03.06.2019 Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл
Үҙенең йәшәү дәүере аҙағына Советтар Союзы бер-бер артлы килгән тәбиғәт һәм техноген һәләкәттәрҙән дер һелкенә. Чернобыль АЭС-ында, Арзамас ҡалаһындағы шартлау, “Александр Суворов”, “Адмирал Нахимов” теплоходтарының батыуы, Әрмәнстандағы ер тетрәү кеүек оло бәлә-ҡаза илебеҙҙе, дәүләт ҡоролошон ныҡлыҡҡа һынаны.
Һәләкәттәр теҙмәһе араһында иң аяныслыһы тип 1989 йылдың 4 июненә ҡараған төндә булған Оло Тәләк фажиғәһе һанала. “ТрансСебер” тимер юлы магистраленең 1710-сы саҡрымында (Әшә – Оло Тәләк аралығында) газ шартлай. Тап шул мәлдә ул урындан “Адлер – Новосибирск” һәм “Новосибирск – Адлер” пассажир поездары үтеп барған була.
Илебеҙ тарихындағы иң оло тимер юл фажиғәһендә рәсми мәғлүмәттәр буйынса 575 кеше һәләк булған, 653-ө йәрәхәтләнгән. Әйткәндәй, был һан яҡынса ғына, сөнки поездарға күпләп билетһыҙ ултырғандар, өҫтәүенә, ул мәлдә пассажирҙарға билетты документһыҙ һатҡандар.
Тимер юлының 1710-сы саҡрымы Йыланлы тау тип аталған ерҙә бейектән үтә. Аҫ яҡта, бер саҡрым тирәһеләй урман эсенән газ үткәргес торба һалынған булған. Ни сәбәптәндер ул тишелгән һәм газ үҙәнде тултырған. Фажиғә алдынан был урындан үткән бер нисә поезд машинистары, газ еҫен һиҙәбеҙ, тип диспетчерға хәбәр иткән, тик ул быға әһәмиәт бирмәгән. Яҡын-тирәләге ауылдар халҡы ла ят еҫкә иғтибар иткән.
Фажиғә ҡара төндә, сәғәт 2-се 14 минутта булған. “Новосибирск – Адлер” һәм “Адлер – Новосибирск” поездары осрашҡан һәм шул мәлдә, тәмәке төпсөгөнәнме, тәгәрмәс ышҡылыу осҡононанмы, газ болотона ут ҡапҡан.
Күләмле шартлау яңғырағандан һуң янғын башланған. Ике поездың 37 вагонынан етәүһе тулыһынса янып бөткән, 26-һы эстән янған, 11-е, ысҡынып, юлдан ситкә ауған. Гигант янғында 250-нән ашыу кеше шунда уҡ көл-күмергә әйләнгән, ғаиләләре, кластары менән юҡҡа сыҡҡан. Теүәл һанды әйтеүе ҡыйын, ни өсөн тигәндә, эҫелеге 1000 градустан ашҡан ялҡында тимер ҙә ирегән.
Фажиғә таулы-урманлы урында ҡупҡас, тәүге ярҙам һуңлап килә. Күрше-тирәләге ауылдарҙан дискотеканан ҡайтып барған йәштәр ут-ялҡынға бара, Оло Тәләк станцияһынан машинист Сергей Столяров, электровозына платформа тағып, тәндәре бешкән кешеләрҙе ташый.
Махсус ярҙам 1 – 2 сәғәттән генә килеп етә. Утта янғандарҙы машиналарҙа Әшә, Иглин дауаханаларына килтерәләр, аҙаҡ Өфөгә вертолеттар ярҙамында оҙаталар. Улар өсәр минут һайын Дәүләт циркы янындағы майҙанға, өс дауахана янына ултырған. 4 июндә иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһенә барлыҡ йәрәхәтләнеүсе килтерелеп бөтә. Мәскәүҙән, Ленинградтан табиптар килә, Япониянан, Американан дарыуҙар ебәрелә.
Алдан әйткәнебеҙсә, фажиғәлә һәләк булыусылар рәсми иҫәпләнгән 575 кешенән күпкә артыҡ. Ни өсөн тигәндә, утта янғандарҙың күбеһенең шәхесен асыҡлай алмағандар. Фажиғәнән һуң ике көн үткәс, көл-күмер өҫтөнә ҡырсын түшәп, яңы рельстар һалғандар. Яҡындарын эҙләргә килгән кешеләр ҡалдыҡтарҙы тоҡсайҙарға тултырып, юл буйына күмгән.
Өс йылдан һуң был урында обелиск ҡуйылған. Ул ике поезды күрһәткән ирегән рельстар һәм ҡайғынан башын эйгән ике ҡатын-ҡыҙ һыны рәүешендә эшләнгән, поездарҙың маршрут таҡталары нығытылған. “1710-сы саҡрым” исемле туҡталыш урыны ла булдырылған. Локомотивтар уның эргәһенән сигнал биреп үтә, йыл да июнь башында хәтер акциялары ойошторола.