«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Таң атҡан мәл



04.04.2019 Таң атҡан мәл

Был уның халыҡ араһына һуңғы сығыуы булды. Уҡыусыһы, йәш рәссам Артур Әлимғужин остазы Нияз Мәһәҙиевты үҙенең шәхси күргәҙмәһенә саҡырҙы.

Остаз һәм уҡыусы... Был төшөнсәләрҙе һәр кем төрлөсә аңлай. Һәр ваҡыт эргәһендә булып, нимәгәлер өйрәтеп, кәңәштәре менән ярҙам итеп торған уҡытыусылар ғына остаз була тигән һүҙ түгел бит әле. Үҙен бер тапҡыр ҙа күрмәгән, әммә эштәренә, ғәмәлдәренә, ижадына һоҡланыу тыуҙырған, алға, маҡсаттарына әйҙәгән, йүнәлеш биргән шәхестәр ҙә остаз була ала.

Нияз менән Артур осрағы бөтөнләй башҡаса. Ул саҡта Нияз Мәһәҙиев «Аманат» журналының баш мөхәррире булып эшләй ине. 1996 йылда Мәләүез районының Смаҡ ауылында күренекле яҙыусы Динис Бүләковтың вафатынан һуң бер йыл үткәс, музейы асыла. Шунда мәктәп балалары килгән ҡунаҡтар алдында концерт менән сығыш яһай. Бына сәхнәгә биш малай бейергә сыға. Урта­ла­ғыһы, күренеп тора, лидерҙары. Әле уң яҡтағы ике иптәшенә нимәлер әйтә, әле һулдағыларын төҙәтеп ебәрә. Үткер күҙле, һиҙгер күңелле Нияз шунда уҡ был үҫмергә иғтибар итә, бәлки унда үҙенең дә сая бала сағын күргәндер.

Концерт бөткәс, башҡа ҡунаҡтар кеүек тиҙ генә сығып китмәйенсә, Нияз әлеге малай менән таны­шырға ашыға. Артур Әлимғужин исемле үҫмер булып сыға ул. Нимәләр менән ҡыҙыҡһыныуы, тормошо, уҡыуы тураһында һораша. Шиғырҙар ҙа яҙа, һүрәттәр ҙә төшөрә икән әле ул, етмәһә. Ошонда уҡ әсәһе лә килгән була. Уның менән дә һөйләшә. Күмәк балалы ғаиләнән икәнлеген, атаһы үлеп ҡалғанлығын белә. Артурға мотлаҡ Өфөгә уҡырға килергә кәрәклеген әйтә. Үҙенең адресын, телефонын бирә. Шиғырҙарын «Аманат» журналында баҫтырып сығара. Уҡыусы балаларҙың ижадын тикшереү буйынса республика семинарында Артурҙың шиғырҙары ла ҡуйыла, унда күренекле шағирә Кәтибә Кинйәбулатова үҫмерҙең ижадына һәйбәт баһа биреп, киләсәгенә өмөтлө һүҙҙәр әйтә.
Шиғыр һәм һүрәт... Бер-береһенә шундай яҡын ижад. Хәс тә Нияздың үҙе кеүек бит был бала.

...Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан әсәһе Артурҙы Өфөгә алып килә. Башта Яҙыусылар союзына баралар, унда «Аманат» жур­налының ҡайҙалығын, Ниязды нисек табырға икәнлеген өйрәтеп ебәрәләр. Нияз республика һынлы сәнғәт гимназияһының ул саҡтағы директоры Рәфил Рафаэль улы Фәтихов менән һөйләшеп, Артурҙы интернатҡа урынлаштырырға ярҙам итә. Рәхмәт инде Рәфил Рафаэль улына (йәне йәннәттә булһын), юғиһә бит унда имтихан менән ҡабул итәләр, һынау мәле лә үтеп киткән була. Нияздың кешене ышандырыу көсө, талантлы етем баланың киләсәге хаҡында хәстәрләүе ижади шәхес Рәфил Рафаэль улында ла яуаплы тойғолар тыуҙырмай ҡалмағандыр. Шулай итеп, Артур Әлимғужин буласаҡ рәссамлыҡҡа тәүге нигеҙҙәрҙе ошонда ала. Әлеге шәхси күргәҙмәһенә лә уҡытыусылары Таһир Сәмирхан улы Иҙрисов, Хаммат Хәмит улы Исмәғилев, Наил Нәзип улы Сөләймәновтар килеп, уҡыусыларының шатлығын уртаҡлашып, ижадында уңыштар теләне.
Ошонда үҙен, 12 йәшлек үҫ­мерҙе, ауылда осраҡлы рәүештә күреп, иғтибар итеп, Өфөгә уҡырға индергән остазы Нияз Мәһәҙиевкә күргәҙмәгә килгән бөтә тамашасы алдында Артур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм ҙур ихтирам менән уға һүҙ бирҙе.

– Быға тиклем ҡайҙа булдың һин? – тине Нияз. Баҡһаң, Артур Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһын тамам­ла­ғандан һуң Өфө сәнғәт учи­лищеһына уҡырға ингән. Дизайн бү­легендә белем алыр өсөн эшкә лә урынлашҡан, сөнки унда уҡыу түләүле. Ғаиләнән ярҙамға өмөтләнерлек түгел. Эшләп тә, уҡып та училищены тамамлаған егет бәхетен һынар өсөн Мәскәү тарафтарына юллана. Әлбиттә, унда ла тормош башта еңел генә булмай. Үҙеңде раҫлар өсөн эшең, ижадың менән күренергә кәрәк. Яйлап ул күренекле агентлыҡтарға эшкә урынлаша, дизайн менән шөғөлләнә, ялтыр журналдарҙы биҙәүҙә ҡатнаша. Сәнғәттең төрлө йүнәлешендә үҙен һынап ҡарай, портреттар ҙа, пейзаждар ҙа төшөрә. Әммә тыуған яҡтар тарта барыбер күңелен. Ун йыл эшләгәндән һуң Өфөгә ҡайта. Ярты йыл әлеге күргәҙмәһен әҙерләй. Бер нисә тапҡыр Ниязға шылтырата, әммә бәйләнешкә инә алмай.

Яҙмыш барыбер осраштыра уларҙы. Нияз «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге етәксеһе Риф Иҫәнов менән Республика халыҡ ижады үҙәгендә үҙҙәренә ултырып эшләргә бүлмә юллап йөрө­гәндәрендә урамда тап итә уларҙы Артур. Ҡыуанысынан остазын ҡосаҡлап ала. Нияздың да шатлығынан күҙҙәренән йәштәр килеп сыға. Бәйләнешкә инә алмауҙарының сәбәбе: егет телефонына бер һанды дөрөҫ яҙмаған булып сыға. Шунда ла Нияздың тәүге һорауы: «Ҡайҙа йөрөнөң һин бығаса?» – була.
– 4 мартта Наил Латфуллин исемендәге музейҙа күргәҙмәм була, шунда саҡырам һеҙҙе, мотлаҡ килегеҙ, – ти Артур.
Ул көндө Нияз өйгә шул тиклем шатланып ҡайтты. Уҡыусыһы өсөн ныҡ ҡыуанды. Ун йыл ситтә йөрөп, ҡайтыуына ярты йыл да үтмәй, шәхси күргәҙмәһен ойошторһон әле! Ижады менән танышыу көндәрен ашҡынып көттө.

...Һуңғы ваҡытта ашығыс эш­тәребеҙ ныҡ күп булды. Баш­ҡортостандың 100 йыллығына арнап әҙерләнгән «Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе» тигән йыйынтығыбыҙ Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең темпланынан төшөп ҡалғас, уны үҙебеҙҙең иҫәпкә сығарырға ҡарар иттек. Байрамға тип ниәтләгәс, донъя күреүен теләнек. Нияз ҡулъяҙманың һуңғы биттәрен уҡый. Күләме күп тигәс, йөҙҙән ашыу битте алып ташланыҡ. Мин ҡурайсы Роберт Юлдашев менән әңгәмәне йәһәтләп эшләп ултырам, ул да номерға бирелергә тейеш ине. Артурҙың күргәҙмәһе хаҡында бөтөнләй онотҡанбыҙ. Әгәр ул иҫкә төшөрөп яңынан шыл­тыратмаһа... Әгәр беҙ шунда бармаһаҡ... Нияз көслө кисе­рештәрҙе йөрәге аша үткәрмәһә... бәлки был хәл булмаҫ та ине... тип уйлаған булам хәҙер...
– Бер сәғәттән башлана, Нияз ағай, килегеҙ, зинһар, көтәм, килегеҙ... – тип өҙөлөп саҡырҙы Артур.
– Барайыҡмы? – тине Нияз, миңә ҡарап.

«Әллә бармайһыңмы, ашығыс эштәребеҙ бар бит, һүрәттәрен аҙаҡ та барып ҡарарға була бит», – тип тә әйтергә кәрәккәндер ҙә миңә...
– Барһаҡ, һәйбәт булыр ине һиңә лә, уға ла, – тигән булдым... Ҡайҙан ғына беләһең инде алда ни көтөрөн...
– Ниңәлер күҙ алдарым ҡараңғыланып тора, – тине Нияз.
– Улай булғас, бармайыҡ һуң.
– Хәҙер бер стакан һыуға бер балғалаҡ бал болғатып эсһәм, үтә ул, – тине.

Ашамай ҙа ашығып сығып киттек.

...Нияз шул тиклем иғтибарлы ине. Урамдың теге яғында китеп барған таныш кешене күрә һалып иҫәнләшер булды. Әле лә Наил Латфуллин музейына етәрәк туҡтап, нимәгәлер иғтибарын йүнәлтте. Баҡһаң, шул йортта ҡасандыр тәүге башҡорт рәссамы Ҡасим Дәүләткилдеев йәшәгән икән. Шул хаҡтағы алтаҡтаны күргән. Ниндәй тап килеш: ошонда үҙенсәлекле рәссам, яҡты донъянан иртә киткән Наил Латфуллиндың музейы һәм ошонда йәш рәссам Артур Әлимғужиндың тәүге шәхси күргәҙмәһе... Етмәһә, тап ошо көндө үҙенә 35 йәш тулған.
Әлбиттә, күргәҙмәләге эштәрҙе ҡарағас, бер аҙ аптырап ҡалдыҡ. Сөнки беҙҙең быуын кешеләре өсөн абстракционизм йүнә­лешендәге ижадты ҡабул итеү ауырыраҡ, реализм күңелебеҙгә яҡыныраҡ.

– Төрлө йүнәлеш кәрәк сәнғәттә, атты дилбегә менән тотоп тороп буламы ни, йәштәр төрлө стилдә эшләй, – тине билдәле рәссам Әмир Мәжитов.

– Музыкала рэп булған кеүек, һынлы сәнғәттә лә абстракцияға урын бар, – тине Хаммат Исмәғилев.
Нимә ул абстракция? Мин кем? Ни өсөн мин? Ошоноң кеүек һорауҙарға яуап эҙләнә. Бында төҫ, форма, композиция, һыҙыҡтар күп нәмәне аңлата. Улар аша рәссам үҙенең донъяға ҡарашын, фекерен белдерә. Ә инде кем нисек ҡабул итә, уныһы шәхестең күңел байлығына бәйләнгән. Абстракционизм – ул бүтәндәрҙе түгел, ә тәү сиратта, үҙ-үҙеңде аңлауға йүнәлтелгән.
– Уйлай китһәң, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге кешелектең тәүге һүрәттәре лә шул уҡ абстракционизм бит, – ти билдәле рәссам Жәлил Сөләймәнов.

Малевичтың «Ҡара квадрат»ы нисәмә йылдар халыҡты үҙенә ҡарата. Кешеләр уның алдында сәғәттәр буйына баҫып тороп үҙ яҙмышы, ғүмере, донъяның ки­ләсәге тураһында уйлана, бәхәсләшә. Ул да абстрак­ционизмдың иң сағыу өлгөһө. Ә бит ҡарап тороуға бер нәмәһе лә юҡ кеүек: бары тик ҡара төҫ кенә...

Артур Әлимғужиндың эштәрен дә тамашасы төрлө уй менән ҡабул иткәндер. Мин уның эштәренә баһа бирергә үҙемде белгес тип иҫәпләмәйем. Ошо өлкәләге сәнғәт әһелдәре, рәссамдар күп ине күргәҙмәлә, улар, моғайын, тейешле баһа биреп, үҙ һүҙҙәрен әйтер.
– Егерме йылдан һуң осра­шыуыбыҙға бик шатмын, – тине Нияз. – Үҙеңдең тәүге бәләкәй генә юбилейыңды шәхси күргәҙмәң менән ҡаршылауың һәйбәт. 35 йәшкә тиклем кеше йәш һанала, унан инде һинән тамашасы етди ҙур ижади эштәр көтөргә хаҡлы. Киләсәктә портреттарың, пей­заждарыңды ла индереп, өлгөргәнлек осорон күрһәтәһең бар. Бөгөнгө эштәрең араһында миңә айырыуса «Таң атҡан мәл» тигәне оҡшаны. Уның янында ике кеше байтаҡ ҡына бәхәсләшеп торҙо. Ике ҡыҙыл нөктә уларҙы уйға һалды. Ни өсөн тап ошонда һынландырылған был таптар? Ни өсөн башҡа урында түгел? Әгәр бөтөнләй алып ташлаһаң, нисек була? Ниндәй йөкмәткеһе бар ошо ике ҡыҙыл нөктәнең? Бына ошолай эштәрең тамашасыны уйға һала, бәхәс тыуҙыра икән, тимәк, ижадың юҡҡа түгел.

Нияздың бындай уҡыусылары байтаҡ булды. Илгиз Ишбулатов, Ринат Сөләймәнов, Азамат Исмәғилев... былары ҡапыл да иҫкә төшкәндәре генә...
Артур Әлимғужиндың эштәрендә уйландыра торған энергетика бар. Төрлө кеше төрлө эше янында туҡтап, оҙаҡ уйланып торҙо. Рәссам күңелдәрҙә шундай тойғолар уята алған икән, был ижадсының һәләте хаҡында һөйләй түгелме? Нияз был көндө уға үҙенең ағайҙарса кәңәштәрен бирҙе.

– Мәскәү кеүек, Өфө лә күҙ йәштәренә ышанмай, һиңә – ғаиләң, ике йәш балаң менән яңы ғына тыуған яғыңа ҡайтып, кеше фатирында йәшәп ятҡан ижадсыға, үҙеңде сәнғәттә раҫлауы, үҙ һүҙеңде әйтеүе, үҙеңде табыуы еңелдән булмаҫ, ләкин һин – Мәскәү мәктәбен үткән кеше, бирешмәҫһең, – тине.

...«Таң атҡан мәл». Үкенескә күрә, иртәгәһе көндөң иртәнге мәле Ниязды үҙе өҙөлөп яратҡан донъянан айырҙы...

Уҡыусыһы Артур Әлимғужин һәм уның күргәҙмәһе хаҡында матбуғатта яҙыуымды үтенгәйне Нияз. Бына мин уның һуңғы теләген башҡарҙым...





Автор: З. Ҡотлогилдина
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға