«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Ҡыҙыл буйының уйсан улы



17.02.2012 Ҡыҙыл буйының уйсан улы

йәки Рәмил ҡол Дәүләт Хоҙай тарафынан үҙенә бик әҙ ғүмер бирелгәнен тойоп йөрөнө
Һәр нәмәгә мин шикләнеп бағам,
Ышанып та бигүк бармайым.
Мәңге сиселмәҫ бер сер йомғағы –
Минең күңелем ул – Арҡайым.

Асылмаған күпме серҙәр миндә,
Кем күрә лә уны, кем белә?!
Күңелемдә меңәр Арҡайымдар
Бер төҙөлә, берсә күмелә...
Үҙенең эске халәте тураһында Рәмил ҡол Дәүләт шулай тип яҙғайны „Арҡайым” исемле шәлкемендә. Ысынлап та, шағир ҡәҙимге тормошта ябай, талымһыҙ кеше булһа ла,эске донъяһын кем етте шуға шарран-яра асып барманы. Үҙе менән яҡындан аралашҡан кеше булараҡ, бөгөн, ҡыҙыл буйының уйсан улы үҙенә Хоҙай тарафынан бик ҡыҫҡа ғүмер насип ителгәнен белгән һәм шунлыҡтан бар энергияһын ижадҡа йүнәлткән, тип раҫлай алам. Уның менән яҡындан БДУ-ның 3-сө курсында уҡыған сағымда ауылдашы – буласаҡ тормош иптәшем аша таныштым. Баҡтиһәң, Әбйәлил егетенең бер туған ағаһы Фәрит Рәмил менән класташ ҡына түгел, бик яҡын дуҫтар ҙа икән. Шунлыҡтан уны яҡын күреп, эргә-тирәләгеләрҙән аңлау тапмағанда, гел генә БДУ-ның 1-се ятағында йәшәп, эшләп тә, уҡып та йөрөгән ауылдашына килә торғайны.
Бер мәл шулай бүлмәмә ҡайтып инеп, сәй ҡуйырға әҙерләнгәндә, ишек шаҡынылар. Йүгереп барып асһам, Рәмил ағай тора.
– Ауылдашҡа килгәйнем, өйҙә юҡ икән. Һиңә инергә мөмкинме? – ти. Үҙе апаруҡ ҡына төшөрөп алған, нимәгәлер бик ҡуҙғыған.
– Әйҙәгеҙ һуң, – тип уны эскә үткәр­ҙем, ултырғыс бирҙем.
– Бына бында яна! – тип ул күкрәгенә төртөп күрһәтте лә, миңә ҡағыҙ, ручка алырға ҡушты.
– Яҙ! – тине. Уның әйткәнен тыңлап, аҡ ҡағыҙ, ручка алып, йәтешләп ултыр­ҙым. Етек сәстәре ялбыраған, ҡаҡса буйлы Рәмил ағай алға эйелеберәк тороп баҫты ла күңелендә урғылған хистәрен шиғыр итеп теҙә башланы. Мин иһә күндәм генә уның ятҡа һөйләгән шиғырҙарын ҡағыҙға теркәйем. „Бының күңеле ныҡ ташҡан, ахыры, 2 – 3 әйберен һөйләр ҙә туҡтар”, – тип уйлаһам, туҡтамай торһон әле. Рәмил ағайҙың тауышы күтәрелгәндән-күтәрелә, күҙҙәрен йомоп, ҡулдарын болғай-болғай ярһып-ярһып һөйләй – яҙып ҡына өлгөр! Үҙенең ҡараштары әллә ҡайҙа – алыҫҡа төбәлгән. Университетта үткән әҙәби кисәләрҙә шағирҙарҙың, хатта халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғыр уҡығанын күргәнем булды. Әммә береһенең дә шул тиклем экстазға бирелеп әҫәрен һөйләгәнен иҫләмәйем. Был ҡаҡса ғына ағайҙың ҡайһы еренән шул тиклем хис шиғыр булып туҡтауһыҙ ағыла икән?!
ҡулым талһа ла, һыр бирмәнем, ҡол Дәүләттең бер тынала йөрәге төпкөлөнән урғылған һигеҙ (!) шиғырын ҡағыҙға теркәп ҡуйҙым.
Ниһайәт, ағай, хис-тойғоларынан айнып киткәндәй, ҡапыл туҡтаны. Үҙе­нең ҡайҙа икәнлеген аңланы шикелле:
– Юҡ-бар һүҙҙәр менән ҡағыҙ бысратып торған иҫәрҙе ғәфү ит, зинһар. Бир, уларҙы йыртып, сүп һауытына ырғытайым, – тип, өҫтәлдәге ҡағыҙ­ҙар­­ҙы тартып алып йомарлай ҙа башланы.
– Юҡ, ағай, улайтмағыҙ. Аҙаҡ күңелегеҙгә килгән образдарҙы онотоуығыҙ ихтимал. Һуңынан матурлап эшкәртеп, баҫтырырһығыҙ, – тип әүрәтеп, ҡулындағы бөтәрләнгән шиғырлы ҡағыҙҙарҙы алып, тәҫләп дүрткә бөкләп, пинжәгенең түш кеҫәһенә тыҡтым. Рәмил ағайҙың был шиғырҙарының күпселеге ҡатыны Әминә еңгәйгә төбәлгәйне. Уларҙың береһендәге тормоштан китеү мотивын ишетеп, ныҡ тетрәндем. Эстән генә: „Рәми генә түгел, һин дә фаталист шағир икәнһең”, – тип уйлап ҡуйҙым.
Һөйләгән сағында уҡ образдары камил шиғырҙарының ҡайһы берҙәрен Рәмил ағай, һуңынан ярайһы уҡ эшкәртеп, „ҡорама” йыйынтығына индергән.
Халҡы, теле, тыуған ере яҙмышы һыҙланыуҙар булып шиғырҙарына күскән Рәмил ағайҙы һуңғы тапҡыр 1997 йылдың октябрендә күрҙем. Дөрөҫө­рәге, Матбуғат йортона үҙе килеп, хәл белеште. Ул йылы ҡарасай ҡаты һыуыҡтары менән барса халыҡты аптыратты. Шуғалырмы, Рәмил ағай өҫтөнә эсле матур күн куртка, башына өр-яңы шәшке бүрек кейеп, редакцияға килеп ингәс:
– Ағай, теге шайтан һыуын эсмәгәс, биттәрең ғашик булған йәш ҡыҙҙар­ҙыҡы кеүек янып тора. Йөҙөңә нур ҡунған бит. Башҡаса уға әүрәмә, – тип мәрәкәләп ҡаршы алдым.
– Ну, килен, бигерәк тура һүҙлеһең. Ярай, шул сифатыңды ташлама, – тип яуапланы.
Ағайҙың күңеле күтәренке ине. ҡыҫҡаса ғына яңы пьесаға тотонорға ниәтләүе хаҡында һөйләне. „Өфөнөң тынсыу һауаһы ялҡытты. Баймаҡҡа, Талҡаҫҡа барып яҙышҡанда ыратып булыр ине. Яңы йылдан һуң шунда китермен, моғайын”, – тип ижади пландары менән дә бүлеште. „ҡусты менән бергә ҡунаҡҡа килегеҙ”, – тип Сипайлово биҫтәһендәге яңы фатирына ихлас саҡырып ҡайтып китте.
Үкенескә күрә, Рәмил ағайға – Талҡаҫҡа, беҙгә уға ҡунаҡҡа барырға насип булманы. Ике ай ярымдан көтөлмәгән әжәл уны беҙҙән айырҙы...
Билдәле тәнҡитсе Ким Әхмәт­йәновты, Рәмил ағай, һине донъяға тыуҙырған ҡыҙыл буйындағы борон­ғо ҡолбаҡтыға – Әлмөхәмәт ауылына килен булып төшкәндән бирле, шиғыр­ҙарыңды эстән һөйләй-һөйләй һин йөрөгән һуҡмаҡтарҙан үтәм, һин һулаған һауаны һулайым һәм күңелемдән генә һин яралған бәрәкәтле тупраҡҡа рәхмәт әйтәм. Сөнки һиндәй таланттар быуатҡа берәү генә тыуалыр.

Әлфиә ХӘМИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға