«Йәшлек» гәзите » Хәтер » “Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”



16.04.2018 “Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”Быйыл беҙҙең яратҡан журналыбыҙ “Башҡортостан ҡыҙы”ның матур юбилейы сыға башлауының 50 йыллығы. Бынан ярты быуат элек ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус баҫманың барлыҡҡа килеүе ҙур ваҡиға булған. Ә уның тышлығында фотоң сығыуы иһә ниндәй кимәлдә иҫтәлекле булғанын журнал геройҙары үҙҙәре генә белә. Беҙҙең ҡулға журналдың 1969 йылдың ноябрь һаны килеп эләкте. Тышында – иҫ киткес көләс, шат йәш ҡыҙ. Артында – башҡа ҡатын-ҡыҙҙар. Был, моғайын, берәй байрамда төшөрөлгән фотолыр, тип уйланыҡ. Баҡһаң, һүрәттә 20 йәшлек Өфө ҡыҙы Людмила Медведева икән. 49 йыл үткәс, уның менән осрашып һөйләшергә насип булды.

Ярты быуат аҙмы, күпме? Кеше ғүмере өсөн ярайһы оҙон йылдар. Быйыл 50 йәшен билдәләгән “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тышлығында ғына ла 600-ләп ҡатын-ҡыҙҙың фотоһы сыҡҡан. Ҡайһы берәүҙәре был донъяла юҡтар ҙа. Бәғзеләре билдәле шәхестәр булып киткән.
– Мин журналға осраҡлы ғына эләктем, – тип йылмая хәҙер инде Крылова фамилиялы Людмила ханым.
Ни бары (!) 49 йыл ғына үтһә лә, журнал тышлығындағы фото менән әлеге сағын күреп, шундуҡ төҫмөрләргә була. Шул уҡ йылмайыу, оптимизм.
– Беҙ Совет майҙанына 1 Май демонстрацияһына сыҡҡайныҡ. Байрам, бөтәһе лә көр кәйефле, йылмаялар. Моғайын, фотографты минең сағыу йөҙ-ҡиәфәтем йәлеп иткәндер. Ҡулыма мәк сәскәһе лә тотоп алғанмын. Ул саҡта, әлбиттә, журнал тышына төшәм икән, тип тә уйламаным. Ундай баҫманың барлығын да белмәнем әле. Педучилищены тамамлап, 117-се мәктәптә пионервожатый булып эшләй инем. Шунан бер ваҡыт мәктәпкә педсоветҡа йыйыл­ғанбыҙ. Абдрахманов фамилиялы абруйлы бер педагог килеп, минән: “Людмила, һин үҙеңдең фотоңды күрҙеңме?” – тип һораны. Аптырап киттем. Ул “Башҡортостан ҡыҙы”н яҙҙырып уҡыған булған. Миңә журнал һона. Педсовет онотолдо, бөтәһе лә фотомды ҡарай, – Людмила Федоровна был ваҡиғаны яҡты хәтирә итеп күңелендә һаҡлай.
Йәшлек дәрте юғалмаған был мөләйем апай бөгөн бәхетле йәшәй. Ике ҡыҙ үҫтергән. Кейәүҙәренән дә уңған, улар – хәрбиҙәр. Дүрт балаға өләсәй.
– Билдәле шәхес булып китмәһәм дә, яҙмышыма ҡәнәғәтмен. Ҡала үҙәгендә йәшәргә хыялландым. Балаларым был хыялымды тормошҡа ашырыр­ға ярҙам итте. Сәйәхәт иткем килде. Быныһы ла тормошҡа ашты. Европа дәүләттәрендә булдым, Прага, Париж, Сток­гольмды күрҙем, Вьетнамға ла барҙыҡ. Әлбиттә, минең өсөн иң мөһиме – балаларым. Беҙ йәш саҡта билдәле ғалим Антон Макаренконың һүҙҙәрен бер аҙ үҙгәртеп, яҡшы балалар – яҡшы ҡартлыҡ, тигән әйтем йыш ҡулланылды. Балаларым – минең бәхетем.
Людмила ханым, педагог булараҡ та, әсә булараҡ та, бөтә инвестицияны балаларға һалырға кәрәк, тигән фекерҙә. Шунда “емеш”тәрҙе күрәһең.
– Әле мин нимә теләһәм, балаларым шунда уҡ үтәргә тырыша, – әңгәмәсем үҙе менән бергә килгән ҡыҙына йылмайып ҡарай.
Ысынлап та, йылмайыу күп нәмәне аңлата ул. Бына бит, бер фото эҙенән йөрөп, журнал геройы менән танышып, уның менән һөйләшкән арала мин дә әллә күпме йылмайҙым. Тормошонан ҡәнәғәт кешеләр менән аралашыуы ла еңел. Шөкөр итә беләйек, дуҫтар.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы һәм ғаилә архивынан бер ҡомартҡы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға