03.02.2012 Әҙәбиәттең телен асыусы
XХ быуаттың 60−70-се йылдарында башҡорт әҙәбиәт ғилеменең фундаменталь хеҙмәттәр тыуҙырыу юғарылығына күтәрелгән фән өлкәһенә әүерелеүенә ҙур өлөш индереүе менән Ким Әхмәтйәновтың эшмәкәрлеге ҙур баһаға лайыҡ. Әйтәйек, Ким Әбүзәр улының «Әҙәбиәт теорияһы» исемле китабы башҡорт әҙәби-ғилми фекер үҫешенең ғәйәт сағыу күренешенә, оло ҡаҙанышына әйләнде. Хеҙмәт энциклопедик характерҙа булыуы, йәғни әҙәбиәт ғилеменә ҡараған бөтә төшөнсәгә, әҙәбиәт теорияһы нигеҙҙәренә системалы аңлатмалар биреүе менән белгестәр, студенттар, уҡыусылар, киң ҡатлам әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн көндәлек ҡулланма хеҙмәтен үтәй. «Әҙәбиәт теорияһы» тигән тикшеренеү йәнә дөйөм теоретик положениеларҙың әҙәбиәт ерлегендә эшләнеүе, оригиналь күҙәтеүҙәргә бай булыуы, өр-яңы теоретик ҡараштар уҙғарылыуы, бер ыңғай башҡорт әҙәбиәт ғилеме терминологияһының артабан да камиллашыуы, авторҙың тел-стиль оҫталығы, ҡатмарлы төшөнсәләрҙе лә мауыҡтырғыс һәм уҡымлы итеп яҙыу һәләте менән айырылып тора. Бөгөн иһә күренекле әҙәбиәт ғилеме белгесе, оҫта тәнҡитсе, хөрмәтле ауылдашыбыҙ Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәновтың тыуыуына 80 йыл тулды. Ул хәҙерге башҡорт әҙәбиәт ғилеме һәм тәнҡитенең профессиональ кимәле күпкә күтәрелеүен теоретик характерҙағы бик күп китабы, мәҡәләһе менән байытты.
Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов 1932 йылдың 5 февралендә Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында тыуа. 1940 − 1947 йылдарҙа Әлмөхәмәт (хәҙер Урал) урта мәктәбендә уҡый. 1951 йылда Темәстә башҡорт педагогия училищеһын тамамлай. Шул йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә һәм, уны тамамлағас, 1955 йылда башҡорт филологияһы кафедраһында уҡытыусы итеп ҡалдырыла.
1957 − 1960 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы эргәһендәге аспирантурала белем ала. «Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре» (Өфө, 1962) исемле монография яҙа һәм 1962 йылда ошо темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Кандидатлыҡ диссертацияһынан һуң төҙөгән «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге» тәрән теоретик планда, киң фактик материал нигеҙендә эшләнде. Уны ғалим үҙ аллы бер энциклопедик хеҙмәт рәүешендә еткерҙе.
Ким Әхмәтйәнов иҫ киткес эшһөйәр, үҙ белемен камиллаштырыу, тәрәнәйтеү өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләгән әҙәбиәт белгесе була. Китапханаларҙа ла асылғандан алып ябылғанға тиерлек арыу белмәй ултырыр булған.
1971 йылда йәнә бер фундаменталь хеҙмәте «Әҙәбиәт теорияһы» исеме менән донъя күрҙе. «Был тикшеренеү юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн уҡыу ҡулланмаһы функцияһын да башҡарҙы һәм әле лә башҡарып килә. 1972 йылда республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған әлеге хеҙмәт дөйөм әҙәби теория нигеҙҙәрен башҡорт әҙәбиәте факттарында системалап биреүе, яңыса теоретик ҡараштар уҙғарыуы, ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре менән әһәмиәтле булды. Милли поэтиканы өйрәнеүгә ул мәғлүм өлөш индерҙе», – тип яҙа тел белгесе З. Ураҡсин.
Ким Әхмәтйәнов әҙәбиәт тарихы өлкәһендә лә ҙур эштәр башҡарып өлгөрҙө. «Башҡортостан әҙәбиәте тарихы» (1967), 6 томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990 − 1996) китаптарының төп бүлектәрен башҡарып сыҡты. Бынан тыш, урта мәктәп уҡыусылары өсөн башҡорт әҙәбиәте тарихынан дәреслектәр һәм ҡулланмалар яҙыуҙа әүҙем ҡатнашты. Ул башҡорт шиғырын ысын шиғриәт кимәленә күтәргән айырым шағирҙарҙың ижадына ла иғтибарлы булды.
Ш. Бабич, Ғ. Сәләм, Р. Ниғмәти, С. ҡудаш, Н. Нәжми, М. Кәримдең шиғриәте хаҡында бик төплө тикшеренеүҙәр үткәреп, ижади оҫталыҡтарының серен асты, монографиялар баҫтырҙы. Әҙәби тормош эсендә ҡайнап йәшәне. Яңы сыҡҡан әҫәрҙәргә рецензиялары, тәнҡит мәҡәләләре матбуғатта йыш баҫылып торҙо. Шуның менән ул әҙәби процесҡа көслө йоғонто яһай алды, уҡыусыларҙың эстетик зауығын үҫтереүгә бик ныҡ булышлыҡ итте.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Ким Әбүзәр улы әҙәбиәттәге образлылыҡ мәсьәләләрен яҡтыртыу менән ныҡлап шөғөлләнде. Был уның электән килгән әҙәбиәт теорияһы өлкәһендәге эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәһе ине. Ул үҙенең мәҡәләләрендә яҙыусының, шағирҙың һүрәтләү сараларын һайлауҙа, образлылыҡ тыуҙырыуҙа ирекле булыуын яҡланы, әҙәби әҫәрҙең тотошлай тел ҡалыптары менән генә билдәләнмәүен күрһәтергә тырышты. Был әҙәби телде, ундағы йәнле һүрәтләү мөмкинлектәрен киңәйтеүгә килтерәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ошо оҙаҡ йылдар эҙләнеүҙәрен ул «Поэтик образлылыҡ» (Өфө, 1979), «Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт» (Өфө, 1982) исемдәре менән ике өлөштән торған китабында баҫтырып сығарҙы. Был хеҙмәттәр авторҙың әҙәбиәт ғилеме өлкәһенә философия алымдары менән килә алыуын да күрһәтте.
Ким Әхмәтйәнов бер генә яңы китапты ла, бер генә әҫәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмағандыр. Ул тотонған һәр темаһын эҙмә-эҙлекле итеп эшләгән. Ғ. Сәләмдең ул төҙөгән бер томлыҡ һайланма әҫәрҙәрен Зиннур Ураҡсин яңынан ҡарап сығып, шундай һығымта яһай: «Шул тиклем ентекләп, Ғ. Сәләм ижадын яратып эшләгәне күҙгә ташланып тора. Баш мәҡәләһен шундай образлы тел, юғары пафос менән яҙа алған, шағир ижадының төп мотивтарын тота, күрһәтә белгән: «Кеше булараҡ, Ғ. Сәләм тәбиғәтенең көсө шунда ине: көндәлек һәм ижтимағи тормошта уның башҡарған һәр бер эше тиерлек республикабыҙ өсөн тәүге һүҙ, беренсе ҡаҙыҡ булып сыға килде».
К. Әхмәтйәновтың ғилми-әҙәби эшмәкәрлеген барлағанда йәнә бер моментты әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Башҡорт шиғриәтенең бай фактик материалдары менән эш иткән, уларҙы юғары идея-эстетик талаптар кимәленән күңел зиһене иләге аша үткәргән һәм етди фәнни дөйөмләштереүҙәр яһаған ғалим Ә. Харисов, Ғ. Хөсәйенов кеүек күренекле әҙәбиәт белгестәре менән берлектә һүҙ сәнғәтебеҙ тарихында беренсе тапҡыр иң сағыу шиғри әҫәрҙәр тупланмаһын – «Башҡорт поэзияһы антологияһы»н төҙөп донъяға сығарыу идеяһын тормошҡа ашырыуға ла үҙенең тос өлөшөн индерә.
Ғаилә хәленә килгәндә, ҡатыны Рәйфә ханым менән Гөлшат һәм Зифа исемле ике ҡыҙ, улы Илдарҙы тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙерге ваҡытта уның ике ейәнсәре менән ейәне үҫеп килә. Рәйфә Шәйғәрҙән ҡыҙы ғалимдың – тормош иптәшенең иҫтәлеген мәңгеләштереүгә бик күп көс һала.
Ким Әхмәтйәнов, ғалим, әҙәби тәнҡитсе булараҡ, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә үлсәүҙәргә һыймаҫ бай әҙәби мираҫ, ҡомартҡы ҡалдырҙы, халҡыбыҙҙың бөйөк арҙаҡлы шәхесе булып танылды. Әҙәбиәт тәнҡитселәренең иң күренеклеләренең береһе булып, туҡһанға яҡын хеҙмәт ҡалдырған ғалим ул.
Халҡыбыҙ борон-борондан үҙенең батырҙарын, ил уҙамандарын, арҙаҡлы шәхестәрен хөрмәт иткән. Бай әҙәби мираҫ, камил тел өлгөһө ҡалдырған Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәновтың исеме лә оло ихтирамға лайыҡ. Исеме халыҡ хәтерендә мәңге онотолмай.
Уның яҡты иҫтәлегенә Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия булдырылды. Тәүге премияға башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, күренекле яҙыусы Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев лайыҡ булды. Республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең береһе булған К.Әхмәтйәнов исемендәге премия – бер баш йылҡы малы – «Урал» совхозы етәкселеге (директоры Н. Никитин, партком секретары Х. Сафин) тарафынан булдырылды. Уны әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн биреү тураһында положение совхоздың партком ултырышы ҡарары менән 1992 йылдың көҙөндә раҫланды. 1994 йылдан премия район күләмендәге награда тип үҙгәртелде. Ким Әбүзәр улының бай ижади мираҫын китап итеп нәшер итеүгә әҙерләгән тормош юлдашы Рәйфә Әхмәтйәноваға ла бирелде. Шулай уҡ район матбуғатын үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн «Осҡон»доң элекке мөхәррире Мырҙахан Шәмсетдинов, емешле ижадтары өсөн шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа, әҙибә Айһылыу Йәғәфәрова, яҙыусы Яныбай Хамматов премия менән билдәләнде. Сәнғәт эшмәкәрҙәренән рәссамдар Ринат Атауллин, Әхмәт Лотфуллин, ҡумыҙсы Илсен Мирхәйҙәров, актерҙар Әхтәм Әбүшаһманов, Сара Буранбаева, «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре, «Әхирәттәр» фольклор ансамблдәре премияның лайыҡлы хужалары тип табылды. Журналистика, әҙәбиәт өлкәһендә иһә публицист Марсель ҡотлоғәлләмов, тыуған яҡты өйрәнеүсе Юрий Здрогов, тәнҡитсе Зиннур Нурғәлин, ике өлкәлә лә уңышлы ижад итеүсе Гөлшат Әхмәтҡужина премия лауреаттары булды. Ә 2010 йылда премия ғалимә, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдиноваға һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Мират Бикмәтовҡа тапшырылды.
Әлмөхәмәт ауылының матур бер урамы ла Ким Әхмәтйәновтың исемен йөрөтә.
Сәриә РАМАҘАНОВА.
Әбйәлил районы,
Әлмөхәмәт ауылы.