«Йәшлек» гәзите » Хәтер » «Шиғыр нимә ул?» – тип яҙһа ла…



10.02.2012 «Шиғыр нимә ул?» – тип яҙһа ла…

1947 йылда Бөйөк Ватан һуғышы бөткәнгә ике йыл ғына ғүмер үткәйне. Аслыҡтан яфа сиккән балалар ҙур уҡыу теләге менән Өфөгә килдек. 1-се интернат-мәктәп 9-сы мәктәп тип атала ине. һигеҙенсе кластан Рәми менән бергә уҡыныҡ. Ул ваҡытта уның шундай талантлы бала икәнен белмәнек. Һуңынан уҡытыу­сылар ҙа, дәрес үткәргәндә, Рәмигә ҡарап ҡына аңлатты. Сөнки уҡытыусылар­ҙан бик күпте талап итә ине ул. Хатта уҡытыу­сыға: «Мин былай ғына белем алырға теләмәгәйнем (М. Горь­кий буйынса, буғай, яҙыусыһы ныҡлы хәтерҙә ҡалмаған), биреп еткерә алманығыҙ», – тип әйтте. Иншаларҙы икешәр дәфтәр яҙа ине. Беҙ тапшырғанда, ул өлгөрә алмай, сөнки бик ҙур күләмдә, бай йөкмәткеле ине уның эштәре.
Бер мәл миңә: «Мәрйәм, һин нисек математиканан мәсьәләләр эшләй алаһың?» – тип мөрәжәғәт итте, ә мин уға: «Нисек шиғырҙарҙы яҙа алаһың, миндә шулай», – тип яуапланым. Күп тә үтмәне, һыу буйы итеп яҙылған шиғыр бирҙе, «Шиғыр нимә ул?» тип исемләнгән, шундуҡ беҙҙең һөйләшкәнде ҡәләменең осона эләктереп тә алған.
Рәми үҙен класта балалар һымаҡ түгел, өлкән кеше һымаҡ тотто. Юҡҡа ғына уға «бабай» тигән ҡушамат бирелмәгәндер. Бөтә­беҙҙән дә аҡыллыраҡ булған­ғалыр.
– Рәми кочегаркала роман яҙа, тип һөйләй торғайнылар. Интернатта киске сәғәт унда ут һүнә, ә ул төндә кочегаркаға төшә лә яҙыша ине. Иртән иң алда тороп, ниндәй һыуыҡ булыуына ла ҡарамаҫтан, майкала ғына турникта әйләнеп, физзарядка яһай. Беләктәрендәге мускулдар спортсыларҙыҡы кеүек уйнап тора ине. Рәми клас­ташым ДОСААФ-ҡа ла йөрөнө, ваҡытын бөтә урынға тигеҙ бүлеп, күп һөнәргә өйрәнде.
Уның «Осоу» тигән китабы бар. Летчик булыу теләге ҙур булған, тик яҙмышы башҡа юлдан – әҙәбиәт, рухиәт юлынан алып киткән.
Шулай итеп, өс йыл бер класта уҡып, өлгөргәнлек аттестаты ала торған көн дә килеп етте. Йөҙҙән ашыу бала унынсы класты тамамланы. Рәмиҙең ҙур талант­ҡа эйә икәнен белеп, сығарылыш кисәһендә республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы, Яҙыу­сылар союзы Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына уҡырға ебәрҙе. Рәми унда уңышлы уҡып ҡайтты. Ғүмере ҡыҫҡа булды, шуныһы бик ҡыҙғаныс.
Хәҙер беҙгә 80 йәш. Өфөнөң педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлап, 40 йыл мәктәптә математика уҡыттым. Беҙ ҙә ҡартайҙыҡ инде. Рәмиҙең рухын, аҡыллы һүҙҙәрен халҡым аңлап, һаҡлап йәшәһен инде.

Мәрйәм ШАФИҡОВА.
Ейәнсура районы,
Байыш ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға