18.10.2011 Ул беҙҙең шағир ине...
Күп милләтле Башҡортостан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе: Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус телле яҙыусылар берекмәһе рәйесе, «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Александр Павлович Филиппов оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң вафат булды.
Ул ил улы, Башҡортостан улы ине.
«И если б меня спросили
и был бы мне выбор дан,
я выбрал бы снова Россию,
в ней – солнечный Башкортостан»,
– тип яҙҙы халыҡ шағиры. Алты тиҫтәнән ашыу йыл ижад ғүмерендә шағир утыҙҙан артыҡ төрлө жанрҙа төрлө әҙәби төрҙә китап сығарҙы. Уның шиғырҙарын рустар ғына түгел, башҡорттар, татарҙар, башҡа милләт вәкилдәре лә яратып ҡабул итте. Күгәрсен районының Йомағужа ауылында (хәҙер ҡасаба) тыуып үҫкән, Башҡортостан халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-моңдарын һәйбәт белгән, үҙен ысын мәғәнәһендә Башҡортостан улы тип таныған Александр Павлович башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен Рәсәй, донъя күләменә сығарыуға күп көс һалды. Ул тиҫтә-тиҫтә башҡорт шағирҙарының шиғырҙар-поэмаларын, күләмле проза әҫәрҙәрен аңлап-тойоп тәржемә итеп, рус уҡыусыларына еткерҙе. Уның сценарийы буйынса алтмышынсы йылдарҙа төшөрөлгән «Башҡорт балы» исемле документаль фильм Бухареста үткәрелгән халыҡ-ара конкурста беренсе урын алды.
Мостай Кәрим: «Александр Филиппов беҙҙең шағир, Башҡортостан шағиры. ҡайҙарға ғына бармаһын, нимә тураһында ғына яҙмаһын, уның баш осонда Башҡортостан ҡояшы яна, мөхитендә Башҡортостан тупрағының хуш еҫе аңҡый, ҡан тамырҙарында ике моң – рус һәм башҡорт моңо ағыла һымаҡ», – тип яҙҙы уның хаҡында. Александр Филиппов республиканың күп милләтле мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Салауат Юлаев ордены менән дә лайыҡлы рәүештә бүләкләнгәйне. Ғүмеренең һуңғы көндәренәсә ҡулынан ҡәләме төшмәне...
Хуш, Шағир. Башҡортостан йәшәгәндә, һинең исемең дә, ижадың да онотолмаҫ.
«Йәшлек»тәр.