«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Халҡыбыҙға аҡтамыр ғүмере юраны



19.02.2011 Халҡыбыҙға аҡтамыр ғүмере юраны

Халҡыбыҙға аҡтамыр ғүмере юраны«Урал тауҙарының көньяҡ өлөшөндә бер яғы тау һәм урман, икенсе яғы дала булған ауылда мал үрсетеү, бер аҙ иген сәсеү һәм урман эштәре менән көн күреүсе башҡорт һәм татарҙар араһында йәшәүсе урта хәлле крәҫтиәндең ябай тормошо – мине көткән яҙмыш шул ине... Шул уҡ ваҡытта был тау һәм йәйләүҙәрҙәге бик ябай тормошобоҙ, айырыуса уның һөйкөмлө тарихы, был тарихтың халыҡ хәтерендә йәшәп килгән ауаздары, бәләкәй сағымдан аңыма һеңеп, мине һуңынан көрәш барышында төрлө тәүәккәл ҡарар­ҙарға этәрерлек, төрөк һәм ислам ғилемдәренең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡарата төрлө пландар ҡороуға дәртләндерерлек кимәлдә йоғонто яһаны», – тип яҙған «Хәти­рә­ләр»ендә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Тыуған Башҡортос­таны, Көҙәне бер ваҡытта ла уның иҫенән сыҡмаған. Сәйәсмән булараҡ исеме оҙаҡ йылдар тыйылғандар рәтендә йөрөһә лә, ғәҙеллек өҫкә сығып, донъяға танылған ғалим булып иленә ҡайтты Вәлиди хаҡындағы хәтер. Яҙмыш уны йәшләй ҡаҡҡыланы-һуҡҡыланы, әммә ул, үҙен фәнгә арнап, лайыҡлы ғүмер юлы үтте. Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди Туған тигән профессор, шәрҡиәтсене бихисап илдәрҙә беләләр, уның хеҙмәттәрен өйрәнәләр.
2010 йыл Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) тарафынан Әхмәтзәки Вәлиди Туған йылы тип иғлан ителгәйне. Маҡсатлы йылда билдәле ғалимдың эшмәкәрлегенә арналған саралар ҙа төрлө илдәрҙә, шул иҫәптән Төркиә, ҡаҙағстан, Әзербайжан, ҡырым, Башҡортостан Республикаларында үтте. Тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы уның исемен мәңгеләштереү буйынса ла байтаҡ эш башҡарылды.
Вәлиди йылына йомғаҡ, әлбиттә, уның тыуған Башҡортостанында яһалды – был аҙнала Әхмәтзәки Вәлиди Туған көндәре уҙҙы. Уның сиктәрендә ғалимдың исемен йөрөткән республика Милли китапханаһында мемориаль таҡтаташ асылды, Конгресс-холда тантаналы йыйылыш үткәрелде, тыуған яғы – Ишембай тарафтарына сәфәр ҡылынды. Был сараларға ТӨРКСОЙ делегацияһы, Төркиә вәкилдәре лә килде. Милли китапханала Әхмәтзә­ки Вәлидигә таҡтаташ ҡуйылыу осраҡлы түгел, бында уның хеҙмәттәренең уникаль коллекцияһы туплан­ған.
– ҡәҙерле туғандарым, ҡан ҡәр­ҙәштәр! Башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға арнал­ған кисәлә ҡатнашыусыларҙы ысын күңелдән сәләмләйем, – тип башҡортса һүҙ башланы Конгресс-холдағы тантаналы йыйылышта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллинаның сығышынан һуң ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов.
2010 йылды башҡорт халҡының бөйөк улына арнау ҙа юҡҡа ғына түгел: ТӨРКСОЙ-ға ингән дәүләт һәм республикалар тарихын өйрәнеүгә Әхмәтзәки Вәлиди тос өлөшөн индергән.
– Вәлиди – еңел булмаған яҙмышлы шәхес. Ул донъяға билдәле шәрҡиәтсе булып танылып, күп илдәр­ҙең энциклопедияһына тап шул өлкә белгесе булараҡ индерелһә лә, Рәсәйҙә сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та билдәле. Ул Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыныуҙың башында тора. Әхмәтзәки Вәлиди Туған Рәсәй дәүләте составындағы республика автономияһы йүнәлешен аныҡ билдәләгән, – тине үҙ сығышында РФ мәҙәниәт министры урынбаҫары Александр Ненашев.
Төркиәнең мәҙәниәт һәм туризм министры урынбаҫары Кемаль Фахир Генч әйтеүенсә, икенсе Ватанына әйләнгән Төркиәлә Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙен ысын ғалим, арымай-талмай фәнгә хеҙмәт итеүсе шәхес итеп күрһәтте һәм һәр кем уны нәҡ шундай итеп хәтерендә һаҡлай. Вәлиди йылында был дәүләттә бик күп саралар үткәрелгән. Анкарала халыҡтың яратҡан ял урыны булған күркәм паркка уның исеме бирелеүҙе, Истанбул университетында мемориаль таҡтаташ ҡуйыуҙы билдәләп китергә мөмкин.
Әйткәндәй, исеме һәм абруйы Башҡортостанға ҡабат ҡайтҡан 90-сы йылдарҙан алып беҙҙә лә Вәлиди исемен мәңгеләштереү әүҙем бара. Республиканың Милли китапханаһы, Баймаҡ районының Темәс ауылы, Өфө урамдарының береһе уның исемен йөрөтә. Темәстә, Башҡор­тостандың тәүге баш ҡалаһында, башҡорт милли хәрәкәте лидеры хөрмәтенә беренселәрҙән булып саралар күрелде – бюст ҡуйылды, Вәлиди уҡыуҙары үткәрелә башланы, тәүге Башҡорт хөкүмәтенең музейы булдырылды. Ишембай районының Көҙән ауылында музей эшләй. Был юлы ТӨРКСОЙ вәкилдәре, Төркиә ҡунаҡтары унда ла барҙы. Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостанда Вәлиди көндәре тығыҙ көн тәртибе буйынса барҙы, тип билдәләй сараларҙа ҡатнашыусылар.
БР Фәндәр академияһы былтыр декабрҙә Әхмәтзәки Вәлиди Туған исемендәге миҙал булдырғайны. Әле ул ғалимдың хеҙмәтен һәм тормошон өйрәнеүҙә, исемен мәңгеләштереүҙә әһәмиәтле роль уйнаған шәхестәргә тапшырылды. Абруйлы наградаға: ТӨРКСОЙ ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов, уның урынбаҫары Фырат Пурташ, Төркиәнең мәҙәниәт һәм туризм министры урынбаҫары Кемаль Фахир Генч, Әзербайжан Мәҙәниәт һәм туризм министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Эльчин Ғафарлы, ҡаҙағстан Мәҙәниәт министрлығынан Асҡар Турғанбаев, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡыҙы, Төркиә Фәндәр академияһы ағзаһы Иҫәнбикә Туған, Анкараның Кечиорен округы мэры Мостафа Аҡ, Тарсус ҡалаһы мэры Борханетдин Коджамаз, тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры Марат ҡолшәрипов, философия фәндәре кандидаты Әмир Юлдашбаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург Нәжип Асанбаев лайыҡ булды.
Вәлиди көндәренә йомғаҡ яһау буйынса үткәрелгән матбуғат конференцияһында билдәләүҙәренсә, Төркиәнең баш ҡалаһы Анкараның Кечиорен округы менән Өфөнөң Совет районы хакимиәттәре араһында мәҙәни-социаль өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Төркиә делегацияһы составында эшҡыуарлыҡ тармағы вәкилдәре лә бар ине. ҡунаҡтар Башҡортостанда алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, халыҡтың ихлас булыуын, йышыраҡ килергә теләүҙәрен белдер­ҙе. Тағы шуныһы: тантаналы кисә һуңынан ойошторолған Баш­ҡортос­тандың сәнғәт оҫталары концерты иҫ киткес һоҡландырған.
А. ИШЕМҒОЛОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.


Һәйкәл

Зәки Вәлидиҙең һәйкәленән
Үткән саҡта һәр саҡ туҡталам...
Үҙ халҡыма түгел, сит халыҡҡа
Белем биргәненә уфтанам.

Иллеләгән ғилми асыш менән
Таң ҡалдырҙың бөтөн Ер шарын!
Эштәреңде ҡулға алғас ҡына
Тыуған илем белде һин барын.

Тамырҙарың һинең Уралыңда,
ҡаяларҙа үҫкән имән һин.
Гөлләмәне ҡәбереңә түгел,
Һәйкәлеңә килеп һалам мин.

Айырылған саҡта тыуған яҡтан
Бөркөт кеүек бейек остоңмо?
Ил ағаһы, һинең һүҙең хаҡтан,
Ата йолаларын тоттоңмо?

Уралымдың тәбиғәтен ятҡа,
Үҫемлеген һанап ҡат-ҡатҡа,
Нисә йылдар, тауҙар, сүлдәр аша
ҡул һонғанһың һаман башҡортҡа!..

Ышаныслы дуҫтар тотҡон булғас,
Диндәш дуҫтар һине ҡурсалай.
Ил азаматтары әсир булғас,
Нисек түҙҙең ситтә борсолмай?

...Ете тиҫтә йылдар елеп үтте,
Бәһлеүәндәр тыуҙы илемдә.
ҡәбереңә умырзая үҫһен,
Башҡортостан имен бөгөн дә!

Асия БИКБОВА,
мәғариф һәм хеҙмәт ветераны.
Баймаҡ районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға