«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы



15.05.2017 Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы
Башҡортостан телевидениеһының беренсе дикторы Марат Рафиҡовты республика халҡы бик яратты

Беҙҙең төбәкте юҡҡа ғына “Батырҙар ҡиссаһы” тимәгәндәр. Ошо урында ике быуаттан ашыу батша эҙәрлекләүенә дусар булған Ялан Бөрйәне ырыуының ир-егеттәре араһында һәр нәмәгә ризалыҡ белдереп тороусыларҙың юҡ дәрәжәһендә икәнен иҫкәртеп үтеү урынлы булыр. Ана шул Ялан Бөрйәне ырыуының Көйөргәҙе районында ҡиблаға ҡарай аҡҡан Туҡмаҡ Ҡаран шишмәһе Шайтан йылғаһына ҡушылған ерҙә, Урта Мотал ауылында, 1941 йылдың 6 июнендә Марат Хөсәйен улы донъяға ауаз һала ла инде.
Данлыҡлы Таймаҫ урта мәктәбендә уҡыған йылдарында уҡ Марат драма, мандолина, гармун түңәрәктәренә йөрөй. Бер әҙерлеге булмаған уҡыу­сының шиғырҙарҙы, текстарҙы тасуирлап уҡыуы башҡорт теле уҡытыусыһы, күп һәләтле шәхескә остаз булған Миңлеғужа Айытбаевты хайран ҡалдыра һәм ул Мараттың үҙенә тасуири уҡыу түңәрәген етәкләргә ҡуша. Йәше еткәс, егетте мәктәптең комсомол ойошмаһына секретарь итеп тә һайлайҙар. Мәктәптә, ауылда үткән сараларҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.
Уҡыуын тамамлағас, матди фәҡирлек егетте юғары уҡыу йортона түгел, ә ауылда ҡалған яңғыҙ әсәһенә, туғандарына ярҙам итеү маҡсаты менән ФЗО-ға илтә. Уны тиҙ арала тамамлап, “Өфөоргсинтез” заводында оператор булып эшләй башлай. Егеткә барыбер тәбиғи һәләте тынғылыҡ бирмәй. Черниковкалағы Орджони­кидзе исемендәге мәҙәниәт йортондағы драма түңәрәгенә яҙылырға бара. Ни күҙҙәре менән күрһен, түңәрәккә ярты Таймаҫ халҡы йөрөй. Ғәлим Ҡобағошов, Зариф Яматов, Рәшит Сәғитов, Ҡәҙир Солтангәрәев, Ынйы Ҡобағошева һәм башҡа таймаҫтар, традицияһын Өфөлә дауам итеп, гөрләтеп спектаклдәр ҡуя икән. Эштән һуң кистәрен уларға Марат та ҡушыла, егеткә ролдәр бирә башлай­ҙар. Хатта бер ара түңәрәктә режиссер вазифаһын да башҡара.
Шул дәүерҙә Өфөлә телеүҙәк төҙөлөп бөтә һәм 1959 йылдың 31 декабрендә Яңы йыл кисендә тура эфирҙа “Зәңгәр ут” үтә. Был ваҡиға бик күптәр­ҙең хәтерендә уйылып ҡала. Телевидение асылғас, тәүге бер нисә йылда эфирҙы драма артистары алып бара, штатта дикторҙар булмай. Күп тә үтмәй, Башҡор­тостан телевиде­ниеһы дикторлыҡҡа конкурс иғлан итә һәм 300 конкурсант араһынан Марат Рафиҡовты һайлайҙар. Ул шул замандан 1985 йылға тиклем телевидение һәм радиола диктор вазифаһын башҡарҙы. Гел генә тура эфирҙа, бигерәк тә меңәрләгән кеше ҡатнаш­ҡан байрам трансляцияларын алып барғанда, буй-һын матурлығы ғына етмәй, күп яҡтан белем, зиһен, һәләт талап иткән ҙур ижади эш ул дикторлыҡ.
Ул заманда экранда күренгәндәрҙе, бигерәк тә көн дә һөйләгәндәрҙе буй етмәҫлек кеше итеп күрәләр ине. Уның сабыр, тыныс, фундаменталь ҡиәфәтен, яғымлы, яңғырауыҡлы тауышын Башҡортостан халҡы бик яратты. Ә белгестәр һәм коллегалары уны “алтын тауыш” тип йөрөттө. Әлбиттә, тормошонда көнсөлдәр ҙә күп осрай. Эфирға сығыр алдынан “дуҫтары” ҡымыҙға араҡы ҡушып эсергән мәлдәр ҙә булған. Тәбиғи һә­ләте, тырышлығы менән яулаған абруйын файҙаланып, бик күп кешегә уҡырға, эшкә, дөйөм ятаҡҡа урынлашырға, дауаханаға ятырға ярҙамлашты, бындай эштәрҙе еңел башҡарҙы. Ә үҙенең дәүләт биргән маҡтаулы исеме лә, йүнле фатиры ла булманы. Ғү­мере буйы Черни­ковканың осонда беренсе ҡаттағы өс бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһендә йәшәне. Тәү мәлдәрҙә маҡтаулы исемгә ҡағыҙ йыйырға тиһәләр: “Фәлән-фәлән ҡулынан шул юҡ-бар нәмәне алайыммы ни! Әхмәтзәки ҡулынан булһа бер хәл”, – ти торғайны. Һуңлап ҡына БДУ-ның филология факультетына уҡырға ингәйне, уны ла, “мин белгәндәрҙе һөйләйҙәр унда” тип, ташланы. Олатайҙары, ғәҙеллек яҡлы булған Бөрйән ырыуы батырҙары кеүек холоҡло ине ул. Уның баш бирмәҫ холҡо йөҙөндә сағылмаһа, халыҡ үҙен экрандан яратып ҡабул да итмәҫ ине, бәлки. Йәлдәклек кешенең йөҙөнә сығып күренеп тора бит инде ул. Уны йүгертергә теләүсе барлы-юҡлы хужаларҙы оло һәләт эйәһе үҙе йүгертте. “Милләтемде күрә алмаған ҡайһы бер етәкселәр йәберләп һүҙ әйтһә, телеүҙәктән сығып киткән мәлдәрҙә улар үҙҙәре Өфө буйлап мине эҙләп табып, ғәфү үтенгәс кенә эфир­ға кире бара торғайным”, – тип тә һөйләгәндәре иҫтә.
Бер заман Марат ағайҙы дауаханаға урынлаштырырға тип һөйләштем дә, ул, бармайым, тип баш тарта. Улы Азатҡа шылтыратһам, ул да: “Алып бара алмайһың”, – тине. Йәнәһе, мин булдырмаған эш буламы, тинем дә, үҙем барып, ҡағыҙҙар тултырта башлағайным, бының медстраховкаһы ла, паспорты ла базала сыҡмай. Ағайға барып, һорашҡас, ул: “Мин СССР кешеһе”, – тип яуап ҡайтарҙы. “Әйҙә, Рәсәй паспорты алайыҡ”, – тигәс тә, “Ана, миндә СССР паспорты бар, шул еткән, әйләнгән һайын ил алмаштырыу буламы”, – тип тағы ла үҙ һүҙендә ҡалды. Асылын алмаштырмай торғандар рәтенән ине шул. Халҡыбыҙ яулаған ҡаҙаныштарҙы эҙмә-эҙлекле юғалтыуға, мәктәптәр ябылыуға, ауылдар бушауына, йәштәрҙең ғаиләләрен ташлап Себергә эш эҙләп сығып китеүенә борсолоп, ошо ғәрәсәт кемдәр тарафынан, ни өсөн эшләнгәнен үҙе дөрөҫ итеп фаразлап, күрмәмешкә һалышҡан үҙебеҙҙең зыялыларҙың ҡыланыштарына ризалыҡ бирмәй ултырҙы. Тәбиғи феномен ине ул. Уның хәтере һуңғы көнөнә тиклем шәп булды. Вафат булырына ике аҙна элегерәк, 2014 йылдың ғинуар башында барғанымда, 1979 йылда, Өфө урамында, ғүмерендә бер тапҡыр күргән буласаҡ ҡайным менән ҡәйнәмдең исемдәрен, аталарының исемдәре менән (35 йыл үткәс) әйтеп һорашыуы аптыратты.
Тормош елдәре һәләтлеләрҙе аямай, тиҙәр. Уны ла яҙмыш төрлө һикәлтә аша үткәреп, Урта Азия яҡтарында ла йөрөтөп ҡайтарҙы. Өс балаһының береһе, мәктәпте бөтөп килгән Уралдың фажиғәгә осрап вафат булыуын бик ауыр кисерҙе. Азат менән Ләйсән Башҡорт дәүләт университетын тамамланы. Бөгөн Азаттың ҡыҙы Америкала йәшәп, эшләй.
Диктор булып эшләгән осорҙарҙа халыҡ һөйөүен яулаған кешеләр араһында Марат Рафиҡовҡа тиңләшерлек кешеләр булманы. Киң даирәләргә сыҡҡан ысын һәләт, беҙҙең яҡтар мөхите сәскән орлоҡтоң емеше ине ул. Был исем тарих төпкөлөнә төшһә лә юйылмаҫ!


Әмир СОЛТАНГӘРӘЕВ,
РФ, БР Журналистар союзы ағзаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға