«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Бәхил бул, ғалим!



18.01.2011 Бәхил бул, ғалим!

Бәхил бул, ғалим!Башҡортостан фәне ҙур юғалтыу кисерҙе. 60-сы йәшендә Ринат Мөхәммәт улы Йосопов – күренекле тарихсы-этнолог, БР-ҙың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире беҙҙең аранан китте.
1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында антропология менән шөғөлләнә башлай. 1977–1979 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Н. Миклухо-Мак­лай исемендәге Эт­но­графия институты Ле­нинград өлөшөнөң антропология бүлегендә аспирантурала уҡый, краниология буйынса махсуслаша. 1982 йылда Йосопов «Антропологи­ческий состав башкир по данным краниологии» ғилми диссертацияһын яҡлай. Ғилми эшен Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология һәм антропология бүлегендә да­уам итә. 1993 йылда ул этнология бүлеге менән етәкселек итә башлай.
Ринат Йосопов Баш­ҡор­тостан этнологияһына ҙур өлөш индергән аб­руй­лы ғалим булды. Ул Көньяҡ Уралдың боронғо һәм бөгөнгө халҡы антропологияһының башҡорт ғилми мәктәбен, үҙе ойошторған һәм шулай уҡ ике халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған 14 антропологик экспедиция барышында йыйып, Башҡортостан Рес­публикаһы һәм күрше өлкәләрҙә йәшәгән баш­ҡорттар буйынса Рәсәй­ҙә­ге иң ҙур краниология коллекцияһын булдырҙы.
Башҡортостанда антропология буйынса ғил­ми тикшеренеүҙәр ватан һәм сит ил ғалимдары ара­һында ҙур танылыу яуланы. Ринат Мөхәммәт улының 1989 йылда Мәс­кәүҙә «Наука» нәшриәтендә ба­ҫылып сыҡҡан «Кранио­логия башкир» тигән ғил­ми хеҙмәте ғалимдарҙың артабанғы тикшеренеүҙәре өсөн нигеҙ булды, улар Аме­рикала, Италияла, Фин­лян­дияла, Швецияла, Хор­ватияла донъя күрҙе.
Ринат Йосопов Рәсәй һәм Европа антропологтары ассоциацияһы ағзаһы булып торҙо.
Ул ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерҙе. Йосо­повтың аспиранттары үҙәк ғилми-тикшеренеү институттарында кандидатлыҡ диссертацияларын яҡланы, уларҙың күбеһе республиканың ғилми институттарында һәм вуздарында уңышлы эшләй.
Ринат Мөхәммәт улы Йосопов Рәсәй һәм сит ил ғилми даирәләрендә та­ныл­ған һәм абруйлы ға­лим ине.
Талантлы ғалим тура­һындағы яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға