«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Күренекле башҡорт шағиры Рафаэль САФИНДЫҢ тыуыуына – 80 йыл



21.02.2012 Күренекле башҡорт шағиры Рафаэль САФИНДЫҢ тыуыуына – 80 йыл

ҡайтығыҙ!
Күренекле башҡорт шағиры Рафаэль САФИНДЫҢ тыуыуына – 80 йыл

ҡайтығыҙ!
Әсәйҙәргә йышыраҡ ҡайтығыҙ!
Атланмағыҙ үтә үшән атҡа.
Аҡланмағыҙ: «Ваҡыт, һай, тығыҙ».
ҡайтығыҙ!
Әсәйҙәргә йышыраҡ ҡайтығыҙ!

Бар минең дә выждан
ҡаршыһында
аҡланғаным: «Ваҡыт, һай, тығыҙ».
ҡайтығыҙ!

ҡайттым бына...
Тыуған төйәгемдә
әйләндем мин йәнә сабыйға.
Әсәйемдең изге теләктәре
биләүендә генә сағыма
ҡайттым бына, ҡайттым тағы ла.
Шулай булмай, ҡайтһа ҡайһығыҙ?
ҡайтығыҙ!

Атлап инеү булды буҫағамды,
юҡҡа сыҡты бөтә ҡайғылар.
Эргәмдә тик, тоғро дуҫтар булып,
өмөттәрем генә ҡалдылар.
Инде әйтмәм: «Ваҡыт, һай,
тығыҙ...»
ҡайтығыҙ!

Йән көйҙөргөс донъя ваҡлыҡтары
ана инде − ята упҡында.
Кемдәрҙеңдер ғәйбәт, ялаһынан
күңелемдә ҡалған юшҡындар
әсәйемдең алсаҡ ҡарашынан
ыуалып, иреп, йыуылып аҡтылар.
Ә кешеләр... Улар башҡасараҡ
ҡиәфәттә килеп баҫтылар.

ҡыйыуҙыр тип уйлап йөрөгәнем
ҡурҡаҡ булып сыҡты,
ул бары тик яҙмыш ҡулындағы
ҡурсаҡ булып сыҡты.
ҡурҡаҡтыр тип уйлап йөрөгәнем
батыр булып сыҡты,
ер уйылһа, дуҫҡа күпер булып
ятыр булып сыҡты.

ҡайтығыҙ!
Әсәйҙәргә йышыраҡ ҡайтығыҙ!
Өй артында миләш юҡҡамы ни
ҡыҙарып бешкән ана! ҡойолор
ул да бер мәл. Аҙаҡ бик ҡайтырҙай
булырһығыҙ, ләкин һуң булыр...

ҡайтығыҙ! Саҡыра һеҙҙе
әсә бүләк иткән
кешегә хас аҫыл затығыҙ.
Аҫыл затығыҙға ҡайтығыҙ!

ҡайтығыҙ!
Әсәйҙәргә йышыраҡ ҡайтығыҙ!

Тальяным

Йөрәгемде һағыш бөрөп алһа,
ҡайғы сығып баҫһа юлыма,
йә аҙашып шатлыҡ килеп керһә,
тальянымды алам ҡулыма.

Әллә ниндәй тылсым барсы унда!
Донъяларым тағы нурлана.
Яуызлыҡтар, мәкер, хыянаттар
юҡ шикелле була донъяла.

Эх, уйнале, тальян! Өҙҙөр әйҙә,
моң-шарабың менән иҫертеп.
Килә ятҡан ҡартлыҡ боролоп
китһен,
йәшлек моңон һиндә ишетеп.

Һинең менән беҙ бит бала саҡтан
үҙ кешеләр булып аңлаштыҡ.
Бала саҡтан мин бит, эй, тальяным,
моңдарыңа кереп аҙаштым.

Һағынғанда йөрәк, юҡһынғанда,
аҙмы ни һин мине йыуаттың!
Һөйгәнемде эҙләп илдәр гиҙҙем,
Кисә таптым, бөгөн юғалттым.

Эх, һип әле көмөш моңдарыңды,
онотолһон ҡалған хәтерҙәр!
Беҙ китербеҙ, ҡалған йәрҙәр беҙҙе,
илай-илай, барыбер хәтерләр.

Беҙ бит йәшәмәнек үҙебеҙ өсөн.
Бер йәнебеҙ өшөп, бер янып,
был донъяның шатлыҡ-ҡайғыларын
ил алдына баҫып йырланыҡ.

Һыҙҙыр әйҙә, тальян! Юлдарымда
һинең менән бергә ҡот барыр.
Был донъяның көйһөҙлөктәренән
тылсымлы моң беҙҙе ҡотҡарыр.
Эх, уйнале, тальян!
ҡыр ҡаҙҙары

Киткән ҡаҙҙар кире ҡайта,
Ә һин ҡайтырһың микән?
Халыҡ йыры.
Өндә түгел, төштә күрҙем уны:
яҙғы таңдың һыҙылып атҡанын,
көмөш сынйыр булып, теҙелешеп,
ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын.

Ер йәм-йәшел ине, күк −
зәп-зәңгәр.
Шундай яҡты, сыуаҡ яҙ ине,
ергә, күккә − төпһөҙ зәңгәрлеккә −
баҡ та аҡылыңдан яҙ инде.
Шундай яҡты, сыуаҡ яҙ ине!

ҡыр ҡаҙҙары осоп килә ине,
таң нурына мансып түштәрен...
Ниңә әле шул төш онотолмай,
онотолғанда башҡа төштәрем?

ҡыр ҡаҙҙары осоп килеп төштө
тымыҡ күл буйына − таллыҡҡа.
− Һаумыһығыҙ, ҡаҙҙар! −
тигән инем...
− Һаумы, яҡташ! − тигән тауышҡа
ышанмай ҙа торҙом.
Минең алда
ҡаҙҙар түгел ине, − һалдаттар.
Түштәрендә сыңлай миҙалдары,
шинелдәрен төрөп алғандар.
− Һаумы, туған! − тиҙәр. −
Беҙҙе, − тиҙәр, −
онотманымы әле яҡташтар?
Иҫләйҙәрме әле?
Беҙ бит, − тиҙәр, −
яуҙа үлеп ҡалған һалдаттар.
Ер уянған саҡта нисек итеп
йоҡлап ятмаҡ кәрәк ҡәберҙә.
ҡыр ҡаҙҙары булып тыуған яҡҡа
ҡайтып төштөк бына хәҙер ҙә.
Тәбиғәттең уяу бер мәлендә
яҙ һайын беҙ шулай итәбеҙ:
һабан һөрөп киткән еребеҙҙе,
һаман көткән әсәләребеҙҙе,
балаларыбыҙҙы,
бисәләребеҙҙе
яҙ һайын бер күреп китәбеҙ.
Тик үҙҙәре генә күрмәй ҡала.
Күренәбеҙ бары төштә беҙ.
Төштә генә беҙгә, төштә генә
осрашырға хоҡуҡ бирелгән,
һәм бары тик ҡаҙҙар булып ҡына
ҡайталабыҙ осоп беҙ илгә.
Һеҙҙән беҙгә бер ни кәрәк түгел,
тик шуға һеҙ ҡолаҡ һалығыҙ:
онотмағыҙ беҙҙе, онотмағыҙ!
Йышыраҡ беҙҙе иҫкә алығыҙ!
ҡояшлы ла булыр көндәрегеҙ,
аяҙ күкте ҡаплар болот та.
Онотмағыҙ беҙҙе! Онотһағыҙ,
ҡайталмабыҙ ҡаҙҙар булып та.

Шулай тинеләр ҙә юғалдылар.
Ә бөгөн мин, бөгөн, таң ҡалып,
төштә түгел, өндә ҡарап торҙом
яҙғы таңдың һыҙылып атҡанын,
көмөш сынйыр булып, теҙелешеп,
ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын.

Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе

Күргәнем бар минең
тол ҡатындар бейегәнен
45-тә − Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул дауыллы бейеү
күҙ алдымда минең бөгөн дә).

Сәсрәп тора улар бейегәндә,
күктә түгел, залда ут-йәшен.
Бейей улар берсә көлә-көлә,
һыға-һыға берсә күҙ йәшен.

Ел-ямғырҙа талдар бөгөлә-һығыла
сайҡалыша йылға ярында.
Талдар кеүек бөгөлә-һығыла бейей
тол ҡатындар байрам залында.

Күңелдәре – ярты-йорто бәхет,
етем яҙмыш өсөн тулышҡан;
бейей улар арып йығылғансы,
ләғнәт уҡып ҡанлы һуғышҡа.

Күргәнем бар минең
аяҡһыҙҙар
бейегәнен
45-тә − Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул ажарлы бейеү
күҙ алдымдан китмәй бөгөн дә).

Матур баҫа белмәй улар, ләкин,
күр, уларҙа күпме ут яна!
Йөҙҙәрендә − шатлыҡ, күҙҙәрендә
әле булһа нәфрәт һаҡлана.

Ышанмайым: өҙөлөп ҡалған аяҡ
онотолалыр яйлап, тигәнгә.
Йөрәк тетрәй, туҡ-туҡ һуғылғанда
ағас аяҡ ағас иҙәнгә.

Туҡ-туҡ − гүйә, улар иҫкәртәләр
фажиғәһен үткән һуғыштың.
Туҡ-туҡ − гүйә, шулай раҫлай улар
еңә барыу көсөн тормоштоң.

Күргәнем бар... Сығып киткәнем
бар
ауыр һулап байрам залынан.
Ах, күрмәһәм ине шул бейеүҙе,
ах, күрмәһәм ине яңынан!

Имәндәр

Уларҙы мин күрҙем, күрҙем быйыл,
урман буйлап тауға менгәндә.
ҡаза килгән хатта имәндәргә,
ҡороғандар хатта имәндәр.

Имән тиклем имәндәрҙе лә бит
Бөрөп алған ҡыштың һалҡыны.
Тик берәүһе нисек иҫән ҡалған?
Ах, янында икән ҡайыны.

Бына ғәжәп! Имән эргәһендә
үҙе ҡайын ғына булһа ла,
сибек кенә ботаҡтары менән
алып ҡалған уны ҡурсалап.

ҡарап торҙом да мин,
ошо мәлдә
ҡатындарға килде өндәшкем:
− Һәләкәте лә бар был донъяның,
еңелеүе лә бар көрәштең...

Ирҙәрегеҙ әгәр, бирешеп китеп,
янтайһалар бәлә килгәндә,
Һеҙ ҡарағыҙ ҡайын эргәһендә
иҫән ҡалған анау имәнгә.

* * *
Аҙна-ун көн инде Урал буйлап
ауыҙлыҡһыҙ аттай еләмен.
Еркәйемдең сихри матурлығы
күңелемде тағы биләне.

Еркәйемдең сихри матурлығы
Йөрәгемде тағы ялманы.
Ә уйҙарым, ҡайҙа йүнәлһәм дә,
бара, йәнем, һиңә ялғанып.

Аҙна-ун көн инде һинһеҙ еләм,
тауҙарыма ҡарап туялмай.
Шишмәләрем... мин уларға ятып,
һағыныуымды эстем тын алмай.

Бер урманға бороп алып керҙе,
бер яланға илтте юлдарым.
Баҫыуҙарҙа арыш урған һымаҡ,
урып алдым ҡояш нурҙарын.

Урып алып һалдым күңелемә,
күңелем инде хәҙер нур ғына.
Йөрәгемдә йәнә, йәнкиҫәгем,
һиңә һөйләр шатлыҡ урғыла.

Әҙерме һуң, йәнем, тыңларға һин −
шатлыҡтарым һыймай күкрәккә?
Еркәйемдең сихри матурлығын
алып ҡайтам һиңә бүләккә.

ҡайтам, ҡайтам... Аҙна-ун көн инде
һин көтәһең мине Уфала.
ҡайттым, ҡайттым... Сабыр итсе,
йәнем,
бына инде мин бит тупһала.

Һин әйтерһең, ишек асылыуға:
«Ниңә шулай оҙаҡ? Тиҙерәк ин».
Тик тауышың сыҡмай... Үҙең дә
юҡ...
ҡайҙа һуң һин? ҡайҙа? ҡайҙа һин?

Аһ, ғәфү ит, мин бит онотҡанмын
кешем юғын һағынып көтөрҙәй.
Һин бит минән күптән киткән инең,
сығарғанмын иҫтән бөтөнләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға