә Р. Байымов ошо традицияны "боҙорға" йөрьәт итте һәм башҡорт сәсмәүеренең, шул иҫәптән романдарыбыҙҙың тамырҙарының иң мөһимдәренең, Урта Азия халыҡтары һәм ҡаҙаҡтарҙағы һымаҡ уҡ, төрки телле Науаиға (XV) тиклем уртаҡ иҫәпләнгән фарсы әҙәбиәтенә барып тоташыуын нигеҙләне.
Әйткәндәй, бер беҙҙә генә түгел, тотош илебеҙҙә лә роман тикшереүселәр Көнсығышҡа һырт биреүсән булды. Роман яҙмышы хаҡында һүҙ алып барһындармы ул, уның быуын нығытышына йә төрҙәренә байҡау яһаһындармы, көнбайыш Европанан табылған миҫалдарға ғына таяныусандар, шу­лар­ға ғына эйәреүсәндәр ине. Р. Байымов иһә, халыҡ ижадына то­таш­ҡан тамырҙар барын инҡар итмәҫтән, башҡорт романистикаһының тыуыуына, үҫешенә көнбайыш әҙәбиәтенең дә, көнсығышының да йоғонтоһо булыуын таный, дөрөҫөрәге, уны ана шул өс инеш синтезының һөҙөмтәһе тип белә. Ғалимыбыҙҙың ошо концепцияһы әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә таралған "европоцентризм" сиренән арындырғыс инъекция индереүгә тиң булды. Миҫалмы? Рәхим итегеҙ. Р. Байымовтың "Роман яҙмышы” монографияһына яҙған "Башҡорт романының быуын нығытҡаны" тигән рецензияһында Н. Заманский автор­ҙың, тамырҙары менән башҡорт әҙәбиәте көнсығыш әҙәбиәтенә тоташа, тип раҫлауын хуплай һәм башҡорт романының күп яҡлы, күп төрлө булыуы ышандырырлыҡ нигеҙләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала ("Вопросы литературы", 1986, № 2, С. 242 – 247).
Роберт Байымовтан әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә үҙ фекере булған ғалим үҫәсәгенә аспирантураға ингән ваҡытында уҡ иғтибар итәләр. Ә аспирантураға, БДУ-ны тамамлап, тағы бер йыл буйы унда комсомол комитетына етәкселек итеү менән бергә, башҡорт әҙәбиәте кафедраһында ассистент вазифаһын атҡарып, студенттарға дәрес биреүҙә тәүге сирҡаныс алғандан һуң килә. Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡанда, мин унан:
– Әйткәндәй, вуз бөтөрөүселәргә бер фәһем булыр. Әйт әле, башҡорт бүлегендә уҡып, донъя ғилеме үҙәге булған МДУ-ға юл алырға нисек йөрәгең етте? – тип һорағас, Роберт Нурмөхәмәт улы:
– Етте инде, – тине лә хәтирәләргә төшөп китте. – Ул ваҡытта, үҙең беләһең, хәҙерге һымаҡ, һине уҡырға инергә этеп-төртөп йөрөүселәр булмай торғайны... Әйткәс, әйтәйем инде. Хәҙер абитуриент артынан юллап йөрөүселәре генә етмәгән, студенттың сессия имтихандарына "ҡатна­шыу­сылар", белемде хәстәрләүселәр түгел, булмаған белемгә юғары баһа юллаусылар ҙа күбәйҙе. Опекунлыҡ көсәйҙе, һөҙөмтәлә уҡыу йортон тамамлаусыларыбыҙ үҙ аллы юл ярыу­ға барымһыҙ булыусан...
Артабан шул һөйләшеүҙән бына тағы ниҙәр белдем.
Хәйер, һүҙ барған мәсьәләгә тәүҙә бер асыҡлыҡ индерәйем. Р. Байымовҡа ла аспирантураға "урын юллаусы" табыла. Ул беҙҙең шул саҡтағы ректорыбыҙ Ш. Чанборисов була. Нисек юллаған? Йыбанып-нитеп тормаған, Мәскәүгә барғанында, МДУ-ға һуғылып, филология факультетына инеп сыға. Шунда:
– Беҙҙән килеүсе егеткә урын булырмы? – тип һорай ҡуя.
– Булыр, булыр, – тигәндәр уға. – Тик... егетегеҙ имтихандарҙы "дүрт"тән дә кәмгә бирмәһен генә...
Егетебеҙ барһа, ни күрә? Хоҙайым, бер урынға ун алты кеше! Бөтә Союздан йыйылғандар! Тәүге имтихан – әҙәбиәттән. Имтихан алыусыларҙы кем тиһегеҙ? Аспирант булыуға дәғүә итеүселәргә мәҡәләләре, монографиялары, уҡыу ҡулланмалары буйынса ғына таныш, бая телгә алынған фән корифей­ҙары була...
Бына бер ваҡыт яуап бирер мәл етә. Егетебеҙ ярайһы ҡыйыу тота үҙен. Хатта, имтихан биреүен дә онотоп, хөкөмдарҙары менән бәхәс асыуға барып етә. Һүҙ эйәрә һүҙ китә. Дәғүәсебеҙ әҙәби йоғонто мәсьәләһенә төшөп китә.
– Был мәсьәләләргә әҙәбиәт ғалимдары әлегәсә бер яҡлы килә. Беҙҙә Рәшит Ниғмәтиҙе, башҡорт Маяковскийы, тиҙәр. Сәғит Агишты башҡорт Чеховы, башҡаһын урыҫтың башҡа әҙибенең өйрәнсеге итеп күрһәтеүсәндәр. Был шауҡым бөтә совет әҙәбиәтендә күҙәтелә. Әҙәбиәт ғалимдары шуны прогрессив күренеш тип баһалай. Был бит, асылда, ижадта икенселекте (вторичносты) хуплау, – тип ысҡындыр ҙа ебәр беҙҙең егет. Имтихан алыусылар урындарында борғолана биреп, бер-береһенә ҡарашып, йылмайғандай итә. Шунда Метченко тигәне:
– Егет, берәйһе шулай тип яҙғанмы? Әллә үҙең шулай уйлайһыңмы? – тип һорап ҡуя.
– Үҙем шулай уйлайым!
Шунда ғына аңына килә аспирантураға дәғүәсебеҙ: "Мин ни ҡуптарҙым һуң әле?! – тип шөрләй төшә лә. – Булғаны булған, көтөргә генә ҡала "хөкөм ҡарарын", – тип тыныслан­ды­рыр­ға тырыша үҙен коридорға сыҡҡас.
– Ну, усал малай икәнсең! Русса, конечно, коряво сөйләдең. Әммә бәхәс­ләшкәнең өчен сиңа – "бишле"!
ҡараһа, алдында Роберт Ғата улы Бикмөхәмәтов тора. Үҙенең яҡташы, сығышы менән Өфөнөкө. Буласаҡ ғилми етәксеһе, остазы, тора-бара өлкән дуҫы һәм серҙәше булып китәсәк кеше менән йәш аҙашы бына шулай таныша.
Йәнә бер миҫал. Мәшһүр әҙәбиәт белгесе, профессор С. Петров, тарихи-лыҡ, халыҡсанлыҡ, партиялылыҡты реализмды билдәләүсе принциптар тип, уларҙы бер рәттән ҡарай. Р. Байымов иһә үҙенең "20 – 30-сы йыл­дар­ҙа башҡорт әҙәбиәтендә тарихилыҡ принциптарының үҫеше" тигән темаға яҙылған кандидатлыҡ диссертацияһында ла, "Өлгөргәнлеккә аҙым" тигән тәүге монографияһында ла, "халыҡсанлыҡ" менән "партиялылыҡ" – үҙе тарихи категория, тип уның менән бәхәскә инә. Оло ғалим йәш коллегаһының дәлилдәрен тыңлағандан һуң: “Бәй, милли әҙәбиәттәрҙе тикшерә китһәң, реализмдың милли билдәләрен дә асыҡларға була, имеш”, – тигән, йәш коллегаһын хуплағандай итеп.
Башҡорт романдарын баһалағанда, Р. Байымов, "эволюцион тәғлимәт"кә һуҡыр рәүештә эйәреүселәр һымаҡ, заман алға барған һайын, уларҙың сифаты камиллаша, тип баһалауҙан алыҫ тора. ХХ быуаттың 20-се йылдары сәсмәүеренә хас схематизмдың 30-сы йылдарҙа тыуған "Һалдаттар", "ҡыҙылгвардеецтар", "ҡыҙылармеецтар" (Афзал Таһиров), "Боролош" (Ғәйнан Хәйри), "ҡан" (Дауыт Юлтый), "Күҙәй" (Имай Насыри) тигән романдарға ла "түгелмәй-сәселмәй" генә күсеүен, уларҙың да социаль, тарихи актуаллеккә һуҡтырыуын, нигеҙҙә, фольклорса фекерләү емеше булыуын асып һала. Башҡорт романының сюжеты "бер һыҙыҡлылыҡтан", “баҫҡыслылыҡтан" ҡотола барыуы 70-се йылдарҙа ғына күҙәтелеүен (мәҫәлән, Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман"ының "роман эсендә роман" принцибына ҡоролоуын; Кирәй Мәргәндең "Бөркөт ҡанаты"нда героик-романтик сәсмәүер, мажаралы рыцарь романдары традицияһы үҫтерелешен), ә шул ике арала түбән төшөүҙәр ҙә, һөрлөгөүҙәр ҙә булыуын билдәләне.
"Усал малай"лығы Роберт Байымовты әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә бына шундай ҡаҙаныштарға килтерҙе, ошо өлкәлә артабан да, уңға-һулға ҡарамай, үҙенсә юл ярыуға ла булышты. Был урында иһә мин уның "Истоки и устья" (1993), "ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте тарихы" (2003), "Великие лики и литературные памятники Востока" (2005) һ.б хеҙмәттәрен күҙ уңында тотам.
Ғүмеренең һуңғы дәүерендә ул, ғөмүмән, Көнсығыш әҙәбиәтен тәрәндәнерәк өйрәнеүгә, башҡорт әҙәбиәтен шул юҫыҡта интерпретациялауға нығыраҡ иғтибар итә башланы. Шуның менән бергә әлегәсә халыҡ-ара фольклор ғилемендә һәм ЮНЕСКО-ның рәсми документтарында һәр халыҡтың "матди булмаған мәҙәни ҡомартҡылары" менән бер рәттән "ауыҙ-тел ижады" ҡомартҡылары булыуын таныуы менән иҫәпләшеп тормаҫтан һуңғыһын әҙәбиәт тип аталған милли мираҫтың "тырым-тырағай" ятҡан өлөшө, шулар иҫәбенә боронғо башҡорт әҙәбиәтен "милли йәһәттән "бөтәйтеү" мәсьәләһен кү­тәр­ҙе. Ошо хаҡтағы "Боронғо башҡорт әҙәбиәте йәки уны милли йәһәттән "бөтәйтеп буламы?" тигән мәҡәләһен "Башҡортостан", "Истоки" гәзиттәрендә, "Ағиҙел" журналында баҫтырҙы, шул тема буйынса БДУ-ла, уның филиалдарында, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында, йыйынтыҡтарҙа сығыш яһаны. Уның концепцияһын хуплаған "Әҙәбиәтебеҙ ғилемендәге Ренессансмы икән әллә был?" (Зиннур Нурғәлин), "Рухыбыҙҙы байытыу хаҡына" (Рәйсә Илешева) кеүек мәҡәләләр ҙә донъя күрҙе ("Башҡортостан", 2005, 22. 12; 2006, – 1. 03). Әммә донъяла бер башҡорт халҡы ғына йәшәмәй. Бөтә халыҡтарҙың милли рухи мираҫының, автор әйтмешләй, "тырым-тырағай" ятҡан өлөштәре бар һәм улар бихисап. Әммә донъя кимәлендә бер тарафта ла, бер кемдең дә боронғо милли әҙәбиәттәрен шулар иҫәбенә "бөтәйтергә" теләүе тойолмай. Киреһенсә, ЮНЕСКО (ә БМО-ның мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса ойошторолған халыҡ-ара ойошмаһына донъя мәҙәниәте ус төбөндәгеләй аныҡ мәғлүм) янындағы фольклорҙы һаҡлау буйынса хөкүмәт эксперттары профессионал булмаған ижадсылар тарафынан тыуҙырылған ҡомартҡыларҙың барыһын да фольклор тип иҫәпләргә тәҡдим итте. Уның буйынса, традицияға нигеҙләнеп, ижади төркөмдәр йә айырым индивидтар тарафынан тыуҙырылып, йәмғиәттең өмөт һәм хыялдарын сағылдырған коллектив ижад күренештәренең барыһы ла фольклор тигәнде аңлата. Фольклор өлгөләре телдән, имитация юлы менән һ.б. саралар ярҙамында тапшырыла. Уның формалары, әлеге кәңәшмә ҡарары буйынса, телде, ауыҙ-тел әҙәбиәтен; халыҡ музыкаһын (йырын), бейеү сәнғәтен, уйындарын; мифологияны, йолаларҙы, һөнәрҙәр­ҙе, архитектура (йорт-ҡура төҙөү сәнғәтен) һәм художестволы ижадтың бүтән төрҙәрен үҙ эсенә ала.
Байымовтың концептуаль мәҡәләләрендә күтәрелгән мәсьәләләрҙең бары бер генә аспектына һуғылдым. Автор иҫән саҡта уның ҡараштарын хуплаусылар менән бер рәттән, уларҙы бәхәсле тип табыусылар ҙа әҙ булманы. Был хаҡта һүҙ әле байтаҡ ҡуйыртылыр әле. Тимәк, "ҡасып китһәң дә, сәсеп кит" тигәнде хәтерләткәндәй итеп, хөрмәтле юбилярыбыҙ оло һөйләшеүгә ойотҡо һалып киткән. Ошо хаҡта уйланғанда, аҙашы һәм остазы Роберт Бикмөхәмә­товтың: "Ну, усал малай икәнсең!" – тип шаяртҡанын нисек йәнә хәтергә төшөрмәйһең инде?
Әхмәт Сөләймәнов

(Дауамы. Башы 21-се һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға