«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Һоҡланғыс үрнәк



03.02.2012 Һоҡланғыс үрнәк

Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылының данлыҡлы улы, республиканың арҙаҡлы шәхесе, танылған башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе, күренекле баянсы, 12 китап һәм 200 ғилми хеҙмәт авторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәновҡа
5 февралдә 80 йәш тулыр ине.

Ким ағай (һәр ваҡыт уны ошолай исемләнем) Әлмөхәмәт ауылындағы билдәле Өмөтбай ырыуынан. Ул 1980 йылда, 49 йәшен дә тултырмай, ҡапыл ғына вафат булды. Ләкин ул һаман да йәш, матур, ыҫпай, бөтә тышҡы күренеше һәм мәртәбәһе менән үҙенә тартып торған туғаным һәм өлкән иптәшем булып күҙ алдында тора.
Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәрендә үк хәбәрһеҙ юғалған атайымдың бер фотоһы артында әсәйем түбәнге шомло юлдарҙы яҙып ҡуйғайны: «Кеше үлә, үлгәс, күмелә ҡарап торған матур кәүҙәһе. Тик донъяла ҡала шул кәүҙәнең балҡып торған йәнһеҙ шәүләһе». Был юлдар менән, ғөмүмән, ризалашып булалыр, әгәр ҙә фотоға абстракт рәүештә ситтән генә күҙ һалһаң. Минеңсә, Ким ағай­ҙың фотолағы тышҡы күренеше уның бөгөн дә беҙҙең арала һәм эске йөкмәткеһе бай икәнлеген иҫбатлай кеүек. Уның ҡыҫҡа ғына тормошо, эшкә ҡарашы, өлгәшкән уңыштары фән эшмәкәрҙәре һәм ғалимдар өсөн дә үрнәк булырлыҡ.
Минең фекеремсә, бындай тормоштоң нигеҙе, беренсенән, уның тыуған ере, ауылы һәм ул ауылдың халҡы. Ким ағай бала сағынан уҡ ауыр, ләкин саф Әлмөхәмәт ауылы тормошон күреп, ябай кешеләрҙең бик тырыш, сабыр булыуын күҙәтеп, эшкә өйрәнеп, эшләмәйенсә кеше йәшәй алмай, тигән төшөнсәне мейеһенә һеңдереп, ауыл кешеләренең бер-береһенә ярҙамсыл да, иғтибарлы ла, тоғро ла булыуын үҙ күҙҙәре менән күреп, ошондай мөнәсәбәттәрҙең йоғонтоһо аҫтында үҫкән.
Икенсенән, бер шикһеҙ, Ким ағайға ата-әсәһенең дә йоғонтоһо әҙ булмағандыр. Ярһыу, ғаиләлә һәм ауылда дәрәжә һәм түрәлек тотҡан, тура һүҙле, үҙ фекеренең генә дөрөҫ булыуына ышанған, компромисс тигән әйберҙе әллә ни хуш итмәгән атаһынан принципиаллек, башҡа сифаттарын бик матур, нескә, тыйнаҡ, тыныс холоҡло, һүҙ көрәштермәйенсә үҙенең аҡыллы башы менән иренең ҡаты бойороҡтарын йомшартып, төҙәтеп, тормош арбаһын әллә ни һелкетмәй ҙә, шығырлатмай ҙа алға тәгәрәткән әсәһенән алғандыр. Күбеһенсә әсәһенең матур сифаттарын туплап, ул бик тәртипле, оялсан, аҙ һүҙле булды, хәбәрҙе бик төплө уйлап, ҡыҫҡа ғына һәм йөкмәткеле итеп һөйләне.
Өсөнсөнән, Ким ағайҙың ҙур кеше һәм ғалим булып формалашыуына Темәс педучилищеһы ла ҙур йоғонто яһағандыр. Белеүебеҙсә, ул тиҫтәләгән йылдар башҡорт интеллигенцияһының күренекле вәкилдәрен әҙерләгән уҡыу йорто булды. Һүҙ ҙә юҡ, Ким ағайҙың артабан Өфөгә килеүе, пединститут һауаһы менән тын алып, ҙур-ҙур уҡытыусыларҙан, профессорҙарҙан һабаҡ алыуы уның белемен, интеллектуаль үҫеш кимәлен тағы ла юғарыраҡ күтәргәндер.
Ким ағайҙың 23 йыл тирәһе фәнгә хеҙмәт иткән дәүере, уның сағыу ғалим йондоҙо Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән бәйле булды. Бында хөкөм һөргән юғары ижади мөхит, фәнни етәкселәренең, хеҙмәттәштәренең һәм иптәштәренең иғтибары, ярҙамы Ким ағайға көс тә, дәрт тә биргәндер. Уның, Яҙыусылар союзы, гәзит-журналдар редакцияһы ағзаһы булараҡ, төрлө әҙәби секцияларҙа, үҙенә генә хас булғанса, тырышып һәм һөҙөмтәле эшләүе лә, ҡәләмдәштәре менән йылы, кешелеклелек һәм ижади мөнәсәбәттәр нигеҙендә аралашыуы ла тиҙ үҙгәреп бара торған тормошто тағы ла тәрәнерәк аңларға, әҙәбиәт донъяһында яңынан-яңы бейеклектәргә артылыуына ярҙам иткәндер.
Ким ағайҙы бөйөк уңыштарға килтергән тағы ла бер көс − тормош иптәше Рәйфә еңгәйҙең ҙур һәм тоғро терәк булыуы. Ул фәнни эшендә, хоккейсылар дәғүәселәре кеүек, ғаилә ҡапҡаһында ныҡ торған һаҡсыға ышанып эшләне. Ул һаҡсы − Рәйфә Шәй­ғәрҙән ҡыҙы бөтә йәшәү дәүерендә иренең ышанысын аҡланы, уның иҫтәлегенә тоғро ҡал­ды, был иҫтәлекте һаҡлап ҡа­лыу өсөн бөгөн дә бик күп көс түгә. Был йәһәттән Рәйфә еңгәйҙе декабрист ҡатындары менән сағыштырырға мөмкин.
Шуны ла әйтергә кәрәк, фәнни эшмәкәр ниндәй генә белем алмаһын, интеллектуаль үрҙәргә күтәрелмәһен, ниндәй генә шарттарҙа эшләмәһен, уның ғилми үрҙәргә күтәрелеүенә, ныҡышмалылыҡтан тыш, тәбиғәт биргән талант та кәрәк. Сөнки фәнни эштең нескәлеген һәм уның ысулдарын бер генә уҡыу йорто ла өйрәтә алмай.
Мин, шулай уҡ фәнни эшмәкәр булараҡ, һәр ваҡыт Ким ағайҙы кешелек йәһәтенән дә, фән яғынан да күтәрелә алмаҫлыҡ бейеклектә торған өлгө итеп тоям. Унда ысын фән эшмәкәренә, ғалимға хас булған бөтә һыҙаттар бар ине. Әйтеп китеүемсә, тәбиғәт биргән талант, тырышлыҡ, эш буйынса үҙенә ҡарата аяуһыҙлыҡ, энциклопедик белем, зирәклек, проблемаларҙы тәрән ҡаҙыу, тапҡан асыштарҙы һөрән һалып тирә-яҡҡа тиҙ генә ишеттерергә тырышыу, ете тапҡыр үлсәп, бер тапҡыр киҫ, принцибынан сығып эш итеү, иң беренсенән, үҙенә ҡарата талапсанлыҡ һ.б.
Ким ағай оло йөрәкле, тәрән хисле һәм эстән борсолоп, янып йәшәгән замандашыбыҙ булды. Бәлки, шул сәбәпле лә ул үҙенең фәнни ғүмерендә генә түгел, ә бөтә тормошонда шиғриәттең матурлығын һәм батырлығын аңлау методологияһын тыуҙырыуға һәм уны уҡыусыларға ла, шағирҙарҙың үҙҙәренә лә еткерергә тырышты. Ким ағайҙың тормош китабының тышы ла, эсе лә бик матур, һоҡланғыс булды һәм киләсәк быуындарҙа ла шулай булып ҡаласағына бик ышанғы килә. Әҙәби мираҫ булған был ҙур китап тиҫтәләгән бәләкәйерәк китапты һәм йөҙгә яҡын ғилми хеҙмәтте үҙ эсенә ала. Ә күпме яңы әҙәби асыш Ким ағай менән баҡыйлыҡҡа күсте!
Быларын дөрөҫ кенә күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ләкин шуны әйтергә батырсылыҡ етә − ул әллә ҡасан уҡ Башҡортостан, бәлки, Рәсәй күләмендә лә академик тигән фәнни дәрәжәгә лайыҡ булыр ине.
Ким ағайҙың бер китабында беҙҙең, һау кешеләрҙең, барыһы өсөн дә яҙылған фәһемле һүҙҙәрен иҫкә төшөргө килә: «Назар Нәжми әйтмешләй, ғүмер генә «һә» тигәнсе үтә, ә һәйкәлдәр оҙаҡ ҡойола; Салауат һәйкәле тәжрибәһе күрһәткәненсә, заман ғына йылғыр уҙа, ә һәйкәлдәр оҙаҡ ҡуйыла». Ләкин һуңлаған булһа ла, Ким ағай ғаиләһе менән йәшәгән йортта (Добролетная урамы) таҡтаташ асыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән, тиҙҙән уның тураһында яңы китап баҫтырыласаҡ, тыуған ауылында Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов һәм шағир ҡол-Дәүләттең музейына айырым бүлмә бүлеү мәсьәләһе ҡаралды. Киңәйтелгән музейға экспонаттар әҙерләнә. Был эштәрҙе алыу барыусы көс һәм уларҙы башҡарыусылар – шул уҡ Рәйфә еңгәй менән Ким ағайҙың өлкән ҡыҙы Гөлшат. Рәхмәт уларға. Фекерҙәремде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: фиҙакәр ғилми хеҙмәтең һөҙөмтәләре менән һин, Ким ағай, башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөшөңдө индерҙең. Өмөтбаевтар ырыуы тарихына йәм өҫтәнең һәм был тарихта үҙ исемеңде ҙур хәрефтәр менән яҙып ҡалдырҙың. Рәхмәт һиңә.

Вил ӨМӨТБАЕВ,
техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының почетлы академигы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға