«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Фәриҙә Ҡудашеваның исеме мәңгеләштереләсәк



26.02.2011 Фәриҙә Ҡудашеваның исеме мәңгеләштереләсәк

Фәриҙә Ҡудашеваның исеме мәңгеләштереләсәкРәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисткаһы, Баш­ҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республика­һының халыҡ артисткаһы Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы ҡудаше­ваның исеме мәңгеләштереләсәк. Саралар планы БР Хөкүмәтенең 2011 йылдың 21 февралендәге 147-р һанлы бойороғо менән раҫланды.
«Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң яңы урамдарының береһе уның исемен йөрөтәсәк. Бынан тыш, Октябрь революцияһы урамындағы ул йәшәгән йортто күренекле сәнғәт эшмәкәренең барельефы төшөрөлгән мемориаль таҡтаташ биҙәйәсәк.
Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙының тыуыуына 90 йыл тулыу хөрмәтенә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында хәтер кисәһе үтәсәк, ә 2012 йылда уның тормошо һәм ижады менән бәйле материалдарҙың дәүләт аудио һәм видеоархивын төҙөү планлаштырыла. Архив «Алтын фонд» серияһы сығарылышының һәм документаль фильмдың бер өлөшө булып торасаҡ.
Шишмә районының Келәш ауылында Фәриҙә ҡудаше­ваның йорт-музейы төҙөләсәк, ә Шишмә ҡасабаһы урамдарының береһе мәшһүр йырсының исеме менән аталасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға