«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Тиңһеҙ батырлыҡтары онотолмай



19.11.2011 Тиңһеҙ батырлыҡтары онотолмай

Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдарында илебеҙҙең азатлығын һаҡлауҙа һәм фашистик Германияны еңеүҙә Башҡортос­тан халҡының өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостандан 700 мең кеше яуға оҙатылған. Фронт һыҙығында үҙҙәренең ҡаһарманлыҡтары менән айырылып торған, Волга­нан Эльбаға тиклем данлы юл үткән легендар 112-cе (16-сы гвардия) Башҡорт атлы дивизияһының исеме лә тарихта алтын хәрефтәр менән яҙылған.
17 ноябрҙә был дивизияның ойошторолоуына 70 йыл тулды һәм, иҫтәлекле датаға арнап, кавдивизия яугирҙарының батырлыҡтарын пропагандалау һәм мәңгеләштереү маҡсатынан күп юбилей сараһы үткәрелде. Байрам уңайынан башҡорт атлылары командиры, генерал-майор Миң­леғәле Шаймо­ратов­тың тыу­ған төйәге – ҡырмыҫҡалы райо­нының Шайморат ауылы мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Рес­публика Хәрби дан музейының филиалы булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында тарихсылар, музей хеҙмәткәрҙәре, ветерандар ойошмалары вәкилдәре, студенттар, Украина, ҡаҙағстан, Белоруссия кеүек илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнашлығында үткән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция Бөйөк Ватан һуғышында ойошторолған көслө хәрби соединениеның ҡаһарманлығы менән тарих биттәрендә айырым урын алып тороуын тағы бер мәртәбә иҫбатланы.
ҡунаҡтар М. Шайморатов исемендәге 104-cе мәктәптең музейында булып, уҡыусыларҙың башҡорт кавалерияһына ҡағылышлы иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлауының, әле лә, музейҙы яңы документтар менән байытыу маҡсатында эҙәрмәндәр төркөмө булдырып, архивтарҙа эҙләнеүҙәренең шаһиты булды. Үкенескә күрә, төрлө милләт вәкилдәренән тупланған Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары сафы йылдан-йыл һирәгәйә, республикала улар хәҙер 24 кенә кеше ҡалған. Юбилейға Ғәбделхай Зарипов менән Ғәли Кинйәкәев кенә килә алғайны. Өфө гарнизонының Офицерҙар йортонда республика хөкүмәте етәкселәре, һуғыш һәм тыл ветерандары, мәктәп уҡыу­сылары ҡатнашлығында үткән тантаналы йыйылышта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ф. Ямалетдинов, БР хәрби комиссары А. Балтинский легендар дивизияның тарихына байҡау яһап, ветерандарҙы социаль яҡлау, балаларға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Сара сәнғәт оҫталары әҙерләгән байрам концерты менән тамамланды.

З. ХӘСӘНОВА.

(112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторолоуға 70 йыл тулыуға арналған мәҡәләне 10-сы биттә уҡығыҙ).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға