«Йәшлек» гәзите » Хәтер » ИЛ УЛДАРЫ МЕНӘН ДАНЛЫҠЛЫ



20.09.2011 ИЛ УЛДАРЫ МЕНӘН ДАНЛЫҠЛЫ

ҡырмыҫҡалы районында күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың 170 йыллығына арналған байрам үтте
ИЛ УЛДАРЫ МЕНӘН ДАНЛЫҠЛЫ
Быуатҡа бер тапҡыр
Һәр халыҡ үҙенең данлыҡлы, уҡымышлы улдары менән мәртәбәле. Әйтәйек, ҡырмыҫҡалы тиһәләр, иң тәүҙә М. Өмөтбаев, Ғайса Хөсәйенов, Миәкә тиһәләр, Аҡмулла, Ғафури тиһәләр – Ғафури, Жәлил Кейекбаев, Тәтешле тиһәләр, Ғәли Соҡорой иҫкә төшә. Шулай, һәр яҡ үҙенең күренекле шәхестәре менән данлы ла, иҫтәлекле лә.
ҡырмыҫҡалылар әҙәбиәткә, сән­ғәткә, ғөмүмән, илгә башҡорт зыялыларын иң күп биргән төбәк ул.
Ибраһим ауылы ғына, Мөхә­мәтсәлим Өмөтбаевтан башҡа, тағы ла ҙур ғалим һәм яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтовты, данлыҡлы бейеүсе Рәүилә Хажиеваны биргән. Әле бына был данлыҡлы ауылға юлланғанбыҙ. Арбабыҙ тулы бермә-бер арҙаҡлы ил улдары.
Юлда барғанда, шулай уҡ ҡыр­маҫҡалы яғының тағы бер аҫыл заты Ирек Кинйәбулатов: «Ике-өс айҙан Ибраһимға тағы киләбеҙ әле. Бөгөн Мөхәмәтсәлим бабайҙың 170 йыллығын билдәләһәк, йыл аҙағында Тимерғәленең 70 йәшен уҙғарасаҡбыҙ», – тип ҡуйғайны, кемдер, шағир ҡәҙим Аралбаев, буғай, шулай ул, арҙаҡлы заттар быуатҡа берәү генә тыуа, тип шаяртып та ҡуйҙы. Уйлаһаң, ысынлап та, ике шәхестең йәш араһы теүәл 100 йыл икән.
ИЛ УЛДАРЫ МЕНӘН ДАНЛЫҠЛЫ
Ауылға килеп етер алдынан һыбайлылар ҡаршы алды. Уҡ-һаҙаҡ тотҡан яугирҙың да, йорттоң ҡот-усағын һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙың да саптарҙары шәп ине, биш саҡрым араны абынмай-нитмәй, беҙҙең тимер ылауҙы оҙата килде. Ихлас, йәнде тулатҡыс күренеш ине. Башҡорттарҙың яугирлығы ла, ҡунаҡсыллығы ла, ғорурлығы ла һалынған ине был йолала. Аттарҙы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың йорт-музейы янына бәйләнек. Унда бөгөн бюст асыла. Музей илаһи урында урынлашҡан, тирә-яғын ҡайын, йүкә, шыршы ағастары уратып алған, бер яҡта күл ялтырап ята, алдында – оло мәсет. Күңел генә түгел, рух ял итә бында. Халыҡ күп йыйылғайны. Данлыҡлы улдарының уртаҡ байрамы бит.
Күренекле мәғрифәтсенең бюсын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, башҡорт халҡы бер ҡасан да рухи лидерҙар­һыҙ йәшәмәгән, тип билдәләне. Мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин иһә мәктәптә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ижадын өйрәнеү мәсьәләләренә туҡталды. Респуб­лика милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, шәхестәрҙең данын, мираҫын һаҡлай алыу­ҙарына һоҡланып, ҡырмыҫҡалыларға рәхмәтен белдерҙе.
Таҫма киҫелде, аҡ япма тартылды. Беҙ картиналарҙа күреп өйрәнгән эшләпә кейгән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың һыны ҡалҡты. Сабыр ғына ҡарашы һәр беребеҙгә төбәлгән кеүек. «Һөйөн, Мөхәмәтсәлим олатай, вариҫтарың һинең васыятыңа тоғро», – тип өндәшке килә. Яҙыусылар, килгән ҡунаҡтар һәйкәлгә сәскә һалғанда, бер бала, был бабай әле һөйөнәме икән, тип һорап ҡуйҙы әсәһенән. Шул саҡ бойоҡ торған көнгә нур өҫтәп, ҡояш килеп сыҡты. Хатта күҙ сағылып китте. Һөйөнмәй буламы, ана, ҡалай яҡтырып китте тирә-яҡ, тип ҡуйҙы балаһын һөйөп әсә кеше.
ИЛ УЛДАРЫ МЕНӘН ДАНЛЫҠЛЫ
Музей эстән дә бик күркәм һәм бай. Уның фондында бик күп ҡомарт­ҡы һаҡлана. «М. Өмөтбаевтың шәхси әйберҙәре ҙур коллекция булып тора: самауыр, кәрәсин лампаһы, ҡара һәм шәкәр һауыттары, тәрилкәләр, сәнс­келәр бар», – тип һөйләй музей­ҙы булдырыуға күп көс һалған, ике тиҫтәнән ашыу йыл изге йорттоң директоры булған Ғәзимйән Ибраһимов. Витриналарға башҡорт мәғрифәтсеһенең шәхси документтары һәм фоторәсемдәренең күсермәләре ҡуйылған. Бигерәк тә эш өҫтәле һәм уның өҫтөндә ғалимдың үҙ ҡулы менән эшләгән мосолман балалары өсөн ғәрәп телендәге донъя картаһы иғтибарҙы йәлеп итте. Был берҙән-бер карта түгел, әлбиттә. Ғалим ырыу, улус, ауыл ерҙәренең дә картаһын төҙөгән. Ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов бер тарихты иҫкә алып үтте: «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың килене Нәғимә әбей һөйләй торғайны: «Сәлим бабайҙың карталары йыртылмаһын өсөн ҡамыр менән йәбештерелеп ҡуйылғайны. Аслыҡ йылдарында нишләргә белмәй, шул карталарҙы туҡмас итеп ҡырҡып бешерә торғайныҡ».
Ғөмүмән, Өмөтбаевтар – заманы өсөн генә түгел, хатта ки бөгөн дә бик алдынғы ҡарашлы, көслө, уҡымышлы нәҫел. Мөхәмәтсәлим үҙе лә, ағаһы Фәхретдин кантон да – ваҡытында Рәсәй батшаһы коронацияһында ҡатнашҡан ил улдары. Унда улар ентекле әҙерләнеп бара. Маһир һунарсылар, өйрәтелгән ыласын-бөркөттәр ҙә алып баралар. Император Александр II менән һунарға ла сығалар. Был турала Ф. Рубоның картинаһы ла бар. Алғы планда Фәхретдин Өмөтбаев төшөрөлгән булырға тейеш, тип иҫәпләй тарихсылар. Һунарсыларҙың маһирлығына таң ҡалған император һоҡланыуын йәшермәй, бармағынан гәүһәр йөҙөгөн сисеп, Фәхретдингә бүләк итә. Был тарихта теркәлгән ваҡиға.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев мөфтөй Сәлимгәрәй Тевкелевтың ярҙамсыһы һәм тәржемәсеһе булараҡ бара. Уға ул рус һәм ғәрәп телендә яҙылған 500 һумлыҡ альбом бүләк итә, батша, уның зирәклегенә, уҡымышлылығына яуап итеп, 20 мыҫҡаллы миҙал һәм бик күп грамота бүләк итә.
ИЛ УЛДАРЫ МЕНӘН ДАНЛЫҠЛЫ
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев эш өҫтәле янында Мөхәмәтсәлимдең бүләһе Рихард Өмөтбаев менән һөйләшеп торған академик Ғайса Хөсәйеновҡа мәғрифәтсенең ултырғысына ултырырға тәҡдим итәм. Шулай үҙҙәрен тарихҡа ҡалдырмаҡсымын. «Юҡ, уның өсөн Өмөтбаев булырға кәрәк», – тип йылмая ғалим. Рихард ағай: «Һеҙ уның данлыҡлы вариҫы, ырыу­ҙашы, моғайын, ҡаршы булмаҫ ине», тигәс, Ғайса ағай ризалашты: «Улай ҙурлағас, бүләһе лә ҡыҫтағас, ултырайыҡ әле». Бер данлыҡлы Табын ырыуы улының эш өҫтәле артында икенсе мәртәбәле Табын уҙаманын фотоға төшөрҙөм. Быуындар араһында бәйләнеш булғанда, эштәр дауам иткәндә генә ил йәшәй бит. Киләсәктә Ғайса ағайҙың эш өҫтәленә ултырып ҡарарҙай лайыҡлы алмаштарға өмөт итә халыҡ. Улар буласаҡ та. Әйткәндәй, Ғайса ағай­ҙың уҡыусыһы, билдәле ғалим, БДУ профессоры Ғиниәт ҡунафин Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге абруйлы премияның быйылғы лауреаты булды. Тимәк, эш дауам итә, туған халҡының ысын патриоты Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ғилми ҙә, рухи ҙа эшмәкәрлеге ышаныслы ҡулдарҙа. Күренекле мәғрифәтсенең һәр эшен архивтарҙан эҙләп табып, бөгөнгө аңлайышлы телгә килтереп, һәм, әлбиттә, ентекләп өйрәнеп, ҡасандыр кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған Ғ. ҡунафин, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты Башҡортостан, Рәсәй күләмендә генә түгел, донъя кимәлендә өйрәнергә кәрәк, тип билдәләне. Күп төрки илдәрендә башҡорт халҡының арҙаҡлы улының хеҙмәттәренә йыш мөрәжәғәт итәләр.
Быйыл шулай уҡ премия Рихард Өмөтбаевҡа һәм Шәрипҡол ауылынан «Ынйы» фольклор ансамбле етәксеһе Гөлдәр Моратоваға бирелде. 81 йәшлек Рихард бабай үҙенең ата-бабалары менән ғорурланыуын йәшермәне. Ул үҙенең сығышын: «Ете быуынымды беләм һәм бар килендәрем дә башҡорт», – тип тамамланы. Тимәк, Өмөтбаевтарҙың тамыры дауам итә, башҡорт, башҡорт теле, башҡорт ере, тип әсенеп яҙған, көрәшкән Мөхәмәтсәлим олатайҙың рухы ейәндәрендә, бүләләрендә йәшәй.
Килгән ҡунаҡтар ауыл халҡы менән осрашырға ла, зыярат ҡылырға ла өлгөрҙө. ҡырмыҫҡалылар мәғрифәтсенең ҡәберен ҡарап ҡына ҡалмаған, мәғәнәле бер мемориалға әйләндергән. «ҡәбер ташын һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ. Рәшәткәгә ҡурай, китап, ҡаурый ҡәләм төшөрөү дөрөҫ булыр тип уйланыҡ. ҡаралған ҡәбер – күрһәтелгән ҡәҙер бит ул», – тине Фәнзил Сыңғыҙов. Ғөмүмән, хакимиәт башлығы, үҙе тарихсы, районының патриоты булараҡ, шәхестәргә ҡарата бик иғтибарлы. Әлбиттә, әле һәр ерҙә уңыш йыйыу эше менән мәшғүл ҡырмыҫҡалылар. Иген урып-йыйылып бөтөү өҫтөндә, сөгөлдөр ҙә бик уңған, тинеләр, бер нисә көндән уға ла төшәсәктәр. Шундай хәстәр­ҙәр араһында шәхестәренә хөрмәт күрһәтә алыуҙары һоҡланыу тойғолары ғына уята.
ИЛ УЛДАРЫ МЕНӘН ДАНЛЫҠЛЫ
Тимерғәле Килмөхәмәтов, мемориалға ҡарап, шулай уҡ һоҡланыуын йәшермәне: «ҡәбер ташы үткән быуат башында, йәғни 1907 йылда ҡуйылһа ла, бер генә сантиметрға ла ҡыйшайғаны булманы. Ни өсөн? Сөнки ҡәбер буш түгел, ил ағаһының кәүҙәһен китаптары менән бергә күмгәндәр, тиҙәр. Шул ташты ҡалдырыу ғына түгел, ә уға тағы ла мәғәнә бирә алыуығыҙ һоҡландыра, яҡташтарым».
Төштән һуң байрам саралары район үҙәге ҡырмыҫҡалыла дауам итте. Район мәҙәниәт һарайында Өмөтбаев уҡыуҙары үтте. Академик Ғайса Хөсәйенов яҡташының башҡорт халҡы тарихындағы роле хаҡында һүҙ алып барһа, тағы ла бер билдәле ғалим, шулай уҡ ҡырмыҫҡалы ир-уҙаманы Фәнзил Санъяров Өмөтбаевтың яҙмаларының тел үҙенсәлектәренә туҡталды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Азамат Юлдаш­баев мәғрифәтсенең әҫәрҙәренең бөгөн дә актуаль булыуын иҫбат итте. «ҡы­лыс болғап ҡына илде һаҡлап булмай. Ерең, илең, милләтең өсөн йөрәгеңдән, аҡылыңдан сыҡҡан һүҙ­ҙәрҙе халыҡҡа еткереү яугирлыҡ түгелме ни?! – тине Азамат Рәмил улы. – Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев − халҡыбыҙҙың феномены, зыялылыҡтың иң юғары өлгөһө».
Сығыш яһаусы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың әҫәрҙәренән бер нисә өҙөк килтереп үтте. «Башҡорттарҙы ҡытай сәйе, араҡы һәм шәкәр ныҡ бөлдөрҙө... Аҙнаһына 10 бот иген һатып, ғаиләгә бер аҙнаға саҡ-саҡ етерлек 1 фунт сәй менән 4 фунт шәкәр алырға мәжбүр булған халыҡ нисек итеп мантыһын инде...», «Аҙмы-күпме грамотаһы булған мосолмандар, шул иҫәптән мин дә, башҡорттар араһында Европа фәндәрен уларҙың үҙ туған телдәрендә уҡытыуҙы мәғрифәт таратыуҙағы иң мәшәҡәтһеҙ һәм иң дөрөҫ юл тип һанай» тигән һәм башҡа миҫалдар килтереп, идара рәйесе ил улының бөгөн дә беҙҙең арала, беҙҙең замандаш булып һыҙланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был юлдарҙан һуң зал тынып ҡалды, күптәр уйға батты.

Мөнир ҡУНАФИН.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға