«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Беҙҙең йәшлек йырсыһы һин, Радик



05.04.2011 Беҙҙең йәшлек йырсыһы һин, Радик

Беҙҙең йәшлек йырсыһы һин, РадикМартта Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Радик Арыҫлан улы Гәрәевҡа 55 йәш тулған булыр ине. Үкенескә күрә, ул беҙҙең аранан бик иртә, 40 йәшендә генә китеп барҙы. Күрәһең, ундай таланттарҙың ғүмере бик ҡыҫҡа булалыр.

1996 йылда уның Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән концертында бер нисә тапҡыр булырға тура килде. Үҙе менән әҙерәк һөйләшеп тә торҙоҡ. Автограф алырға башҡа килмәгән. Ярай, быныһы мөһим түгел. Һүҙем уның башҡарған йырҙары хаҡында. Иршат Сиражетдинов дөрөҫ әйтә, теләһә ниндәй, шаҡы-шоҡо йырҙарҙы йырламаны Радик. Ул башҡарған һәр йыр шедевр булды, йырҙың ҡиммәтен, һиммәтен белеп йырланы. Рим Хәсәновтың Назар Нәжми шиғырына яҙылған, «Һыу һибегеҙ гөлдәргә» тигән йырҙы Радик башҡарыуында ишеткәндән һуң, Ришат Фазлиәхмәтов тигән дуҫым менән гел йырлап йөрөнөк. Ул үҙенә күрә беҙҙең гимнға әйләнде. Әле лә ҡайһы саҡ осраш­һаҡ, шул йырҙы йырламайынса ҡалған юҡ. Бик күп Радиктың йырҙары. Бер нисәһен генә әйтеп үтәйем: «Һағынырһың минең күҙҙәремде», «Һуң түгелдер», «Лилиә», «Мин һине яратам», «Гүзәлгә йыр», «Тамсы тама», «Уралым». Радик Гәрәев ул йырҙарҙың һәр береһен ысын күңелдән, йөрәктән сыҡҡан моң менән йырланы. Ә минең үҙемдең иң-иң яратҡан йырым – Айрат ҡобағошовтың Гәрәй Рәхим һүҙҙәренә яҙылған «Һағышланма» тигән йыры. Уны бик күп тыңлағаным бар. ҡайһы берҙә «Юлдаш» радиоһы эфирында ла яңғырай. Фәрит Бикбулатов та башҡара был йырҙы. Тик минең өсөн Радик Гәрәевтың йырлағаны яҡын. Ул замандарҙа бит клип тигән нәмә юҡ ине. Бына «Һуң түгелдер» тигән йырҙы Радик Ағиҙел йылғаһы күпере эргәһендә йырлай. Бик шәп килеп сыҡҡан. Хәҙер бит бәғзе бер йырсылар үҙҙәренең нимә хаҡында йырлағанын да белеп етмәй, йырҙың һүҙҙәрен ятлап алалар ҙа, фонограмма ҡуйып, әйҙә торалар сәхнәлә, робот һымаҡ ауыҙҙарын ҡыбырлатып. Ә клип тигәнең йырҙың тексына, мәғәнәһенә бөтөнләй тап килмәй. Йырсы йылға тураһында йырлай, ә клипта тауҙы төшөргәндәр, урман тураһындағы йырҙа сал ҡылғанлы ялан һүрәтләнгән... ҡайһы саҡта, ҡарап ултырам да, әллә мин үҙем аңламайыммы икән йырҙың мәғәнәһен, тип уйлап ҡуям. Шулай ҙа эстрадала, операла бик шәп талантлы йырсылар ҙа етерлек. Йәмил Әбделмәнов, Светлана Арғынбаева, Әлфиә Кәримова, Светлана Хәкимова, Гөлсөм Бикбулатова, ағалы-ҡустылы Туйсиндар. Тик ҡоро тауыш менән ҡысҡырыу­сылар күберәк. Бына Рәсәй эстрадаһы «йондоҙ»ҙары Ринат Ибраһимов, Лев Лещенконы алайыҡ. Һүҙ ҙә юҡ, улар – шәп йырсылар, икеһе лә Рәсәйҙең халыҡ артисы. Ә Радик улар­ға ҡарағанда ла шәберәк йырлай ине. Йырҙарын Сафуан Әлибаев, Зөһрә ҡотлогилдина кеүек талантлы шағир­ҙар, көйҙәрен ысын мәғәнәһендә виртуоз композиторҙар Рим Хәсәнов, Са­лауат Низаметдинов, Роберт Ғәзизов ижад итте. Ә хәҙер, әҙерәк нота белһәләр, үҙҙәре үк һүҙҙәрҙе рифмаға һалып, тоталар ҙа йыр яҙалар. Радик Гә­рәевтың йырҙарын күпме тыңлаһаң да биҙҙермәй, күңелгә шундай яҡын.
Ошо һөйөү тулы йырҙары өсөн йырсыға, уның вокал буйынса уҡытыусыһы, профессор Миләүшә Мортазинаға оло рәхмәтлемен. Һүҙемде Радик Арыҫлан улына арналған шиғыр менән тамамлайым.

Таңдарҙа йыр йырланың һин,
Тетрәндереп күңел ҡылдарын.
Тик аранан иртә китеп барҙың,
Йырланмайса ҡалды йырҙарың.
Һағышланма, моңайма, тип,
ҡайһы саҡта йырлайым мин.
Йырҙарыңда оло һөйөү бирҙең,
Беҙҙең йәшлек йырсыһы һин.

Әхмәҙулла ЯҡУПОВ.
Ишембай районы,
Әптек ауылы.


Радик Гәрәевтың репертуарынан

Һағынырһың

Һағынырһың минең ҡулдарымды,
Үткәнеңде уйлап әсенһәң,
Минән башҡа бер кем шулай
наҙлап
Һөймәгәндер йомшаҡ сәсеңдән.

ҡушымта:

Һағынырһың минең эҙҙәремде,
Минһеҙ үтер бер саҡ йылдарың.
Үҙем, күҙем, һүҙем, эҙем булып
ҡалыр һиңә бары йырҙарым.

Һағынырһың минең күҙҙәремде
Йөрәгеңдә йондоҙ ҡабыҙған.
Минән башҡа булмаҫ инде һиңә
Ғүмер буйы тоғро табынған.

ҡушымта.

Һағынырһың минең һүҙҙәремде,
Юҡ, уларҙы хәтерең юғалтмаҫ.
Минән башҡа һине бер кем
шулай
Өнһөҙ, һүҙһеҙ генә йыуатмаҫ.

ҡушымта.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға