«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Ағайҙарым менәН ғорурланам



18.06.2011 Ағайҙарым менәН ғорурланам

«Мин ҙурайғас, хәрби булам», − тип бәләкәй саҡта әйткән һүҙен һәр егет хәтерләйҙер. «Ә ниңә булмаҫҡа? Хәҙер мөмкинлектәр сикһеҙ,− тип һүҙен башланы ағайым Илгиз Хатмуллин. Бәләкәйҙән бик яҡшы уҡыған, спорт яратҡан яҡыным хәҙер Санкт-Петербург хәрби-диңгеҙ инженер институтында эшләй, «Огонек» һыу аҫты кәмәһенең уҡыу-транспорт полкында өлкән инструктор, мичман дәрәжәһендә.
Ул, Хәйбулла районының Байғусҡар урта мәктәбенең 9-сы класын тик яҡшы билдәләргә тамамлағас, 110-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Ләкин бала саҡ хыялы уға тынғы бирмәй, гел ҡайҙалыр әйҙәй. ҡустыһы Илшат та унан ҡалышмай, хәрби булырға йыйына. Санкт-Петербургта хәрби-диңгеҙ училищеһы барлығын белгәс, имтихандарға әҙерләнеп, бер үҙе алыҫ юлға сыға. Рәсәйҙең иң күр­кәм, иң бо­рон­ғо тарихи ҡа­лаһында егет ты­рышып уҡый. Уҡып бөтмәҫ элек, командиры эшкә ҡалырға һорай. Шулай итеп, ул училищела үҙ кеше булып китә.
Ә инде Илшат ҡустыһын хәрби кешеләр имтиханда күреп, һис шикһеҙ, ағаһына оҡшағандыр, тип уйлайҙар. Өмөттә­ре аҡлана, ул да училищены тамамлай һәм эшкә ҡала.
Илгиз ағай студенттарҙы белем үрҙәренә әйҙәһә, Илшат ағайға сал диңгеҙ ҡосағында хәрби «учебка»ларҙа булыу оҡшай, Северодвинскиҙа хеҙмәт итә.
«Урыҫтар араһында башта мин бер үҙем инем. Әсәйем шылтыратһа, саф башҡорт телендә һөйләшәм. Дуҫтарым ауыҙ асып тыңлай, йығылып ятып көлгәндәре лә бар. Кемгә нисектер, ләкин башҡорт теле − иң яҡыны, һағындырған тел. Хәҙер рәхәт, Башҡортостандан егеттәр күпләп килә»,− ти ул.
Бөгөн Айгиз ағайым да, ошо уҡ училищены тамамлап, Камчаткала һыу аҫты кәмәһендә электротехник дивизион технигы, икенсе статья старшинаһы.
Мин хәрби ағайҙарым менән бик тә ғорурланам һәм уларға еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем.

Айгөл ҒИЛӘЖЕТДИНОВА.
Хәйбулла районы,
Байғусҡар ауылы.

һүрәттәрҙә: Илгиз һәм Айгиз ағайҙарым.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға