«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Мәңге халыҡ хәтерендә



27.01.2012 Мәңге халыҡ хәтерендә

Күргәҙмәлә − 1812 йылғы һуғыш ваҡиғалары
Мәңге халыҡ хәтерендә
Һуғыш, ниндәй генә булмаһын, тарихта тәрән эҙ ҡалдыра. 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл үтһә лә, был ваҡиға һаман халыҡ хәтерендә. Дәреслектәр, әҙәби әҫәрҙәр, йырҙар, кинофильмдар аша ул дәһшәтле йылдар ваҡиғаһы күҙ алдынан үтә, халҡыбыҙҙың бер төптән үҙ Ватанын һаҡлап ҡалыу өсөн яуға күтәрелеүе һоҡланыу уята. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ир-егеттәренең дә ҡатнашыуы, батырлығы һәм еңеүгә индергән өлөшө хаҡында хәбәрҙарбыҙ.
Мәңге халыҡ хәтерендә
Республиканың Хәрби дан музейында 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Сараның төп маҡсаты – үҫеп килеүсе йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү. Күргәҙмә экспозицияһы өс бүлектән тора. Беренсе бүлектә ХIХ быуат башындағы билдәле һәм билдәһеҙ рәссамдарҙың башҡорт хәрбиҙәрен һүрәтләүсе эштәренең фотокүсермәләре ҡуйылған. Икенсе бүлектә 1812 йылғы тарихи ваҡиғаларға арналған сәхнә күренештәре, хәрби-патриотик ойошмалар ҡатнашлығындағы саралар сағылыш тапҡан. Өсөнсө бүлектә хәрби-тарихи клубтар тарафынан төрлө сараларҙа ҡул­ланыл­ған тарихи костюмдар, реквизиттар һәм атрибуттар урын алған. Күр­гәҙмәне асыу тантанаһында республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡатнашты. Ул, сарала ҡатнашыу­сыларҙы сәләмләп, күргәҙмәнең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне һәм быйыл республикабыҙҙа 1812 йылғы Ватан һуғышына арнап ойоштороласаҡ саралар менән таныштырып үтте.
Күсмә күргәҙмә Хәрби дан музейында ике ай эшләгәндән һуң республиканың башҡа музейҙарына күсәсәк. Тимәк, бөтә республика халҡының уның менән яҡындан танышыу мөмкинлеге буласаҡ.

С. ЛОТФУЛЛИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға