«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Баязит байҙың яҙмышы



23.03.2019 Баязит байҙың яҙмышы

йәки Халыҡҡа күп изгелек ҡылған ҡартатайыбыҙҙың васыятын онотмайбыҙ

Илебеҙ өсөн һынаулы йылдар, ауыр тормош, синфи ҡаршы­лыҡтар беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәгән. Ул бигерәк тә ҡарта­тайыбыҙ Баязит Бәҙретдин улы Ҡолансиндың әсе, аяныслы яҙмышында сағыла.

Ырымбур губернаһында бил­дәле сауҙагәр булған Баязит Бәҙретдин улының биографияһын тулыраҡ бәйән итәйек.
Ул 1864 йылда Сәғит (Бишөйлө) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Атаһы Бәҙретдин вафат булғас, 11 йәшендә генә етем ҡала. 18 йәшендә өйләнеп, үҙаллы донъя көтә башлай.

Эшкә шәп, тырыш була. Уларҙың ырыуын егәрле, эшсән булғандары өсөн, ҡырағай башҡорт аты ҡоланға тиңләп, Ҡолансылар тип йөрөткәндәр. Шунан ул ҡушамат фамилияһына әүерелгән.

Октябрь революцияһына тиклем үк, XX быуаттың башында уҡ, Баязит яҡын-тирәлә беренсе бай булып танылған. Уны кулак тип йөрөткәндәр. Сөнки йөҙләгән аты, шул сама һауын һыйыры, ауыл хужалығында ҡулланыла торған техникаһы – иген сәскес, ер һөргөс, лобогрейка, молотил­каһы булған. Бик күп баҫыу һәм көтөү ерҙәре йәйрәп ятҡан, эшкәртергә Йылайыр, Саба­тарҙағы урыҫ дуҫтарынан өйрә­неп, ауыл халҡын һәм бигерәк тә батрактарын иген үҫтерергә өйрәткән.

Сәғит (Бишөйлө) ауылы халҡы ғына түгел, күрше ауылдарҙан да килеп, уға ялланып эшләгәндәр. Игенен, итен, майын, балын, ҡымыҙын ҡартатайыбыҙ Йылайыр, Сабатар, Аҡтүбә баҙар­ҙарында һатҡан. Шуға ла ул ялланып эшләгән кешеләренә эш хаҡын аҡсалата түләй алған. Бынан тыш, тауар менән дә иҫәпләшкән. Ауылдың Байыш (Ураҙ) яғындағы осонда ҙур умарталыҡ та тотҡан.

Ауылыбыҙҙың Әҙимгән яғын­дағы осонда Баязит байҙың ат һәм һыйыр һарайҙары, иген һаҡларға таш келәттәре булған. Коллективлаштырыу башланғас, таш келәт­тәре, ҡарағай ағасынан эшләнгән ат һәм һыйыр һарайҙары колхозға күсерелеп, бик оҙаҡ йылдар хеҙмәт итте.
1920 – 1921 йылдарҙа, бөтөн илдә ҡоролоҡ булыуы сәбәпле, ҡот осҡос аслыҡ булған.

Шул аяуһыҙ йотлоҡ йылдарында Баязит бай бөтә ауылға ярҙам итә, кешеләрҙе аслыҡтан һаҡлап ҡалырға тырыша. Бай булһа ла, ул бик ябай, намыҫлы булған, кешеләргә изгелек эшләгән.

Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Ялал Ғүмәров хәтерләүенсә, үҙ ғүмерендә Баязит бай ауыл халҡы өсөн ике күпер һалдыртҡан. Үткән быуат башында беҙҙең Ейәнсура районының Сәғит ауылы менән Элмәле ауылы араһында Мантай тауы яғынан тура юл булған. Әселе йылғаһы аша Элмәлегә тура йөрөү өсөн күпер һалдыртҡан.

Сәғит ауылы менән Байыш ауылы юлына Ҡаҫмарт йылғаһы аша ҡарағай бүрәнәләр менән тағы бер ҙур күпер төҙөтә. Халыҡ телендә ул «Баязит күпере» тип йөрөтөлә. Ошо күпер төҙөлөп бөткәс, Баязит бай ике һыйырын һуйҙырып, Сәғит, Байыш ауылдары халҡын һыйлаған.
Баязит байҙың биш ҡатыны, ете улы, бер ҡыҙы, ике аҫрау (приемные) улы булған. Сәлихә исемле бишенсе ҡатыны Юнай ауылынан ине.
1924 йылдың ҡышында Сабатар баҙарынан һатыуҙан ҡайтып килгәндә ҡаты буранға эләгә. Шул ваҡыт Юнайҙағы таныштарында төн үткәрергә туҡтай. Таныштары үҙҙәренең 18 йәшлек һылыу, аҡыллы ҡыҙын Баязит байға димләгән. Ауыл муллаһын са­ҡыртып, бата уҡытҡандар. Иртә­гәһенә 60 йәшлек кейәү 18 йәшлек кәләште кашауай санаһына ултыртып, Сәғиткә алып ҡайтып киткән.
Сәлихә Баязит байға өс малай табып биргән. Тик улар тиф, холера эпидемияһы ваҡытында үлеп ҡала. Ҡатын ирен гел һағынып иҫкә төшөрөр ине. Малайҙарым Баязиттың үҙе һымаҡ һары сәсле, зәңгәр күҙле ине, тип һөйләй торғайны.

1919 йылдың көҙ айҙарында беҙҙең яҡтарҙа көслө граждандар һуғышы булған. Баязит байҙың Зәйнетдин тигән улы аҡтар сафында һуғышҡан. Уны Сабатар (Ырымбур өлкәһе) эргәһендә ҡыҙылармеецтар ҡылыс менән тураҡлап үлтергән.

Ауыл эргәһендәге (Сабатар) ҡәберлектә ҡәбер ташына «Бында белогвардеец унтер-офицер Ҡолансин Зәйнетдин Баязит улы күмелгән» тип яҙылған.

«Оренбургские вести» гәзи­тендә 1960 йылдарҙа Зәйнетдин Ҡолансин тураһында ҙур ғына мәҡәлә баҫылып сыҡҡаны билдәле.
Атаһының һөйләп ҡалдыр­ғандарын күрше өлкә баҫмаһы хәбәрсеһе яҙған. Баҡтиһәң, уның атаһы ла Зәйнетдин Ҡолансин менән атаман Дутов ғәс­кәрендә ҡыҙылдарға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан икән. Был мәҡәләлә Зәйнетдиндең ҡыйыу­лығы, ба­тырлығы, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртә алыуы тураһында яҙыла.

1919 йылдың көҙөндә Сәғит ауылын аҡтар баҫып ала. Уларҙың штабы Баязит байҙың йортонда урынлаша. Йорт хужаһынан һыйыр һуйҙырып ашағандары билдәле.

Ә ҡыҙылдар Сәғит ауылынан Иҙәш ауылына барған тауҙар араһында урынлаша.
Ҡыҙылдарға был тауҙар аша аҡтарҙы үткәрмәҫкә тигән бо­йороҡ бирелгән. Шул ваҡыттан алып ул тауҙар – Үткәрмә тауҙары, ә йылғаһы Үткәрмә исемен йөрөтә.

Ҡыҙылдар яғында Баязит байҙың аҫрау улы һуғышҡан. Ул ауылды яҡшы белгәс, төндә килеп, атаһынан аҡтар тураһында белешмә, ашарға ризыҡ алып китер булған.

Бер төндө разведкаға килгән саҡта уны аҡтар тотоп алған һәм атырға тип хөкөм сығарған. Баязит байҙың икенсе ҡатыны – беҙҙең атайыбыҙҙың әсәһе матур ғына түгел, батыр ҙа булған. Көндөҙ, ауыл халҡын йыйып, атырға йөрөгәндә, ул үҙ кәүҙәһе менән аҫрау улын ҡаплаған.

«Атмағыҙ уны, мине атығыҙ, минең балам, минең ғәйебем!» – тип һөрән һалған. Шунан бер кемде лә атмай, тотҡондо ебәргәндәр.
Ошо ваҡиғанан һуң Баязит бай үҙе Үткәрмә тауҙарына ҡыҙылдар отрядына аҙыҡ ташый башлаған. Ул ат егеп, утынға тип сығып китер булған, ә аҡтар уны үҙ кешеһе тип һанап, бик тикшермәй, ауылдан урманға үткәреп ебәрер булған.

Ә шулай ҙа Сәғит (Бишөйлө), Байыш (Ураҙ), Әҙимгән, Иҙәш һәм Лукъян ауылдары, ул ауылдар араһындағы тау-урмандарҙа бик көслө бәрелештәрҙән һуң ҡыҙылдар Үткәрмәне ҡалдырып, сигенергә мәжбүр булған.

Лукъян ауылынан алыҫ бул­маған бер шишмә янында аҡтар менән ҡыҙылдар араһындағы ҡаты бәрелештә бик күп ҡыҙылармеец үлтерелгән.
Ошонан һуң был шишмәне «Яҡшылар һыуы» тип йөрөтәләр. Быны беҙгә өлкән быуын кешеләре бәйән итә торғайны. Элегерәк ул тирәгә бүрәнә, утын алырға барғанда йыш ҡына буш гильзалар, хатта ватыҡ винтовкалар табыла ине.

1929 йылда коллективлаштырыу башланғас, Баязит байҙы кулак тип танырға Йылайыр кантонынан кешеләр килә. Ауыл халҡы йыйыла. «Намыҫлы булды, беҙҙе йәберләмәне, эш хаҡын түләне. Иң мөһиме, ауыр йылдарҙа астан үлтермәне», – тип кешеләр уны яҡлап сыға.
Бигерәк тә Егор Фроловтың телмәре ялҡынлы булған. Ул үҙе күрше Әҙимгән ауылы кешеһе булараҡ та, Үткәрмәләге ҡыҙылармеецтар отряды командиры булараҡ та, Баязит Ҡолансин беҙгә аҡтар тураһында мәғлүмәт, аҙыҡ-түлек ташыны, тип сығыш яһаған. Һуңынан: «Бөтә мал-тыуарын, эш ҡоралдарын колхозға бирһен. Үҙен Себергә ебәрмәҫкә», – тип ҡарар сығаралар.

Шулай итеп, ҡартатайыбыҙҙың ҙур өйө колхоздың идара йорто ителә. Мал-тыуары, ауыл хужалығы техникаһы, ат һәм һыйыр һарайҙары, таш келәттәре, бик күп ере, хатта умарталары ла колхозға күсә.

Архив документтарында ла: «Ҡолансин Баязит кулак бөтә мөлкәтен үҙ теләге менән кол­хозға биреп, колхоз ағзаһы булып китте», – тип яҙылған.

Яҡын-тирәлә Баязит байҙың даны ныҡ тарала. Ул үҙ ауылдаштарына ғына түгел, күрше ауыл кешеләренә лә ярҙам иткән. Сәсергә орлоғон, аҙыҡ-түлеген, кейем-һалымын өләшкән.

Дүртенсе ҡатыны Иҙәштән Зәйнәп исемле булған. Был ауыл ағинәйҙәре хәтерләүенсә, улар, пар ат егеп, Стәрле кибеттәренән һатырға әйбер ташыған. Зәйнәп ҡартәсәй уҫал да, етеҙ ҙә булған. Стәрле кибет­тәренән алынған күстәнәстәр, бүләктәр, бәрхәт күлдәктәр, өҫтәл ябыуҙары уның Иҙәштәге барлыҡ туғанына өләшелгән.

Баязит бай ҡатындарының барыһын да тигеҙ яратҡан, уларҙың туғандарын да тигеҙ ҡараған.

Атайыбыҙ Сәйфи Баязит улы Ҡолансин атаһының әсе яҙмы­шын беҙгә гел һөйләй торғайны, һис тә маҡтанманы ла, зарланманы ла.
Ә бына Баязит байҙың күрше Байыш ауылында йәшәгән ейәнсәрҙәре Хәмиҙә, Фәйрүзә Назаровалар колхоз йыйылыштарында урыны сыҡҡан һайын: «Колхоздың ярты мөлкәте беҙҙең ҡартатайыбыҙ Баязит байҙыҡы», – тип әйтеп маҡтаныр ине.

Беҙ бала саҡта, «кулак балалары», «кулак ҡалдыҡтары» тип, йәберләндек, күп кәмһетелдек. Ете бала татыу, матур ғаиләлә үҫтек.
Бай ҡартатайыбыҙҙан беҙгә шул «кулак балалары» тигән ҡушамат­тан башҡа бер нәмә лә эләкмәне.

Баязит ҡартатайыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышына биш улын оҙат­ҡан. Тик бер улына – атайыбыҙ Сәйфи Ҡолансинға ғына һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булған. Дүрт улы яуҙа ятып ҡала.

Баязит ҡартатайыбыҙ 83 йәшендә Сәғит ауылында донъя ҡуя. Уны бөтә ауылдаштары хөрмәтләп һуңғы юлға оҙата. Үлер алдынан ул беҙҙең атайыбыҙға: «Нигеҙемде ҡоротма, ауылды ташлама, ситкә китмә», – тип әйтеп ҡалдыра. Сөнки атайыбыҙ һуғыштан һуң Мәскәүҙә хәрби заводта эшләп йөрөй.

Беҙ ҡартатайыбыҙҙың васыятын үтәргә тырышабыҙ, уның тормошона ныҡ бәйле булған йортон, нигеҙен ҡоротмайбыҙ. Ҙур өйөн дә, бәләкәсен дә ремонтлап, матурлап алдыҡ. Уларҙы музей-йорт һымаҡ тотабыҙ.

Форсат төшкәндә, бигерәк тә йәй көндәрендә, унда ҡайтып торабыҙ. Күңелдәребеҙҙә халыҡ­ҡа бик күп изгелек эшләгән ҡартатайыбыҙ Баязит Бәҙретдин улы Ҡолансин менән ғорурлыҡ тойғоһо йәшәй.





Автор: В. Ҡолансина
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға