«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Башҡорт халҡы тормошо хаҡында



28.08.2010 Башҡорт халҡы тормошо хаҡында

«Салауат Юлаев» фильмы күрhәтелеүгә – 70 йыл
Был фильм Бөйөк Ватан һуғышында яугирҙарҙы батырлыҡҡа әйҙәй

«Салауат Юлаев» кинофильмы аша нисәмә быуын малайҙары ҡыйыулыҡ, саялыҡ, киң күңеллелек кеүек сифаттарҙы үҙ итеп үҫте. Ә инде Бөйөк Ватан hуғышы мәлендә «Чапаев» менән бер рәттән тап «Салауат Юлаев» фильмы күрhәтелгән. Уның аша дошманға нәфрәт тойғоhо тәрбиәләнгән, изге яуға оран яңғыраған. Яугирҙар үҙҙәре лә ошо киноны күрhәтеүҙәрен hораған.
Үткән быуаттың 30-сы йылдары аҙағында күп милләтле илдең халҡы хәтерендә ҡалған милли геройҙар тураһында фильмдар төшөрөлә башлай. Кино оҫталарына эш өсөн тарихи персонаж hайлау тәҡдим ителә. Билдәле режиссер Яков Александрович Протазанов С. Злобиндың hәм Г. Спевактың башҡорт халҡының милли батыры, Емельян Пугачевтың көрәштәше Салауат Юлаев хаҡындағы сценарий менән ҡыҙыҡhына башлай. 1937 йылда режиссер Петров-Бытов билдәле тарихсы-яҙыусы ҡатын Форш сценарийы буйынса «Пугачев» тигән фильм төшөргән була. Унда экранға тәүге тапҡыр Салауат Юлаев образы сыға: иҙеүгә ҡаршы торған башҡорт ғәскәрҙәренең башлығы булып күрhәтелә батыр был эпизодта. 1940 йылда Я. Протазанов үҙе «Салауат Юлаев» тигән фильм төшөрә. Унда каторганан ҡасып, ике йылдан Пугачевҡа ҡушылған, башҡорт атлылары менән уның эргәhендә полковник дәрәжәhендә яуға күтәрелгән йәш Салауат хаҡында hүҙ бара. Ихтилалдар баҫтырылғас, яҡшы белгән кешеләре Салауатты тотоп, власҡа тапшыра. Әммә дуҫтары уға ҡасырға ярҙам итә. Яуҙаштары менән хушлашҡанда, Салауат: «Башҡорт халҡы ирекле йәшәйәсәк әле!» – ти. Актерҙар А. Мөбәрәков (Салауат Юлаев), М. Болдуман (Пугачев), Н. Крючков (Хлопушин) hәм башҡалар фильм­ды төшөргәндә күңелен hалып эшләй. Күрәhең, шуға ла фильм Рәсәйҙең аҙ hанлы халыҡтарын иҙеүселәргә ҡаршы баш күтәреүселәргә hәйкәл булып тора.
СССР-ҙан тыш, фильм сит илдәрҙә лә күрhәтелә. Румынияла киноның прокат исеме «Тау бөркөтө» була. Фильм экранға сыҡҡас, 1950 йылда Румынияның «Вяца Синдикалз» (Бухарест) гәзитендә М. Солган бына нимә тип яҙып сыға: «Башҡорт халҡының геройы Салауат Юлаевтың исеме бөгөн дә халыҡ йырҙарында, шиғри әҫәрҙәрендә hаҡлана, уларҙа азатлыҡ hәм ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе, ҡурҡыу белмәҫ батырҙарҙың ҡыйыу­лығы hүрәтләнә. Режиссер Протазановтың оҫталығы ярҙамында тере картиналар, Хачатуряндың hоҡланғыс музыкаhы аша Салауат Юлаев образы, бынан 200 йыл элек Урал тауҙарында барған хәл-ваҡиғалар күҙ алдына баҫтырыла», – тиелә унда. Ошо уҡ йылда шул уҡ гәзиттә йәнә лә бер хәбәр баҫыла: «Совет Башҡортостанының дәүләт театры артистары ҡатнашҡан был фильм социализм илендәге башҡорт халҡының юғары сәнғәт ҡаҙаныштарын күрhәтә. Башҡорт халҡының үҙенең азатлығы өсөн рус халҡы менән йәнәш тороп көрәш алып барғанын фильм эпизодтары асып бирә».
Был фильмды төшөрөү, ысынлап та, Башҡортостан, башҡорттар өсөн генә түгел, ә элекке СССР өсөн ҙур әhәмиәткә эйә була. Урындағы ғына түгел, үҙәк баҫмалар ҙа был хаҡта яҙып сыға. «Красная Башкирия» гәзитенең 8 февраль hанында (1941 йыл) Өфөгә «Салауат Юлаев» кинокартинаhын төшөрөүсе ижади төркөм етәксеhе, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Я. Протазановтың килеүе хәбәр ителә. Унда Яков Александрович: «Милли азатлыҡ, үҙаллылыҡ өсөн Рәсәй батшалығына ҡаршы көрәшкән башҡорт халҡының тормошо хаҡында нәфис-тарихи фильм төшөрөү бәхете эләгеүенә бик шатбыҙ. Салауат Юлаев – киң ҡоласлы образ: ул ялҡынлы ойоштороусы, талантлы сардар hәм йырсы-импровизатор. Башҡорт ерҙәрен, урмандарын аяуhыҙ талаусыларға ҡаршы көрәш булырға тейеш ине фильмда. Быларҙың бөтәhен дә күрhәтергә, иҫәпкә алыр­ға тырыштыҡ. Беҙ Салауат Юлаевты интернациональ герой, халыҡ массаларын туплаусы, ҡурҡыу белмәҫ сардар hәм ҡыйыу яугир, баш күтәргән халыҡтың ярат­ҡан кешеhе итеп күрhәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Салауатты бөйөк илебеҙҙең hәр тамашасыhы аңларға тейеш...
...Март башында «Салауат Юлаев» кинофильмы Советтар Союзы экрандарына сығасаҡ. Башҡортостан hәм Мәскәү тамашасыhы уны тәүгеләрҙән булып ҡараясаҡ. Был фильм башҡорт халҡы тормошо хаҡындағы бик күп фильмдарҙың башында торор, тип ышанам», – ти.

Л. АБДУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға