«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Ҡыйылып та атыр таңдар бар



18.10.2011 Ҡыйылып та атыр таңдар бар

Ҡыйылып та атыр таңдар бар
Ниндәй бай йөкмәткеле, оло хәстәрлек, атай­ҙарса кәңәш биреү хисе менән һуғарылған был хат. Улай ғына ла түгел, туғандаш ҡәрҙәш телдәргә ҙур хөрмәт, иғтибар күрһәтеү менән, телдәрҙең үҫешен тиҙләтеү йөҙөнән шул милләт йәки халыҡтың тел ғилеме юлына яңы аяҡ баҫҡан йәш ғалимдарына юл күрһәтеүсе маяҡ та булған ул. Үҙе иҫән саҡта донъя күрә алмаған «Урал-Алтай тел ғилеменә инеш» хеҙмәте ғалим үлгәндән һуң ғына баҫылып сыҡты.
Ғәжәп көслө ихтыярлы, изгелекле, итәғәтле был кеше ижади интеллигенция өсөн өлгө булырлыҡ шәхес ине.
Исеме бөтә донъяға билдәле төркиәтсе, ғалим, сәйәси эшмәкәр З. Вәлидиҙең «Хәтирәләр»ендә уның үҙенең Мырҙаҡайҙа (Сәйетбабала) булыуы хаҡында әйтелә. Уның ҡаранйылға ауылынан Үтәк мәҙрәсәһендә бергә уҡыған һабаҡташының береһе тап бына Жәлил Кейекбаевтың атаһы Ғиниәт Кейекбаев, икенсеһе һәм өсөнсөһө лә Сәйетбаба ауылынан Әбйәлил Сираев, Мөхәмәтша Латиповтар булыуын күптәр әле белмәй ҙә…
Ж. Кейекбаев З. Вәлидиҙең ғилми хеҙмәттәре менән хәбәрҙар булғанмы-юҡмы, был хаҡта ғалимдар ҡыҙыҡһыналыр, моғайын. Шулай ҙа, ул З. Вәлидиҙе күргән, тигән хәбәрҙе ишеткәнебеҙ бар. Әгәр ҙә был дөрөҫ икән, тимәк, яҡташыбыҙ тормошоноң тағы бер беҙгә билдәһеҙ бите асыҡланыр әле, тигән өмөт менән йәшәйбеҙ. Ғалимдар быны асыҡлар, һәр хәлдә, әлеге факт менән ҡыҙыҡһына башлар, тип ышанабыҙ.
З. Вәлидиҙең сәйәси һәм ижади эшмәкәрлегенә сикһеҙ һөйөү һаҡланған кеүек, тюркология ғилемендәге уңыштары менән Жәлил Кейекбаев та сикһеҙ һоҡландыра.
Интернационализм тойғоһо, дөйөм эшкә − фәнгә хеҙмәт итеү − был йылдарҙағы хат алышыу­ҙарға бына нимә хас. Уларҙа Жәлил Кейекбаевтың изге күңеле, алсаҡлығы, эскер­һеҙлеге төҫмөрләнә.
Хаттарҙы ҡат-ҡат уҡып сығам һәм күҙ алдына илебеҙҙең төрлө халыҡтарының тел ғилеменең сәскә атыуына баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән ғалим-интернационалистың титаник фигураһы, образы килеп баҫа.
Башҡорт халыҡ мәҡәле шулай ти: «Атаң улы ғына булма − халҡыңдың да улы бул». Эйе, Жәлил Кейекбаев башҡорт халҡының ғына түгел, ә төрлө милләт халыҡтарының да һөйкөмлө, яратҡан улы булып ҡалды һәм ҡаласаҡ.

Затлы йәдкәре –
рухы йәшәй

Ғалимдың яҙма ҡомартҡылары араһында «ҡартлыҡ» тигән бер шиғыры һаҡланған. Бына ул.
Үткән ғүмерҙәрҙе үлсәп булмай,
Герем дә юҡ минең, бизмәнем дә,
Атаҡ, тағы кис тә булған, имеш,
Ә мин һиҙмәнем дә.

Мин дә шулай ҡартайырым микән,
Үтәр микән йәшлек ғөмөрөм,
Олатайым һымаҡ йөрөм микән
Булып аҡ һаҡаллы, көмөрө?

Эйе, ҡартайырым, ҡартлыҡ баҫыр,
Сәс ағарыр, биттәр шырышыр.
Уландарым булыр, улар эшләр,
Улар эшләр, ниңә, тырышыр…

Был ҡарт донъя ҡала килгән
Минең ише генәме ирҙәрҙән?
Үлеп-нитеп китһәм яҙатайым,
Ниңә, апарырҙар ҙа ерләрҙәр.

Үлһәм әгәр, тием, яҙатайым…
Ир үлгәндә, тиҙәр, дан ҡалыр.
Мин үлгәс тә, тием, уландарға
ҡыйылып та атыр таң ҡалыр.
Жәлил Табын.
Был шиғыр Бөйөк Ватан һуғышы барған осор­ҙа ҡуйын дәфтәренә яҙылған булған. Гәзиттә нисек яҙылған, шулай бирелә. Шиғыр йүгерек фекерләү рәүешендә бер тынала яҙылғанға оҡшай һәм автор уға башҡаса бер ҡасан да әйләнеп ҡайтмаған. Ҙур ғилми эш менән шөғөлләнеүсе ғалим кешегә, бәлки, шиғырҙар менән мауығырға башҡаса форсат та теймәгәндер, тип кенә фараз итергә ҡала.
Эйе, һәр осорҙа ла, һәр дәүерҙә лә әҙиптәр йәшәү, үлем, ғүмерҙең ҡәҙере хаҡында йән тетрәндерерлек итеп әйтә килгән һәм әле лә әйтеп, яҙып торалар.
Үҙенең был шиғырында яҙғанса, аҡ һаҡаллы, көмрө ҡарт булып ҡартайып үлмәне Жәлил ағай. Бөтә булмышы ижад һуты менән тулыш­ҡан мәлендә яҙатайым үлде, үкенесле булды.
Уның хаҡында иң изге хис-тойғолар менән һуғарып иҫтәлек яҙыусыларҙың һаны ла бихисап. Иҫтәлектәрен яҙыусылар киләсәктә лә бик күп булыр әле.
«Ағиҙел» журналының 1999 йылдың 5-се һанында, халыҡ шағиры Назар Нәжми «Күңел дәфтәренән» тигән шәлкемендә Жәлил Кейекбаев хаҡында: «Уның вафаты бик үкенесле ине. Ул үкенескә икенсе бер үкенес өҫтәлде: вафатына хастахана хеҙмәткәрҙәренең хатаһы сәбәпсе булғанын белдем. Уны дауалаусы табиптар ҙа хәҙер вафат, әммә миңә бөтә серҙе һөйләүсе шәфҡәт туташы иҫәндерме-юҡтырмы − белмәйем. Шул икеләтә булған үкенес ошо яҙмаларымды яҙҙырҙы ла», − ти. Хәҙер иһә Жәлил ағай менән бер үк осорҙа йәшәгән, уның менән, Башҡортостан Юғары Советының депутаты булараҡ, бер үк комиссияла бергә эшләгән кеше − халыҡ шағирыбыҙ Назар Нәжми ҙә вафат − шулай уҡ үкенесле.
Яҙатайым үлһә лә, Жәлил ағайҙың уландары (улар өсәү − Искәндәр, Ильяс, Морат), «малай­ҙар»ы (үҙе уҡытҡан талиптарҙы яратып һәр саҡ «малайҙарым» тип йөрөткән) өсөн, халҡы өсөн баһалап бөткөһөҙ рухи хазиналар − затлы йәдкәрҙәре, шиғырҙары, ҡобайырҙары, әкиәттәре, повесть-романдары ҡалды. Ә тел ғилемендә туған телебеҙҙең бәҫен, мәртәбәһен күтәреүгә индергән өлөшө иһә үлсәүҙәргә һыймаҫ нарыҡлауҙарға торошло.
Уның «малайҙар»ының да күптәре, телебеҙ, әҙәбиәтебеҙ фәнен үҙ итеп, ағайҙарының васыятына тоғролоҡ күрһәтеп, тырышып-тырышып хеҙмәт итте, телебеҙҙең, мәҙәни-рухи ҡиммәттәребеҙҙең бәҫен, мәртәбәһен арттырыу өсөн иңдәренә һалынған үтә лә яуаплы бурысты намыҫ менән үтәргә тырыша.
Профессорҙар, академиктар Ғ. Хөсәйенов, Ғ. Сәйетбатталов, З. Ураҡсин, М. Зәйнуллин, Ә. Сөләймәнов, В. Псәнчин, Ғ. ҡунафин, Ә. Аҙнабаев, И. Ғәләүетдинов, Р. Шәкүров, Д. Тикеев, М. Нәҙерғолов йорт-музейға һуҡмаҡты һис кенә лә һыуытманы. Ошо үҙе үк лингвист, полиглот Жәлил Кейекбаевтың иҫтәлегенә иң изге, ихлас күрһәтелгән тоғролоҡ түгелме ни?
Ж. Кейекбаев тәрбиәләп ҡалдырған, аҡыл, зиһендәрендә илһам, дәрт осҡондары ҡабыҙған, хәҙер инде исемдәре танылыу алған күпме шағир, яҙыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре бар!
Ж. Кейекбаев тик ғилми-әҙәби эш менән генә шөғөлләнмәне. Туған телебеҙҙең серҙәренә тәрән төшөнгән юғары әхлаҡлы, әҙәпле, интеллектлы, туған телгә ғүмере буйына тоғролоҡ һаҡлай алған уҡытыусы кадрҙары әҙерләүгә ифрат күп көс һалды. Арҙаҡлы ғалимдың телебеҙҙең бөйөклөгөн, байлығын, боронғолоғон асыуға бағышлап һөйләгән лекция-дәрестәрен тыңлап уҡыған, педагоглыҡ эшенә сикһеҙ тоғролоҡ һаҡлап, туған телебеҙҙе төрлө-төрлө ҡыҫымдар, ҡоршауҙар менән сикләүгә юл ҡуйған замандарҙа ла уға ышаныслы ҡалҡан булып торған, хәҙер инде күптән хаҡлы ялда көн иткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла һанап бөткөһөҙ. Улар әле лә (иҫәндәре, әлбиттә) Ж. Кейекбаевтың уҡыусылары булғаны менән сикһеҙ ғорурлана.
1979 йылда июнь – июль айҙарында Өфөлә методик курста уҡығанда етәксебеҙ − педагогия фәндәре кандидаты, методист Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы Ғималова беҙҙең бөтәбеҙҙе лә мәрхүм Жәлил Кейекбаевтың ҡәберенә алып барҙы, сәскәләр һалдыҡ, уның рухына баш эйҙек. Бөтәһе лә әлегеләй хәтерҙә. Әле уның уҡыусылары йәшәй икән, мәшһүр шәхестең рухы ла беҙҙең ғүмерҙә йәшәүен дауам итә.
Башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы Жәлил Кейекбаевтың исеме үҙен туған телгә хеҙмәт итеүсе тип һанаған һәр кем өсөн ҡәҙерле, яҡын. Йорт-музейға килеүселәрҙе теркәй барған китап­ҡа күҙ һалып та, уның хеҙмәте алдында баш эйеүселәр, оло рәхмәт белдереүселәрҙең күп икәнлегенә инанаһың.

Ғалимдың ижади архивынан

Донъяға билдәле ғалим-төркиәтсе, хәҙерге башҡорт теле ғилеме мәктәбенә нигеҙ һалыусы мәшһүр яҡташыбыҙ Жәлил Кейекбаевтың кинйә улы Морат Кейекбаев атаһы иҫтәлегенә асылған йорт-музейҙы экспонаттар менән тулыландырыу­ға ихлас күңелдән ярҙам итә. Уның музейға ебәргән экспонаттары араһында ҡәҙерле табыштар бар. Мәҫәлән, «Туғандар һәм таныштар» романының нисек яҙылыуы, яҙыусының әҫәргә тотоноуының маҡсаты һәм башҡа мәсьәләләр тураһында яңы яҙмаларға байыныҡ.
Әҙип үҙе яҙғанса (был ҡулъяҙма һаҡлау өсөн музейға ҡабул ителде), «Туғандар һәм таныштар» романы 1928 йылда уҡ яҙыла башлай. Ул саҡта Ж. Кейекбаев педагогия рабфагында уҡып йөрөй. Уға ни бары 17−18 йәш. «Литературная газета»ла «Туғандар» тип кенә исемләнгән повесы ошо уҡ йылда баҫылып сыға. Ә 1939 йылдың көҙөндә М. Ғафуриҙың юбилейы алдынан Башҡортостан Яҙыусылар союзында уҡыла. Күрәһең, автор был әҫәрен артабан киңерәк планлы, ҙурыраҡ күләмле итеп эшләүҙән һис тә туҡталмаған. «Яҙыу процесы ауылда әкрен барҙы», − тип яҙа ул үҙ ҡулы менән. Артабан дауам итеп, йәнә өҫтәй: «Мәскәүҙә уҡығанда ете-һигеҙ табаҡ эскиздар әҙерләнә».
Мәскәүҙә Морис Торез исемендәге сит телдәр институтында ла әҙәби ижад эшмәкәрлеген әүҙем алып бара. Оло маҡсаттар менән йәшәй. Әҫәрҙә сағылдырырға теләгәнен ул ҡағыҙға ошолай теркәй:
− революцияға тиклемге тау-урман башҡорттарының тормошон, көнкүрешен, көнитмешен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырырға тырышыу;
− синфи көрәште бөтә тәрәнлеге менән бирергә ынтылыу;
− урындағы башҡорт пролетариатының формалаша башлауын сағылдырыу (Богоявленск-Красноусол быяла заводы, Стәрлетамаҡ һәм башҡа урындарға бәйләп);
− башҡорт телен роман яҙа алырлыҡ тел дәрәжәһенә күтәреү («Бында мин маҡсатҡа ирешкәнмен, Харистың әйтеүенә ҡарағанда!» (Әхнәф Харис − филология фәндәре докторы, профессор, Ж. Кейекбаевтың иң яҡын дуҫтарының береһе − авт.).
− интенсив эшләгән саҡ. 1944 йыл йәйенән − Мәскәүҙән ҡайтып, фатир алғас!
− башта уйланғайны НЭП-ҡа килеп бөтөрөргә − 20 табаҡта, ләкин граждандар һуғышы дәүеренең ауыр сағы − был бер, икенсенән, Октябрь революцияһына тиклемге дәүер − үҙе бер оло дәүерҙең алды (Февраль революцияһына килеп бөтә) әҙер. Рецензенттарҙың күрһәтеүҙәренән һуң эшләү.
Сюжеттың башта йәшерелеүе, Сөнәғәт образының йомшаҡ булыуы (кәрәкмәгән деталдәрҙең күп булыуы).
Хәҙер мин уйлайым: ул етешһеҙлектәрҙән ҡотолдом. Интрига баштан уҡ асыла бара. Һәр бер кеше бер эшкә ярай. Ә геройҙарҙың ҡайһы берҙәре бында бик кәрәкмәгән һымаҡ, ә икенсе китапта уларҙың образдары йәнә эшләнәсәк.
Тел. Геройҙарҙың теле (Ғариф староста: биреү кәрәк, алыу кәрәк). Һәр бер һүҙ ҡиммәтле. Тарихи һүҙ һәм һүҙбәйләнештәр. «ҡырым сиреүе шикелле», «Өҫтөндә капоты һуйылып бөткән» һ.б.
Көнкүреш һәм кәсепкә бәйләнгән һүҙҙәр: ҡортсолоҡ, малсылыҡ, урман кәсебе, туҡыу һөнәренә бәйле һүҙҙәр һәм башҡалар. Йөкмәткеһе. 1911 йылғы аслыҡтан һуң булған тормоштоң күтәрелә башлауы һәм башҡалар…
Ошо әҫәрҙе ижад иткәндә Ж. Кейекбаев менән оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт педагогия инситутында, һуңынан университетта бергә эшләгән күренекле яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Әмир Чаныш Ж. Кейекбаевҡа: «Кемгә йүнәлеш тотаһың? Михаил Шолоховҡамы йәки башҡа берәүгәме?» − тигән һорау бирә. Эйе, ул йылдарҙа ижад итеүсе әҙиптәр араһында кемгәлер эйәреү, кемдәндер үрнәк алыу, өйрәнеү кеүек ҡараш тамыр йәйгән була.
«Туғандар һәм таныштар» романының кемгә булһа ла эйәреп яҙылыуы хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Бының хатта бер ниндәй ҙә ихтималлығы ла юҡ. Жәлил Кейекбаевтың был әҫәре башҡорт әҙәбиәте тарихында талантлы әҙиптәребеҙ − романсыларыбыҙ − 20 − 30-сы йылдарҙа уҡ иң беренсе «Боролош» романын ижад иткән Ғәйнан Хәйриҙең (1903 − 1938), «Ырғыҙ» романын ижад иткән Һәҙиә Дәүләтшинаның (1905 − 1954) батырлыҡтарын һәм ошо әҙиптәрҙең фажиғәле яҙмыштарын ҡабатлаған ижад емеше булды. Был өс әҫәр ҙә уларҙы ижад итеүселәр үлгәндән һуң бик оҙаҡ йылдар үткәс кенә донъя күрә. Бына шуныһы бик тә аяныслы.
Ә бит алда исемдәре телгә алынған әҙиптәребеҙҙең эпик әҫәрҙәрендә күпте кисергән башҡорт халҡының, халыҡ булараҡ, тик үҙенә генә хас сифаттары ҡатмарлы үә ҡаршылыҡлы тарихи үҫеш юлы, милли йөҙө, асылы, фәлсәфәүи ҡарашы, бай ҙа, һоҡланғыс та рухи донъяһы, психологияһы, халҡыбыҙҙың иҫ китмәле тел хазиналарын ҙур оҫталыҡ, маһирлыҡ менән файҙалана белеүҙәре сәбәпле асыла.
Бөгөн шуныһы ҡыуаныслы: яҡташыбыҙ, оло әҙиптең, исеме бөтә донъяға билдәле ҙур ғалимдың аҡыл емеше − әҙәби, ғилми мираҫтары халҡыбыҙҙың күңеленә үтеп инеп, рухи хазинабыҙ булып йөрәгендә мәңгелеккә урын алған.

Жәлил Кейекбаевтың
шәжәрәһе

Кесе-Табын ырыуы башҡорттары 1636 йылда ҡаранйылға ауылына нигеҙ һала. Был турала мәғлүмәтте шул ауылда 1875 − 1923 йылдарҙа йәшәгән Аҫылбаев Ноғман Ғәйнетдин улы яҙып ҡалдыр­ған. Кем һуң ул был кеше? Ул Үтәк ауылы мәҙрәсәһендә һәм ҡырмыҫҡалыла башланғыс белем ала, биш йыл ҡаҙағстанда уҡытып йөрөй. Һуңынан Белорет районының Баҡый ауылында уҡыта. Аҡташ ауылында уҡытып йөрөгәндә үлеп ҡала һәм ҡаранйылғаға алып ҡайтып ерләнә. Ни бары 48 йыл ғына йәшәп өлгөргән мөғәллим шиғырҙар ҙа яҙған.
ҡаранйылға ауылына Үтәш, Яугилде, Үзбәк ауылдарынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. Ауылда «таҙлар», «татарҙар» тигән араларҙың булыуы ла билдәле. Был турала шул ауыл кешеһе Аҫылбаев Сәмиғулла Ғәйнетдин улының (1897 − 1979) ҡулъяҙмаларында мәғлүмәттәр бар.
Уның шулай уҡ Ж. Кейекбаев музейында ҡаранйылға, Туғай ауылдарына ҡағылышлы, ырыу-ҡәрҙәшлекте тасуирлаған, ара-аймаҡтар хаҡында фекерҙәре иғтибарға лайыҡ. ҡаранйылғаға Үзбәк ауылынан күсеп килеүселәр араһына Кейекбаевтар нәҫеле ҡарай.
Бына, мәҫәлән, Кейекбаевтар шәжәрәһе: Әлмөхәмәт, унан Ишмөхәмәт, унан Кейекбай, Кейекбайҙан Кинйәбай, Мөхәмәтдәмин һәм Йәноҙаҡ, Мөхәмәтдиндән − Заһит, Заһиттан Сибәғәт, Ғиниәт, Хәмит һәм Хәлил тыуа. Ғиниәттең (1885 − 1969) ҡатыны Ғәрифә. Был ғаиләлә 1911 йылдың 25 октябрендә атаҡлы ғалим Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев тыуа.
Ғиниәт Кейекбаев ер эшкәртеү, малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Үтәк мәҙрәсәһендә белем ала, 1914 йылда Беренсе империалистик һуғышта ҡатнаша. Һуғышта артиллерист-бомбардир була. 1910 йылда хәрби часть биргән «Отличный бомбардир-артиллерист» булыуын белдергән аттестаты ҡаранйылғала музейҙа һаҡлана. Бик тә уҡымышлы, сәсән кеше була, үҙ ауылында имам-хатип булып эшләй. Бәйеттәр ҙә сығара. «Ғиниәт бәйеттәре» «Башҡорт халыҡ ижады» («Бәйеттәр» томында) китабында донъя күргән. Жәлилдән Искәндәр (1942 йыл), Ильяс (1945), Зөһрә (1949 йыл), Морат (1959 йыл) тыуа.
Искәндәр Кейекбаев БДУ-ның физика факультетын тамамлай, хәҙер отставкалағы милиция полковнигы. Ильяс − Ленинград институтында, Зөһрә ҡаҙан педагогия институтында белем алған. Морат БДУ-ны тамамлай. Тарих фәндәре кандидаты, социология фәндәре докторы. Бөтәһе лә Өфөлә йәшәй. Жәлил Кейекбаевтың ҡатыны – Нәфисә Хәлил ҡыҙы Үтәш ауылыныҡы. Данлыҡлы Халиҡовтар нәҫеленән. Уҡымышлы бер зат, мөфтөй, мәғариф бүлеге мөдире Мансур Халиҡовтың туғаны Хәлил Халиҡовтың ҡыҙы (1922 − 1988).
ҡаранйылға ауылындағы фамилияларға иғтибар итһәк − Сибәғәтовтар, Кинйәбаевтар, Йәноҙаҡовтар, Сөләймәновтар, Фәтҡоловтар, Йәрмиевтар − һәммәһе лә бер ырыу шәжәрәһен тәшкил итә.
Ишкә – ҡуш, тигәндәй, халҡыбыҙҙың ғорурлығы, милләтебеҙ уҙаманы Жәлил Ғиниәт улының дан-шөһрәтенә уның ырыу-ҡәрҙәштәренең дә хеҙмәте нур өҫтөнә нур өҫтәп, ғорурлығыбыҙҙы тағы ла сағыу балҡышлы итә.
ҡаранйылғала бөгөн йөҙҙән ашыу йортта дүрт йөҙгә яҡын кеше йәшәй. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ишмөхәмәт олатайҙың исеме ауылдан 3 − 4 саҡрым алыҫлыҡтағы «Иштей һыҙаһы» (буйы) тигән топонимик атамала йәшәй. Уның атаһы Әлмөхәмәт олатайҙың исеме лә «Әлеш ҡырлаһы» тигән атамала нығытылған. Ауылдан 10 − 12 саҡрымдағы «Үтәш ултырышы» тип аталған топонимдың да был ауыл менән Үтәш ауылы араһындағы бәйләнештең нигеҙе булыуын иҫбатлай.

Ғиндулла ШӘЙӘХМӘТОВ,
Жәлил Кейекбаев музейы директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Ғафури районы.

(Аҙағы. башы 81-се ханда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға